RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелеңде таҙартҡың килһә, Ҡөрьән уҡы

24.05.2013 Күңелеңде таҙартҡың килһә, Ҡөрьән уҡы

Күңелеңде таҙартҡың килһә, Ҡөрьән уҡыКеше күңелен ниндәйҙер кимәлдә компьютер менән сағыштырыр­ға була. Әгәр компьютерҙа антивирус программаһы булмаһа, ул оҙаҡ эшләмәйәсәк. Бөгөнмө, иртәгәме, берәй ваҡыт вирус эләгеп, йә артыҡ мәғлүмәт йыйылыуҙан компьютер­ҙың тиҙлеге кәмей, насар эшләй башлай, һуңынан тамам боҙолоп ҡуя. Кеше күңеле лә шайтан ҡотортоуы һөҙөмтәһендә насар уйҙарға күмелә. Шайтан кешенең бирешкән урынын таба. Күңелен шул йүнәлешкә бора, шуға ҡоторта башлай. Кемделер иҫерткес эсергә ҡотортоп, кешелектән сығара, кемделер күңелен бер туҡтауһыҙ насар уйҙар менән тултырып, үҙ-үҙенә ҡул һалдыра һ.б.
Компьютерҙы көслө антивирус һаҡлай алған кеүек, кеше күңеле өсөн антивирус ролен, минеңсә, иман башҡара ала. Иманлы кеше күңелен көн һайын доғалар, сүрә, аяттар уҡып таҙартып тора. Иманлы кеше шайтан ҡотортоуҙарына бирешә һалмай. Ул ҡыйынлыҡтарҙы сы­ҙам күтәрә, боҙоҡ эштәр эшләмәй, изгелектәр ҡылып йәшәй бирә. Был донъяла йәшәгәндән һуң, ҡиәмәт көнө етеп, Хоҙай алдында яуап бирәсәген яҡшы аңлай.
Минең фекеремсә, Ислам дине заман афәттәренең береһе һанал­ған эскелекте еңергә ярҙам итә алыр ине. Һуңғы 10 – 20 йыл менән сағыштырып ҡарағанда, эскелек кәмеп бара, тип әйтергә була. Яйлап булһа ла йәштәр ҙә, ололар араһында ла дин тотоусылар арта, айыҡлыҡ өсөн көрәшкән ауылдар барлыҡҡа килде. Шулай ҙа эскелек һаман да көслө әле.
Эскелеккә бирелгән ир ғаиләһе өсөн ҙур мәшәҡәт тыуҙырып, ауыр бер йөккә әйләнә. Ул бер ҡайҙа ла эшләмәй, ғаиләһе йыйған мөлкәтте һатып эсә, иҫергән һайын иреш-талаш сығарып, балаларын, ҡатынын йәберләй. Һөҙөмтәлә ғаиләһе алдында, туғандары, яҡындары араһында бөтөнләй абруйын юғалта. Әле һүҙ ирҙәр тураһында барҙы, ә бит ҡатындар араһында ла бар ундайҙар. Ә ҡатын кешенең эскелеккә бирелеүе бигерәк тә ҡурҡыныс. Шулай уҡ был афәт йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе лә урап үтмәй.
Яҡындары эскән кешене яман ғәҙәтенән арындырыу өсөн нимә генә эшләп ҡарамай: дауаханаға алып барып, 1 – 2 йылға тигән бу­лып түләүле укол һалдырып, «кодировка» ла яһата, муллаға алып барып та өшкөртә һ.б. Беҙҙең район кешеләре, фәлән районда эскелектән ҡотолдороусы фәлән «оҫта» бар, тип ишетә лә, мөғжизәгә ышанып, «йәшел йылан» менән дуҫлаш­ҡан туғанын дауаларға алып китә. Сит район кешеләре шулай уҡ беҙҙең райондағы «оҫта»ларға эскеселәрҙе алып килеп, бәхетен һынап ҡарай. Бындай «дауалау»ҙың файҙаһы, ғәҙәттә, 10 кешенең ике-өсәүһенә генә тейһә тейеп ҡала. Ҡалғандары берәй аҙнаға, бер-ике көнгә туҡтап тора, ҡайһылары шул уҡ көндә эсеп, «дауа­лау»­ға түккән аҡсаны юҡҡа сығара. Шулай ҙа бөтә өшкөрөүселәрҙе лә бер епкә теҙеп, кеше алдауҙа ғәйепләргә ярамай, улар­ҙың араһында дин рөхсәт иткәнсә дөрөҫ дауалаусылары килеп сыға.
