13.11.2010 Бөйөк байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
Салған ҡорбандарыбыҙ ҡан ҡойоу түгел, Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, йыл буйына ҡылған гонаһтарыбыҙҙың юйылыуына бер сәбәп, фәҡир мосолмандарға ярҙам ҡулын һуҙыу.
Байрам ул – донъялар именлегенә һөйөнөү, иман яңыртыу, игелекле ғәмәлдәрҙе ишәйтеү, ишәйтергә өйрәнеү көндәре.
Аллаһы Раббыбыҙ бөтәбеҙгә лә тәүфиҡ биреп, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүебеҙҙе насип итһә ине. Рәсәй һәм ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген яҡты һәм нурлы, ғаиләләребеҙҙең бәхетле, ил-көндәребеҙҙең тыныс булыуын күреп ғүмер итергә яҙһын.
Донъяларҙа – именлек, араларҙа – татыулыҡ, ил- көндәребеҙҙә тыныслыҡ булып ҡына торһон. Киләһе байрамдарҙы ла шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ҡаршы алырға насип итһен.
ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Башҡортостан мосолмандары диниә назараты.
ҡорбан салыу
Үкенескә күрә, бөгөн этник мосолмандар араһында ла иң ҙур байрам булып Яңы йыл йәки 8 Март һанала. Ә мосолман донъяһында ике генә байрам бар. Береһе Ураҙа ғәйете булһа, икенсеһе – ҡорбан байрамы. ҡорбан байрамы Ураҙа ғәйетенән дә мөһабәтерәк һанала. Был көн мал һуйып ҡунаҡ саҡырыу өсөн генә түгел, кешеләр байрам кәйефендә йөрөп, уға ныҡлы әҙерләнергә тейеш. Атап әйткәндә, был көндө таң алдынан уҡ:
– ғөсөл ҡойонорға, тырнаҡтарҙы ҡырҡырға;
– иң матур һәм һәйбәт кейемдәрҙе кейергә;
– хушбуй һөртөргә, булһа, биҙәүестәрҙе лә тағып алырға;
– иртәнге намаҙға тиклем ашамаҫҡа;
– мосолмандарҙы сәләмләргә, ҡотларға;
– алданыраҡ мәрхүм туғандарыңдың, башҡа мосолмандарҙың ҡәберен барып тәрбиәләргә, уларҙың рухына хәйер бирергә;
– бүләктәр таратырға кәрәк.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Минең өммәнең иң һәйбәттәре ҡорбан сала, иң насарҙары был эште ҡалдыра», – тигән. Шулай уҡ, ҡорбан салырға матди мөмкинлеге булып та, был эште ҡалдырған мосолманға байрам намаҙына килеп йөрөүҙе тыйған хәҙис тә бар.
ҡөрьәндә: «Үҙегеҙҙе барлыҡҡа килтереүсе өсөн доға ҡылығыҙ һәм ҡорбан салығыҙ, Ул һеҙҙән ҡәнәғәт булһын», – тип әйтелгән. ҡорбанды үҙ ваҡытында салыу ҙа бик мөһим. Мал ҡиблаға ҡаратып салына. Әгәр кеше быға тиклем бер ваҡытта ла мал салмаған икән, ул ҡорбан салыу эшен башҡа кешегә ышанып тапшырырға тейеш. Сөнки мал да йән эйәһе, уны интектереп һуйыу – гонаһ, ҡорбанға килтерелгән малдың ҡурҡып өлгөргәнгә тиклем үк салыныуы яҡшы. Шул да мөһим – ҡорбан итеп салынасаҡ мал башҡа малды һуйыуҙарын күрмәһен, ҡурҡмаһын.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, кешеләрҙең күпселеге ҡорбан салыуҙың тәрән мәғәнәһен аңлап бөтмәй. Әлбиттә, белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп. Дини белеме булған кешеләр ҡорбан салыуҙың мәғәнәһе мал һуйып, күрше әбейҙәренә аш ашатыу ғына түгел икәнлеген аңлатырға тейеш. Хоҙай Тәғәләнең иткә лә, мал һуйғанда аҡҡан ҡанға ла мохтажлығы юҡ. Хоҙайға беҙҙең Уға инаныуыбыҙ, ышаныуыбыҙ ғына кәрәк. ҡорбан салыуҙың тышҡы яғы – был көндө мал һуйырға мөмкинлеге булған кешенең мохтаждарға, яҡындарына ит таратыуы, һыйлауы. Ә инде ҡорбан салдырған мосолман күңеленән ҡорбандың тик Хоҙай Тәғәлә өсөн килтерелеүен, иманын арттырыу өсөн эшләнеүен аңларға тейеш.
