RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хоҙай һорағанына бирер

22.01.2013 Хоҙай һорағанына бирер

Рухи остаз Ибраһим ибн Әҙһәм Басра ҡалаһы урамдары буйлап барғанда ҡалала йәшәүсе хәҙрәттәр йыйылып унан:
− Эй, хәҙрәт, Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында: „Һеҙ минән һорағыҙ. Мин доғаларығыҙға яуап ҡайтарырмын”, – тигән. Нимә булды икән беҙгә? Беҙ Аллаһы Тәғәләнән һорайбыҙ ҙа, ни эшләп һуң доғаларыбыҙ ҡабул булмай икән? − тип һорағандар.
− Эй, Басра ҡалаһы халҡы, Аллаһы Тәғәлә нисек һеҙҙең доғаларығыҙға яуап бирһен? Һеҙҙең күңелдәрегеҙ, йөрәктәрегеҙ үле бит. Бында ун төрлө сәбәп бар. Һеҙ Раббыбыҙға, иман килтерҙек, уны таныныҡ, тип әйтәһегеҙ ҙә ул, әммә ҡөрьән өйрәткәнсә эшләмәйһегеҙ. Аллаһ илсеһе Мөхәммәт бәйғәмбәрҙе хөрмәт итәбеҙ, тиһәгеҙ ҙә, ул өйрәткән юлдан ситләшеп йөрөйһөгөҙ. Шайтан − беҙҙең дошманыбыҙ, тип һөйләйһегеҙ, әммә эшләгән эштәрегеҙгә ҡарағанда, уны дуҫ иткәнһегеҙ. Йәннәткә эләгергә теләйһегеҙ ҙә бит, әммә унда эләгергә берәй тырышлыҡ күрһәтәһегеҙме? Йәһәннәм утынан ҡотолорға кәрәк, тип яу һалһағыҙ ҙа, үҙегеҙ уға илтә торған юлда йөрөй­һөгөҙ. Үлемгә әҙерләнәһегеҙме? Кешеләрҙе тикшереп ғүмер уҙғараһығыҙ, әммә үҙегеҙ кәмселектәр һаҙлығына төшөп батҡанығыҙҙы һиҙмәй йөрөйһөгөҙ. Вафат булған кешене ерләйһегеҙ, әммә шуларҙың үлеменән ғибрәт ала белмәйһегеҙ. Иртә-кис ашап торғас, Аллаһы Тәғәлә ниғмәттәренә рәхмәт әйтә белегеҙ.
Эй, Басрала йәшәүселәр, һеҙ бит тере булһағыҙ ҙа, Хоҙай ҡаршыһында мәйеттәр кеүек йәшәйһегеҙ. Ә мәйеттәр Унан нимә һорай алһын? Доғаларығыҙҙың ҡабул булыуын теләһәгеҙ, күңелдәрегеҙҙе терелтеп, мәйет булыуҙан үҙ-үҙегеҙҙе ҡотҡарығыҙ, − тип яуап ҡайтарған.
„Доға ҡылыу − ғибәҙәттең елеге”, − тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр. Аллаһы Тәғәләне танып, унан һорамайса, доға ҡылмайынса йәшәгән бәндә ғифләт йоҡоһонда ғүмер кисерә,тигән һүҙ. Доғаһыҙ кеше үҙенең кем икәнлеген, донъяға ни өсөн килгәнлеген, тиҙҙән ҡайҙа барасағын белмәйенсә йәшәй. Доға ҡылыу, Аллаһыға ышаныу, Уны таныуға һәм унан һорау дарыуына кешенең сәләмәтлеге, тыныслығы, бәхете һалынған. Доға шишмәһенән ауыҙ итмәгән кеше үҙен һәм башҡаларҙы, мин бәхетле, тип алдамаһын. Доғаның ҡабул булыуы һәм булмауы мөһим түгел, иң мөһиме – доғалы булып йәшәү. Сөнки күп кеше Хоҙайҙан һорағанының ҡабул булмауына ҡайғыра. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ сөннәтендә шундай һүