24.05.2013 Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?
Бер көндө Ибраһим ғәләйһиссәләмгә баҙарҙа китеп барғанда кешеләр килә лә: „Эй, Әбү Исхаҡ! Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә, доға уҡығыҙ, ҡабул булыр, тип әйтә. Беҙ доға уҡып, Аллаһыға ялбарабыҙ ҙа бит, ләкин доғабыҙ ҡабул булмай”, − ти.
Ибраһим бәйғәмбәр: ”Һеҙҙең йөрәктәр үлгән һәм түбәндәге нәмәләр менән ҡапланған”, − ти:
1. Һеҙ Хоҙайҙың барлығына ышанһағыҙ ҙа, уға тоғро ҡолдар булараҡ вазифаларығыҙҙы үтәмәйһегеҙ.
2. Һеҙ Ҡөрьән уҡыйһығыҙ, әммә Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәмәйһегеҙ.
3. Шайтанды үҙегеҙҙең төп дошманығыҙ тип таныһағыҙ ҙа, уны ҡыуандырған нәмәләрҙе генә башҡараһығыҙ.
4. Раббыбыҙҙан Ожмах менән ҡыуандырыуын үтенһәгеҙ ҙә, уны яулай торған эштәрҙе үтәмәйһегеҙ.
5. Тамуҡтың ҡурҡыныс икәнен аңлаһағыҙ ҙа, унан ҡасырға ашыҡмайһығыҙ.
6. Үлемдең ҡотолғоһоҙ икәнлеген беләһегеҙ, әммә уға һис тә әҙерләнмәйһегеҙ.
7. Кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе таба, күрә беләһегеҙ, әммә үҙегеҙҙең күңелегеҙҙе пакландырыу өҫтөндә эшләмәйһегеҙ.
8. Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәр менән файҙаланаһығыҙ, әммә уға рәхмәтле була белмәйһегеҙ.