Теләге булмаған кешене нисек кенә дауалаһаң да, ул ҡабат эсәсәк. Бәл­ки, уның теләге барҙыр ҙа, ләкин ул шайтан ҡотҡоһонан сыға алмай. Ҡөрьәндә тәкәбберлеге өсөн ләғнәтләнгән шайтандың Аллаға биргән вәғәҙәһе тура­һында бына нимә яҙыл­ған: «Мин, – ти шайтан, – Һиңә ышанған ихлас ҡолдарыңдан башҡа, ҡалған кешеләрҙең бөтәһен дә, уларҙың гонаһлы эштәрен матур, гүзәл итеп күрһәтеп, тура юлдан яҙҙырырмын». Йәғни, кеше гонаһлы эштәр башҡарыуҙы һәйбәт эш эшләйем тип уйлар. Иҫен юйғансы иҫереп, урамда хурлыҡҡа ҡалып аунап ятыу­ҙы, аңы томаланыу сәбәпле, насар тип ҡабул итмәй, көн һайын шул хатаһын яңынан ҡабатлай.
Ләкин эскелектән ҡотолоу бигүк өмөтһөҙ эш түгел. Ҡөрьәндә «Ысынында, шайтан ҡотортоуҙары көсһөҙ» тигән һүҙҙәр яҙылған. Тик кеше үҙенең бәләләре шайтан ҡотортоуы арҡаһында икәнен аңлап, уны үҙе өсөн дошман итеп күрергә тейеш, шул ваҡытта ул иблис ҡотҡоһона ҡаршы тора алыр.
Һәр бер ауырыуға дауа бар, тигән шикелле, Аллаһы Тәғәлә беҙгә шайтанға ҡаршы тороу юлдарын да булдырған:
1. «Әғүүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-ражиим», – тигән Аллаһтан шайтандан яҡлау һораған һүҙҙәрҙе әйтеү.
2. Өй ишегенән ингәндә уң аяҡты алдан баҫып, «Бисмилләһ» әйтеп инергә. Был турала хәҙис бар: «Әгәр кеше өйөнә ингәндә «Бисмилләһ» әйтеп инеп, ашарға ултырғанда ла «Бисмилләһ» тиһә, шайтан дуҫтарына: «Киттек бынан, беҙ был өйҙә ашай ҙа, йоҡлай ҙа алмаҫбыҙ», – тип әйтер, ти».
Әйтеп китергә кәрәк, мосолман ашарға ултырғанда уң ҡулы менән эш итергә тейеш. Хәҙис: «Кем ашар­ға ултыра, уң ҡулы менән ашаһын, уң ҡул менән эсһен, уң менән алһын, уң ҡул менән бирһен. Ысынында шайтан һул ҡулы менән ашай, һул ҡулы менән эсә, һулаҡай менән бирә һәм ала».
3. «Әл-Бәҡара» сүрәһен уҡыу.
Хәҙис: «Өйөгөҙҙә «Әл-Бәҡара» сүрәһен уҡығыҙ! Ысынында, «Әл-Бәҡара» сүрәһе уҡылған өйгә шайтан инмәй».
4. «Аятел-Көрси»ҙе уҡыу.
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Аллааһу ләә иләәһә илләә һүүәл-хәййүл-ҡаййүүм, ләә тә’хуҙүһүү синәтүү-үә ләә нәүүүүм, ләһүү мәә фис-сәмәәүәәти үә мәә фил-ард, мәң ҙәлләҙии йәшфәғү ғинңдәһүү илләә би'иҙниһ, йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә халфәһүм, үә ләә йүхыитуунә бишәй'им-мин ғилмиһии илләә бимәә шәәәә, үәсиғә күрсийүһүс-сәмәәүәәти үәлард, үә ләә йә'үүдүһүү хифҙуһүмәә үә һүүәл-ғәлиййүл ғәҙыиим».
Был турала хәҙис: «Бер кеше ендән һораған: «Беҙҙе һеҙҙән нимә һаҡлай ала?» Ен яуап бирә: «Әл-Бәҡара» сүрәһенең «Аятел-Көрси» аяты. Кем уны иртәнсәк уҡый, ул беҙҙән кискә тиклем, ә кем уны кис уҡый, ул беҙҙән иртәнсәккә тиклем һаҡланған була».
