RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нишләп улай күп?

26.10.2010 Нишләп улай күп?

Әлбиттә, бер нисә ҡатыны булған ирҙәрҙе беҙҙең заманда күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Шулай ҙа мосолман ирҙең дүрт ҡатын менән йәшәргә хоҡуғы барлығын беләбеҙ. Тик мин шуны аңламайым: ни эшләп Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡатыны дүрттән артыҡ булған һуң?
Лилиә ӘҘҺӘМОВА.

Донъялыҡҡа Ислам килгәнгә тиклем ирҙәр теләгән тиклем ҡатын ала алған. Мәҫәлән, ҡайһы бер бәйғәмбәрҙәрҙең меңгә яҡын ҡатыны булыуы билдәле. Ғәрәптәр ҙә, нисә ҡатын алырға теләһә, шунса алған. Ә Ислам дине таралыу менән ҡатындарҙың һаны дүртәүгә тиклем ҡыҫҡартылған. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм күп ҡатыны булған бер кешегә: «Араларынан дүртәүһен һайлап ал һәм ҡалғандары менән айырыл», – тип ҡушҡан.
Ысынлап та, Мөхәммәт бәйғәмбәр­ҙең туғыҙ ҡатын (ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә) менән йәшәүе тирәһендә төрлө бәхәстәр ҙә тыуғылай. Ул, башҡа ғәрәптәр кеүек үк, Хоҙай Тәғәлә дүрттән артыҡ ҡатын алыуҙы тыйғанға тиклем үк туғыҙ ҡатынға өйләнгән булған. Хоҙай Тәғәлә ни бары Мөхәммәт бәйғәмбәргә генә бөтә ҡатындарын да ҡалдырырға рөхсәт иткән. Шул уҡ ваҡытта Хоҙай илсеһен яңы ҡатындар алыуҙан йәки булғандарын айырыуҙан тыйған.
Шулай ҙа ни өсөн бер кешегә генә Ислам динен ҡабул иткәндән һуң да күп ҡатын алырға рөхсәт бирелгән һуң? Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡатындарын ҡөрьәндә, Ислам динен тотоусыларҙың әсәһе, тип атайҙар, улар мосолман йәмәғәтселегендә айырым бер статусҡа эйә. Тимәк, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән айырылған ҡатындарға башҡа бер кемдең дә өйләнергә хоҡуғы булмаған. Был – ҡатындарға ҡарата мәрхәмәт­һеҙлек. Сөнки уларҙың ҡәҙимге тормош алып барырға, кейәүгә сығырға мөмкинлеге булмаҫ ине. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләй­һис-сәләмдең туғыҙ ҡатыны ла айырым бер хөрмәткә эйә булған һәм тота килеп уларҙың ҡалғандарын ошо бәхеттән мәхрүм итеү дөрөҫ булмаҫ ине.
ҡайһы бер әҙәмдәр, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ниндәй­ҙер түбән тойғолары өсөн күп ҡатын алған, тип ышандырырға тырыша. Ысынында, Хоҙайҙың һуңғы илсеһе тойғоларында ла юғары әхлаҡлылыҡ күрһәткән һәм бер ваҡытта ла аҡылын, кешелеклеген ниндәй ҙә булһа түбән тойғоларҙан өҫтөн ҡуймаған. Шулай булмаһа, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм 25 йәшендә үҙенән 15 йәшкә оло, быға тиклем ике тапҡыр кейәүҙә булған ҡатынға өйләнеп, бөтә йәшлеген тап ошо ҡатын менән бәхетле итеп үткәрмәҫ ине. Әйткәндәй, тап ошо ҡатын – Хәҙисә менән йәшәгән йылдарын һәр ваҡыт иң бәхетле ваҡыты итеп һанаған. Ошо көндәрен үҙе яҡты донъя менән хушлашҡанға тиклем юҡҡа һағынып һөйләмәҫ ине.
Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм икенсегә 53 йәшендә, беренсе ҡатыны үлгәс кенә өйләнгән. ҡатындарының ҡайһыларын Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ирҙәре үлеп, ауыр хәлдә ҡалған осраҡта, ҡайһыларын дошманлашҡан халыҡтарҙы дуҫлаштырыу маҡсатында алған. Һәм был ҡатындарҙың бөтәһе лә үтә лә сибәр йәки бай тип әйтеп булмаҫ ине. Шулай уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең сит ҡәбиләләр­ҙән ҡатын алып, шул ҡәбилә халҡын Исламға килтереүе лә билдәле.
Шулай итеп, Мөхәммәт бәйғәмбәр­ҙең һәр бер яңы никахы Ислам динен таратыуға, дош­манлаш­ҡан ҡәбиләләрҙе дуҫлаштырыуға, әллә күпме проблемаларҙы хәл итеүгә лә ҡайтып ҡалған. Элек ғәрәп донъяһында ниндәй ҙә булһа кеше менән туғанлашыу ҙур әһәмиәткә эйә булған. ҡыҙын кейәүгә биргән, ҡатын алған ҡәбиләләр менән ғәрәптәр дошманлашыуын туҡтат­ҡан.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?