RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәфәғәт әйлә беҙгә, Эй, Мөхәммәт Мостафа!

05.02.2013 Шәфәғәт әйлә беҙгә, Эй, Мөхәммәт Мостафа!

Шәфәғәт әйлә беҙгә, Эй, Мөхәммәт Мостафа!
Әлхәмдүлилләһ, ошо күркәм Рабиғел әүүәл айында һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Моста­фа ғәләйһис-сәләмдең тыуған кө­нө айҡанлы Башҡортостаныбыҙ­ҙа үткәрелгән бер нисә Мәүлит байрамында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Элегерәк тә атай-олатайҙарҙың бергә йыйылып: “Мәрхәбә, йә Мәрхәбә!”(Хуш килдең, йә хуш килдең!) – тип алҡышлап Мәүлит байрамдары үткәреүе тураһында ишетә-күрә йөрөй инем. 23 ғинуар көндө Өфөлә Туҡай урамындағы Беренсе собор мәсетендә үткәрелгән байрамда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин үҙе ҡатнашып, Мәүлит байрамының әһәмиәте тураһында ентекле аңлатыуы бик фәһемле булды. Шулай ҙа: “Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ – булғарҙар бәйғәмбәребеҙ тарафынан ебәрелгән өс сәхәбәнән ислам динен ҡабул иткән”, − тигән кеүегерәк һүҙҙәр яңғырағас, бер аҙ моңһоу булып китте. Ниндәй аудиторияны күҙ уңында тотоп һөйләне был һүҙҙәрҙе беҙ­ҙең хөрмәтле дин әһеле? Башҡор­тостаныбыҙҙың баш ҡалаһында урынлашҡан Туҡай мәсетенә ниндәй генә милләт вәкилдәре йөрөмәй?! Минең, мәҫәлән, ата-бабаларым – башҡорттар. Икенсе яҡтан аңлашыла, һәр милләт вәкиле үҙ халҡы өсөн янып-көйөп йәшәй торғандыр… Мин дә бит Өфөләге “Ғофран” мәсетендә Тулҡын хәҙрәт үҙенең бихисап шәкертен түңәрәктәргә теҙеп саф башҡорт телендә лә мөнәжәттәр йырлата башлағас, ҡыуанысымдан осоп китә яҙҙым:
Аллаһуның дуҫы Һин,
Эй, Мөхәммәт Мостафа!
Беҙгә шәфәғәтсе Һин,
Эй, Мөхәммәт Мостафа!
Был донъяны һөймәнең,
Туйғансы аш еймәнең,
Хаҡ ҡоллоғоң ҡуйманың
Һин, Мөхәммәт Мостафа!
Күп рәхмәт булһын Һиңә!
Күп сәләм булһын Һиңә!
Шәфәғәт әйлә беҙгә,
Эй, Мөхәммәт Мостафа!
“Өммәтем, өммәтем, өммәтем”, – тигән бәйғәмбәребеҙ. Өммәтем тигән, айырым бер милләтем тимәгән. Шуға ла үҙ халҡыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, йолаларын, телен һаҡлап һәм шул ваҡытта башҡа халыҡтарға ла ихтирамлы булып йәшәү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Аллаһы Тәғәлә алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ.
Шәфәғәт әйлә беҙгә, Эй, Мөхәммәт Мостафа!
26 ғинуарҙа Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн Миәкә районының Илсеғол ауылы эргәһендәге На­рыҫ­тауҙа яңы төҙөлгән Сәхәбәләр мәсетендә Мәүлит байрамы уҙғарылды. Унда милләтебеҙ ҡеүәте, халыҡтар дуҫлығы, Рәсәй именлеге өсөн доғалар ҡылынды. Әйткәндәй, байрам үҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм Мөхәммәт Түлебаев башҡарыуында “Урал” көйө менән башланып китте. Йөрәктән йөрәккә үтеп ингән был моң ата-бабаларыбыҙҙың доғаһы кеүек ҡабул ителде. Ғөмүмән, был йыйын ата-бабаларыбыҙ үткәргән Мәүлит байрамының бөтә шарттарына тура килтереп үткәрелде. Унда Тажикстандан бәйғәмбә­ребеҙ нәҫеленән булған ҡөрьән-хафиз Сәйет Ахрар ҡөрьән сүрәләрен, Мәүлит доғаһын бик тәьҫирле уҡыны. “Әс-сәләм” гәзите вәкиле Хәбиб хәҙрәт һәм Дағстанда ваһһабиттар тарафынан үлтерелгән Шәйех Сәйет әфәнденең мөриттәре әйткән салауаттар үҙҙәренең ихласлығы менән арбаны. 86 йәшлек булыуына ҡарамаҫтан, алыҫ араны яҡын итеп килеп еткән, ошо байрам айҡанлы махсус ҡөрьән-хәтем сыҡҡан Йылайыр районының ҡәҙерша ауылы имам-хатибы Нуретдин Игебаевтың һәр һүҙе кинәйәле булды. Ил тип, ер тип, халҡым, тип янып йөрөгән ошондай аҡһа­ҡалдарыбыҙ күберәк булһын ине! Сәхәбәләр мәсетен төҙөүҙә күп көс һалған Белорет ҡалаһы мәсетенең имам хатибы Исмәғил Мөхәмәтйәнов, Миәкә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Хәниф Мусин, Миәкә районының Илсеғол ауылы мәсете имам-хатибы Мансур Сә­һәрйәров, Нурмөхәмәт Нуриев һәм Илшат Хафизов хәҙрәттәрҙең сығышы ла көслө тәьҫир итте. ҡышҡы һыуыҡ көн булыуға ҡарамаҫтан, был изге йыйынға алыҫ-алыҫтарҙан меңдән ашыу кеше йыйылғайны. Хатта ки Мәүлит байрамын биҙғәт күреп, аҫтыртын эш алып барған бәндәләрҙең ҡотҡоһо ла туҡтата алманы халыҡ ағымын. Башҡортостаны­быҙҙың төрлө төбәктәренән Нарыҫтауҙағы байрамға килгән ҡәрҙәштәребеҙ Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн Зәйет улы Зөбәйер һәм Зөбәйер улы Ғабдрахман сәхәбәләрҙең ҡәберенә зыярат ҡылып, ил-йорт өсөн доғалар уҡыны, изге шишмә һыуын күстәнәскә тултырып алды. Шулай уҡ бәйғәмбәребеҙ рухына биш ҡорбан салынып, Илсеғол ауылы мәсетендә ҡөрьән ашы әҙерләнде. Ә инде күңелгә ныҡ хуш килгәне: Мәүлит байрамында “Башҡортостан − әүлиәләр иле” тип исемләнгән бик матур йөкмәткеле, сағыу тышлы яңы китап һатыуға сығарылды. Унда халҡыбыҙға билдәле булған әүлиәләр тураһында бик тос мәғлүмәт тупланған. Китапты төҙөүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәткән ҡәрҙәштәребеҙҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе ололаһын!
Киләсәктә лә һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәләмде ҙурлап, үҙебеҙҙең әүлиәләребеҙҙе ололап киләсәкле халыҡ булайыҡ! ҡиәмәт көнөндә лә Хаҡ Тәғәлә илсеһе Мөхәммәт Мостафа ғәләй­һиc-сәләм өммәтендә булып, уның шәфәғәтенә лайыҡ булырға яҙһын!

Минзилә Муллағолова.

Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?