RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

19.07.2013 Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

Әбделмоталлип
Шәйба туған-тыумасаһы ара­һында Мәҙинәлә үҫте. Ул йөҙгә сибәр, ихтирамлы булды. Хашим ибн Әбделманаф улы, Көрәйеш ырыуы башлығының балаһы икәнлеген дә белә ине. Ә көрәйештең Мәккәләге изге йортто тотоу, ғибәҙәтселәрҙе һыу, ярлы-ябағаны ризыҡ менән тәьмин итеү кеүек шөһрәтле вазифалар үтәгәне лә мәғлүм ине уға. Үҙенең баһаһын тотто ул, атаһы мәрхүм булыуына ҡарамаҫтан, башын сөйөп, асыҡ сырай менән йөрөнө.
Көндәрҙең береһендә Шәйба тиңдәштәре менән уйнарға сыҡты. Йәйәнән уҡ атып уйнарға ярата ине улар. Шәйба уҡ атыш ярышына үҙ ағаларының балаларын саҡырҙы. Балалар, ус аяһындай сәп янына теҙелешеп, әҙерләнде. Шул саҡ былар янынан бер ир уҙып бара ине. Балаларҙы күҙәтер өсөн туҡтап ҡалды.
Балаларҙың һәммәһе лә атып бөттө, әммә берәү ҙә сәпкә тейҙерә алманы. Шунан Шәйба алғараҡ сыҡты, ян керешенә бәләкәй генә уҡ һалды һәм атып ебәрҙе. Уҡ сәптең уртаһына ҡаҙалды. Шунан икенсе уҡ та тәүгеһе янына сәнселде. Шәйба шатлығынан ҡысҡырып ебәр­ҙе:
– Мин Хашимдың улы! Мин Әлбатхи (Мәккәләге майҙан) хужаһының улымын!
Быларҙы күҙәтеп торған ирҙең ирен ситтәрендә йылмайыу сағылды һәм ул артабан китеп барҙы.
2.
Ағаһы Хашим мәрхүм булғас, ғибәҙәтселәргә һыу һәм ризыҡ таратыу менән Әлмоталлип етәкселек итте. Әлмоталлип намыҫлы кеше, яҡшы юлбашсы булды, уны халыҡ та тыңлай ине. Бер көн ғибәҙәт мәле башланғас, ул Ҡәғбәлә кешеләренең ялын ҡарап йөрөнө. Әлмоталлип үҙ урынында саҡта уның янына баяғы − Мәҙинәлә балаларҙың уҡ атҡанын ҡарап торған ир килде. Ул да Йасрибтан ғибәҙәт ҡылырға килгәйне. Әлмоталлипҡа:
– Әгәр һин шул саҡта туғаның Шәйбаны күргән булһаң, уның сибәрлегенә, намыҫына һәм егетлегенә һоҡланыр инең. Мин уның бүтән малайҙар менән уҡ атҡанын ҡараным. Сәпкә тейҙергән һайын Шәйба: «Мин Хашимдың улы! Мин Әлбатхи юлбашсыһының улы!» – тип ҡысҡырҙы, – тине.
Әлмоталлип, башын ҡалҡытып:
– Бөгөн ҡараңғы төшкәнсе үк мин уны алып ҡайтырға китәм, – тине.
Теге кеше:
– Ай-һай! Сәлимә йә малайҙың ағай-энеһе уны һиңә бирергә ризалашыр тип уйламайым, – тип яуап­ланы.
Әлмоталлип:
– Ул үҙ халҡының батырлығын, үҙенең шанлы нәҫелен һәм маҡтаулы урынын онотмаһын өсөн тегендә ҡалдыра алмайым, – тип ҡырт киҫте.
Ҡараңғы төшкәнсе үк Әлмоталлип дөйә эйәрләп менде лә, Хашимдың улын − үҙенең туғаны Шәйбаны алып ҡайтыр өсөн юлға сыҡты. Ул тиҫтерҙәре менән Хашимдың данлы йортонда үҫергә тейеш.