Икенсе хәҙис: «Ятырға булһаң, «Аятел-Көрси»ҙе уҡы, шул саҡта һинең эргәңдә Аллаһ һаҡсыһы торасаҡ һәм шайтан һиңә иртәнсәккә тиклем яҡынлай алмаясаҡ».
5. «Әл-Бәҡара» сүрәһенең һуңғы ике аятын уҡыу.
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
285. Әәмәнәр-расүүлү бимәә үнңзилә иләйһи мир-Раббиһии үәл-мү’минүүн, күллүн әәмәнә билләәһи үә мәләәәә'икәтиһи үә күтүбиһии үә русүлиһ, ләә нүфәрриҡу бәйнә әхәдим-мир русүлиһ, үә ҡаалүү сәмиғнәә үә атағнәә ғуфраанәкә Раббәнәә үә иләйкәл-мәсыиир.
286. Ләә йүкәллифүллааһу нәфсән илләә вүсғәһәә, ләһәә мәә кәсәбәт үә ғәләйһәә мәктәсәбәт, Раббәнәә ләә тү'әәхиҙнәә ин-нәсиинәә әү ахта’нәә, Раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исранң кәмәә хәмәлтәһүү ғәләл-ләҙиинә минң ҡаблинәә, Раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһ, үәғфү ғәннәә үәғфир ләнәә үәрхәмнәә, әнңтә мәүләәнәә фәнңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин».
Хәҙис: «Әгәр берәй өйҙә өс көн буйына төндәрен «Әл-Бәҡара» сүрәһенең һуңғы ике аяты уҡылһа, был өйгә шайтан яҡынламаҫ».
6. Ҡөрьәндең иң һуңғы «Ихлас», «Фәләҡ» һәм «Нәс» сүрәләрен уҡыу.
«Ихлас» сүрәһе
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡуль һүүәллааһу әхәд(е). 2. Аллааһус-самәд(е). 3. Ләм йәлид(е) үә ләм йүүләд(е). 4. Үә ләм йәкүл-ләһүү күфүүән әхәд(е)».
«Фәләҡ» сүрәһе
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ(е). 2. Минң шәрри мәә халәҡ(е). 3. Үә минң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб(е). 4. Үә минң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүҡәд(е). 5. Үә минң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд(е)».
«Нәс» сүрәһе
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡуль әғүүҙү бираббин-нәәс. 2. Мәликин-нәәс. 3. Иләәһин-нәәс. 4. Минң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс. 5. Әлләҙии йүүәсүисү фии судүүрин-нәәс. 6. Минәл-джиннәти үән-нәәс».
Хәҙис: «Бәйғәмбәребеҙ, йоҡлар алдынан устарына ҡарап, «Ихлас», «Фәләҡ» һәм «Нәс» сүрәләрен өсәр ҡат уҡый һәм ҡулдары менән бөтә тәнен һыйпап сыға ине. Кем ошолай итә, Аллаһ уны йоҡоһонан уянғансы яманлыҡтан һаҡлар һәм уға шайтан яҡынлай алмаҫ».
Әммә, мәкерле шайтан кешене тик эскелеккә генә ҡоторта, тип тә аңларға ярамай. Ҡөрьәндә шайтандың Аллаға өндәшеүе тураһында ошолар әйтелә: «Мин кешегә алдан да, арттан да, уңдан да, һулдан да яҡынлармын, һәм уларҙың күбеһе Һиңә шөкөр итмәүселәр икәнен күрерһең». Шайтан ҡотортоуы һөҙөмтәһендә кеше бөтә гонаһлы эш эшләүҙе лә яҡшы итеп күрер. Мәҫәлән: кемдер зина ҡылыуҙы күңел асыу өсөн матур бер шөғөл тип уйлар, кемдер тәмәке тартып йәки наркотик ҡулланып һаулығын бөтөрөүҙе гүзәл бер ғәмәл итеп күрер, кемдер ғәйбәт таратыуҙан кинәнес табыр һ.б.
Шайтан ҡабат яҡынламаһын өсөн Ҡөрьәнде йәки үрҙә яҙылған айырым аят-сүрәләрҙе даими рәүештә уҡыу зарур һәм, иншалла, уларҙың көсө һеҙҙән шайтанды ҡыуырға ярҙам итер, өйөгөҙгә бәрәкәт килер.

Ирек ҠАҺЫМҒОЛОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?