RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Барлығына ышанырға ғына кәрәк

09.04.2013 Барлығына ышанырға ғына кәрәк

Барлығына ышанырға ғына кәрәк«Алла бармы ни ул, булһа, ярҙам итер, шул тиклем дә ҡайғы-хәсрәт ебәрмәҫ ине», – тине миңә берәү. «Хоҙай яратҡан бәндәһен генә һынай, һинең, һис шикһеҙ, тормошта бәхетле мәлдәрең күп булыр. Ышан, Унан ярҙам һора, иман килтер», – тип кәңәш бирҙем мин уға.
Беҙ атеистик тәрбиә алып үҫтек. Дингә ылыҡтырған олатай-өләсәй­ҙәр тәрбиәһе беҙгә эләкмәне, Хоҙайға иман килтереүҙе белмәнек тә. Тик тормошомдағы бер ваҡиға дингә ҡарашымды бөтөнләй үҙгәртергә мәжбүр итте.
Ҡыҙыу бесән мәле. Беҙ, колхозсылар, яланда күмәкләп бесән эшләйбеҙ. Колхоз бесәнен бөтмәйенсә тороп үҙебеҙҙекен эшләй ҙә алмайбыҙ. Ул йыл ныҡ ямғырлы булды. 1 – 2 көн ҡоро тора ла, һуңынан ямғыр ҡойорға тотона. Күмәк көс менән тырышҡас, эш ырай. Өйгә ҡайтһаң, ҡараусыһыҙ торған балаларың көтә. Шулай бер көндө сабылған бесәнде йыйып бөтөүебеҙ булды, күкте ҡара болоттар ҡаплап алды. Алыҫта күк гөрһөлдәгәне лә ишетелә. «Тиҙ генә ҡоралдарығыҙҙы йыйығыҙ ҙа, ямғыр ҡоя башлағансы ауылға ҡайтып өлгөрәйек», – тине ағайҙарҙың береһе. Беҙ, ҡатындар, йәһәт кенә аш-һыу әйберҙәрен йыйыштырырға тотондок. Арабыҙҙағы Фәғилә апай ғына, туҡта, намаҙ ваҡыты етте, тиҙ генә намаҙымды уҡып алайым әле, тип, беҙ ашыҡҡанда яйлап ғибәҙәт ҡылырға кереште. «Тапҡанһың ваҡыт. Булмаған Аллаң тороп торор», – тинем мин, Фәғилә апайға асыуланып. Намаҙын тамамлағас, апай: «Тәүбә, тиең. Ауы­ҙыңдан ел алһын», – тине.
Көслө ел менән яуған ямғыр тиҙ килеп етте. Беҙ һыулана-һыулана атлы арбала урман юлынан ҡайтып киләбеҙ. Өҫтөбөҙгә ҡаплаған полиэтилен ғына беҙҙе һыуланыуҙан ҡотҡара. Тайғаҡ юлда арба тегеләй ҙә былай сайҡала. Аяҡтарға бысраҡ сәсрәй генә. Бер ваҡыт эргәбеҙҙә ҡороған ағас ҡолауы булды, өркәк атыбыҙ сабырға кереште. Вәхит ағай атын тыңлата алмай. Теге ат арбаны ауҙарҙы. Мин әйберҙәр аҫтында ятып ҡалдым. Бер мәлгә, көслө ауыртыу тойоп, иҫемде юғалт­ҡандай булдым. Нимә булды был, берәй ерем имгәнмәһә генә ярар ине, тип уйлап тороп баҫтым. Ҡараһам, итәгем аяҡҡа йәбешкән, ҡан һарҡып сыҡҡан. Ҡан күрһәм, ҡотом алына. «Эй, килегеҙ. Бында минең менән нимәлер булған, ахыры», – тип иптәш ҡыҙҙарҙы саҡырҙым. Уларҙан алда беҙҙән артта килгән ат хужаһы – ветврач Хәлил ағай килеп етте. Эре ҡан тамыры йәрәхәтләнгән, тиҙерәк ауылға алып барып еткерергә кәрәк, тип фарман бирҙе. Ауылға барып етеүгә фельдшер жгут һалып, тиҙ генә колхоз машинаһы менән дауаханаға алып барҙы. Унда барғас, табиптар­ҙың иҫе китте. «Күп ҡан юғалтыуҙан нисек иҫеңде юймағанһың. Салғы менән бергә итәгеңдең ҡырҡылып инеп китеүе генә ҡотҡар­ған һине», –тинеләр.
Алла юҡ, тигән бәндәһен бына шулай һынап, үҙенең барлығын белдерҙе Хоҙайым. Дауала­нып ҡайтҡас, Фәғилә апайҙан ғәфү үтендем. Доғалар яҙып өйрәнеп, ятлап алдым. Тормо­шомда күп һынау күрҙем. Нимә булһа ла Хоҙайыма һыйындым, уның ярҙам итеүен үтендем. Ишетә беҙҙе Хоҙай, тик тыйғандарынан тыйылып, уға ғибәҙәт ҡылырға ғына кәрәк.

Сәбилә МОСТАФИНА.

Дәүләкән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?