3.
Әлмоталлип, Йасрибҡа барғас, Шәйба тураһында һораша башланы. Уны малайҙар менән уйнап йөрөгән ерендә тапты. Әлмоталлип саҡырғанға килгән Шәйбаны ҡосаҡлап үпте лә:
– Миң һинең бабайың. Туған-тыумасаң янына алып китергә килдем, – тине.
Шәйба:
– Һис шикһеҙ, әсәйемдән рөхсәт алырға кәрәк, –тип яуапланы.
Икәүләп Сәлимә янына барҙылар. Әлмоталлип:
– Мин туғанымды өйөнә, үҙ халҡы янына алып китергә килдем, – тине.
Сәлимә, Шәйбаны үҙенә ҡыҫып, ҡырт киҫте:
– Юҡ! Мин уны һинең менән ебәрмәйем. Ул минең улым.
Әлмоталлип та ҡаты торҙо:
– Уны алмайынса мин бер ҡайҙа ла китмәйем. Ул – минең туғанымдың улы. Ә беҙ халҡыбыҙҙың иң данлыҡлы ырыуынан. Балаға бындағыға ҡарағанда үҙ илендә яҡшыраҡ буласаҡ. Ә ул, ҡайҙа ғына булһа ла, һинең улың булып ҡаласаҡ.
Сәлимә, балаһына ҡарап:
– Миңә уйлар өсөн өс көн бир, –тине. Өс көн буйы Сәлимә һәр төрлөһөн уйланы. Улынан айырылыу уға бик ҡыйын, әммә баланың киләсәге өсөн, әлбиттә, үҙ халҡы араһында булыу яҡшы. Аҙаҡ сиктә улының киләсәген хәстәрләү уны һөйөүҙән өҫтөнлөк алды. Өс көндән һуң Сәлимә Әлмоталлипҡа Шәйбаны алып китергә рөхсәт бирҙе. Улар икәүләп дөйәгә атланып, Мәккәгә китте. Сәлимә күҙ яҙҙырмай улына ҡарап торҙо, бите буйлап йәш аҡты.
4.
Әлмоталлип Шәйба менән көн уртаһында Мәккәгә етте. Дөйә өҫтөндә Шәйбаның артында ултыр­ған Әлмоталлипты күргәс, кешеләр, был ҡол һатып алған икән, тип уйланы. Шәйбаға бармаҡ төртөп, ҡысҡырыша башланылар.
– Әлмоталлиптың ҡоло! Әлмотал­липтың ҡоло!
Әлмоталлип:
– Оят түгелме һеҙгә?! Был минең туғаным, Хашимдың улы! Мин уны Мәҙинәнән алып ҡайтып киләм! –тип һөрәнләне.
Әлмоталлип Шәйбаны өйгә индер­ҙе, өр-яңынан кейендерҙе, шунан кешеләр янына алып сыҡты:
– Был – Шәйба, туғаным Хашимдың улы. Беҙ Мәҙинәнән ҡайттыҡ.
Шәйбаны күҙҙән үткәреп, кешеләр уның атаһына оҡшағанын күрҙе.
– Эйе, һис шикһеҙ, был Хашимдың улы, – тиештеләр.
Әммә бынан һуң берәү ҙә уны Шәйба тимәне, ә Әбделмоталлип тине лә ҡуйҙылар, Әлмоталлиптың ҡоло мәғәнәһендә.

5.
Әлмоталлип тауар тейәп Йәмәнгә китте лә шунда вафат булды. Ошонан һуң һыу һәм ризыҡ таратыу эшен етәкләү Әбдел­моталлипҡа ҡалды. Ул ғибәҙәтселәргә һыуҙы тиренән тегелгән бик ҙур күнәктәр­ҙә тарата ине. Күнәккә һыу тултырыу үҙе бер бәлә. Бер көн Әбделмоталлип Ҡәғбәлә ял иткән сағында серемгә киткәйне, төш күрҙе. Кемдер уға: «Зәмзәмде ҡаҙып сығар», – тине. Әбдел­моталлип:
– Нимә ул Зәмзәм? –тип һораны.