Тормош шулай ҡоролған: Хоҙай Тәғәлә кемгәлер бәрәкәтте (матди байлыҡты) күберәк бирә, кемдер, иманлы, дөрөҫ тормошта йәшәһә лә, ваҡытлысамы, башҡа сәбәптәр арҡаһындамы, ниндәйҙер матди ҡыйынлыҡтар кисерә. Һәр мосолман белһен: бөгөн һин мул тормошта йәшәйһең икән, мохтажлыҡ кисергән диндәштәрең араһында булған нәмәң менән бүлешергә тейешһең. Бөтә байлыҡ та, сирҙәр һәм бәрәкәт тә Хоҙай Тәғәләнән килә. ҡорбан байрамын мохтаждарға ярҙам итеп үткәрәһең, ҡорбан салып, ит менән булһа ла меҫкендәрҙең тормошон еңеләйтәһең икән, ҡорбаның ҡабул буласаҡ.
Хоҙай Тәғәлә ҡорбан салғанда тамған ҡандың һәр тамсыһын ул ергә төшкәнгә тиклем үк ҡабул итә, тип әйтәләр. Ысынлап та, Ул кешеләргә Үҙенә ышаныуын күрһәтеү өсөн күп шарттар тыуҙырған, юлын күрһәткән.
Әгәр ҡорбан салған кеше матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисермәй икән, бөтә итте лә таратып бөтөрә ала. Шулай уҡ ҡорбан итен өс өлөшкә бүлергә мөмкин, уның өстән бер өлөшөн үҙеңдең ғаиләң менән ашап, ҡалған өлөшөн мохтаждар менән туғандарыңа йәки дуҫтарыңа бүлеп бирергә була.
Бер кеше өсөн ҡорбан салғанда бер һарыҡ йәки кәзә етә. Ә инде һыйыр кеүек ҙур мал ете кеше өсөн салына. Тик иғтибар итегеҙ: малды ете кеше берлектә ҡорбанға килтергәндә уларҙың етеһе лә был малды тик ҡорбан итеп салдырыу ниәтендә генә булырға тейеш. Әгәр берәү малды – ит өсөн, икенсеһе ҡорбан өсөн салырға ниәтләй икән, ете кешенең дә ҡорбаны ҡабул булмаясаҡ.
Хаж
Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылыу – Ислам шарттарының бишенсеһе һәм һуңғыһы. Һәр һау-сәләмәт мосолман, ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла, хажға барырға тейеш. Хаж ваҡытында мосолмандың бөтә булмышы – кәүҙәһе, аҡылы, күңеле Хоҙай Тәғәләгә тапшырылып, Уға ғына табына.
Хаж Зөлхизә айының тәүге көндәрендә башланып, айҙың туғыҙынсы көнөнә кульминацион нөктәһенә етә.
Хаж ҡылыу Мәккә ҡалаһында урынлашҡан ҡәғбәгә барып, ғибәҙәт ҡылыуҙы аңлата. Изге урынға сәфәр – сәләмәт һәм матди мөмкинлеге булған һәр кем өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыс. Тик унда нисә тапҡыр барырға кәрәклеге тураһында ҡәтғи ҡағиҙә юҡ. Нисә тапҡыр теләһәң, шунса барырға була. Иң мөһиме – бер тапҡыр ғына булһа ла барыу мотлаҡ.
Ысынлап та, кешеләр доға ҡылһын өсөн булдырылған иң тәүге ғибәҙәтхана – Мәккәләге ҡәғбә. Ул Ибраһимдың баҫып торған урыны, һәм был йортҡа ингән кеше имен буласаҡ.
Хоҙай Тәғәлә хажға барыу урыны итеп Сәғүд Ғәрәбстанын юҡҡа ғына һайламаған. Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ – илдә тәбиғәт шарттары еңел ҡабул ителерлек түгел. Тимәк, был көндәрҙә кеше төрлө физик ауырлыҡтарға ла осраясаҡ.
Хаж дүрт йәки биш көн дауам итә. Унда ҡорбан ғәйете көнө лә инеп китә (хаж хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте, изге урынға барып ҡайтҡан яҡташыбыҙ менән әңгәмәне киләһе «Иман» сығарылышында уҡырһығыҙ).