RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изге Ҡөрьәнебеҙ индерелеүгә – 1400 йыл

13.11.2010 Изге Ҡөрьәнебеҙ индерелеүгә – 1400 йыл

Быйыл Аллаһы Тәғәләбеҙҙең һүҙе – ҡөрьән индерелә башлауға 1400 йыл тулды. 610 йылдың изге рамаҙан айынан бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-әс­сәләмгә Ябраил фәрештә аша 23 йыл буйы тапшырыла.
Белеүегеҙсә, ҡөрьән 114 сүрәнән һәм бөтәһе 6666 аяттан тора. Беренсе “Әл-Фатиха” сүрәһенән башланып, “Ән-Нәс” (“Кешеләр”) сүрәһе менән тамамлана. Бәйғәмбәребеҙ заманында яҙылып бөтһә лә, уның вафатынан һуң ғына, бергә тупланып, баҫтырыла. ҡөрьәндең барлыҡ нөсхәләре лә бер: индерелә башлау менән заман ахырына хәтле уның бер хәрефе лә үҙгәрмәй, үҙгәртелмәй, Аллаһы Тәғәләбеҙ тарафынан һаҡлана.
ҡөрьәндә 1400 йыл элек яҙылған аяттарҙың фәнни нигеҙе ғалимдарыбыҙ тарафынан бөгөн ғилми асыш булараҡ асыла килә, һәм был хәл заман ахырына саҡлы дауам итәсәк. Быға миҫал итеп, француз докторы Морис Бюкайҙың “Библия, Коран и наука” (2001), химия-физика фәндәре буйынса башҡорт академигы Н. Вәлитовтың “Научные подтверждения Корана, Библии и Торы” тигән хеҙмәтен, төрөк ғалимы Харун Яхъяның төрлө йылдарҙа донъя күргән “ҡөрьән мөғжизәләре” тигән китаптарын, фильмдарын һ.б. билдәләп китергә мөмкин. Барлыҡ мосолмандар өсөн ҡиәмәткәсә динебеҙҙең, иманыбыҙҙың сығанағы, юл күрһәткесе, терәге булып 1400 йыл буйы ҡөрьән тора.
Был байрам Рәсәйҙә генә түгел, барлыҡ мосолман донъяһында киң билдәләнә инде. Мәҫәлән, был юҫыҡтан ҡырымда лекция-семинарҙар үткә­рел­һә, Төркиәлә төрлө ғилми, ижтимағи саралар, ҡөрьәндең төрлө йылдарҙа сыҡҡан баҫмаларының күргәҙмәһен ойоштороу ҙа ҡаралған. Шулай уҡ быйылғы йыл Төркиәлә ҡөрьән йылы тип иғлан ителгән. Үкенескә күрә, Башҡортостанда ғына оло байрам хаҡында һис бер һүҙ ҙә ишетелмәй.

Фәнирә ҒАЙСИНА,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?