– Ул – ғибәҙәтселәр өсөн иң яҡшы шишмә.
Зәмзәм тураһында төшөндә өндәшкән кеше шишмәнең урынын да күрһәтте.
Уянғас, Әбделмоталлип берҙән-бер улы Әлхаристы саҡырҙы. «Миңә Зәмзәмде ҡаҙып сығарырға бойорҙолар», – тине уға. Улар икәүләп ер ҡаҙа башланы, әммә икәү генә әллә ни эш ҡыра алмаясаҡтарын төшөндөләр. Әбдел­моталлип Аллаға ялбарҙы. Алланың ун ул биреүен үтенде. Әгәр шулай була ҡалһа, берәүһен Аллаһ хаҡына ҡорбан итәсәген әйтте. Өсөнсө көндә Әбдел­моталлип һыуға юлыҡты. Быны күргән кешеләр уға:
– Беҙҙе лә ҡойо ҡаҙыусы тип иғлан ит, – тине.
Әбделмоталлип:
– Был ҡойоно Аллаһ әмере буйынса мин ҡаҙҙым түгелме һуң? Әгәр ошоноң менән риза түгелһегеҙ икән, үҙегеҙ теләгән ҡазыйҙы килтерегеҙ. Ул хөкөм сығарһын, –тине.
Кешеләр ҡазый һайлап алды. Әбделмоталлип яғына Әбдел­манаф нәҫеленән егерме кеше сыҡты.
Юлға сыҡты былар. Бер аҙҙан кешеләрҙең һыуы бөттө. Сарсағас, улар Әбделмоталлиптин:
– Һин берәр нәмә күрәһеңме? –тип һораны.
Тегенеһе:
– Эйе, был үлем. Һәр кем соҡор ҡаҙһын. Кем дә булһа үлһә, бүтәндәр уны үҙ соҡоронда күмер, –тине.
Кешеләр үҙҙәренә ҡәбер ҡаҙа ла, үлемде көтөп ултыра.
Быны күргән Әбделмоталлип дөйәгә менә лә сүллек буйлап һыу эҙләп китә. Юл ыңғайы дөйә тояғы аҫтынан һыу атылып сыға башлай. Әбделмоталлип һыу эсеп туя ла үҙенекеләрҙе саҡыра. Улар ҙа һыу эскәс, ҡәҙимге хәленә ҡайта.
Кешеләр Әбделмоталлипҡа хөрмәт менән баш эйә.
– Һиңә беҙҙән өҫтөн булыу яҙған. Кем һине ошо сүллектә һыу эсерҙе, шул һиңә Зәмзәм һыуын да биргән. Ҡабаттан һиңә ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәйәсәкбеҙ, – тип, Аллаһ исеме менән ант иттеләр.
Әбделмоталлип һәм уның менән ҡуша сүллеккә киткән кешеләр кире ҡайта.
Зәмзәмдең берҙән-бер хужаһы булып ул ҡала. Ғибәҙәтселәргә тире тоҡта һыу ташыуҙы туҡтаталар һәм Зәмзәмдән һуғара башлайҙар.
6.
Абраха Ашрам эфиоп ине. Ул Йәмән хакимын үлтереп, уның батшалығына хужа булып алды. Бер мәл ғибәҙәт осоро еткәс, ул Алланың изге йортона юлланырға йөрөүселәргә иғтибар итә. Абраха:
– Был кешеләр ҡайҙа бара? – тип һорай.
– Улар Мәккәләге Аллаһ йортона китә.
– Ниндәйерәк йорт инде ул?
– Ул таштан ҡоролған.
– Ә мин һеҙгә яҡшыраҡты төҙөрмөн.
Абраха аҡ, ҡыҙыл, һары һәм ҡара мәрмәрҙән ғибәҙәтхана һалдыра, уны алтын-көмөш менән биҙәтә, ишектәренә сүкелгән алтын йәбештертә, стеналарына мускус һиптертә. Шунан ул кешеләргә ошо йортта ғибәҙәт ҡылырға бойора. Әммә уға берәү ҙә буйһонмай, барыһы ла Мәккәләге Ҡәғбәне яҡын күрә. Абраха ярһый, Ҡәғбәне ҡыйратмаҡ була. Ул ғәскәр йыя ла, алдан фил ебәреп, һуғышҡа ҡыуа. Ғәскәр Йәмәндән сығып, Мәккәгә йүнәлә. Юл ыңғайында ғәрәп хәрбиҙәре әллә нисә мәртәбә был ғәскәргә һөжүм итә, әммә эфиоп сардарынан еңелә килә. Бына Абраха ғәскәре Мәккәгә инә һәм Әбдел­моталлиптың дөйәләрен баҫып ала.
Ҡоттары осҡан кешеләр Әбдел­моталлиптан, ҡайһылайтыр­ға, тип ялбара. Абраха менән һуғышып булмай, шуға тауҙарға ҡасығыҙ, ти Әбделмоталлип. Ҡәғ­бәне емерергә ниәтләгәне өсөн халыҡ Абрахаға ныҡ нәфрәтләнә, әммә үҙҙәренең көсһөҙлөгөн күреп, тауҙарға ҡасыр­ға мәжбүр булалар. Һыҡтай-һыҡтай бөтөнөһө лә тауға китә.
Үҙ кешеләре араһында иң сибәре, иң күренеклеһе, иң шөһрәтлеһе булараҡ, Әбделмоталлип Абраха менән осрашырға китә.
Абраха уны бик ҙур хөрмәт һәм түбәнселек менән ҡаршылай. Тылмасҡа:
– Уға ни кәрәк? Һора, – ти.
Әбделмоталлип:
– Һин тартып алған ике йөҙ дөйәне ҡайтарып биреүеңде теләйем, –ти.
Абраха, түҙемһеҙләнеп:
– Һин миңә ике йөҙ дөйә тураһында һөйләп ултыраһың. Ә мин емерергә килгән динең, атайыңдың, нәҫел-нәсәбеңдең дине тураһында ләм-мим! – тип ҡысҡыра.
Әбделмоталлип тыныс ҡына:
– Мин – дөйәләрҙең хужаһы. Ә изге йорттоң үҙ хужаһы бар, – ти.
Шунан һуң Әбделмоталлип үҙенекеләр менән тауға китә. Абраха Мәккәне ни эшләтер икән, тип көтә.
Филле ҙур ғәскәр менән Абраха Ҡәғбәгә ҡарай ҡуҙғала, ә ғәрәптәр, ҡайғырышып, быларҙы тау башынан күҙәтә.
Ҡапыл диңгеҙ яғынан һанһыҙ ҡош тубы күтәрелә лә Абраха ғәскәре өҫтөнә таш бәрә башлай. Ғәскәр кешеләре шунда уҡ әҫпе һәм ҡыҙылса менән ауырырға тотона, һалдаттарҙың ҡул-аяғы өҙөлөп төшә. Быны күреп, Абраха ҡаса, ә ғәрәптәр ғәскәрҙең тарҡал­ғанын ҡарап тора. Шунан улар тауҙан төшә лә Ҡәғбәгә йүгерә, Алланы ҙурлап, һоҡланып, маҡтап тәбрикләй. Изге йорттоң үҙ хужаһы бар, ул уны емерелеүҙән һаҡлап ҡаласаҡ, тигән Әбделмоталлип хаҡлы булып сыға.
Шул уҡ фил йылында Әбделмоталлиптың улы Абдул­ланың улы Мөхәммәт донъяға килә.


Төҙөүсеһе – Әбдел Хәмит
Джуда әл Сәххәр.
Башҡортсаға тәржемә итеүсе – Ғәлим Хисамов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?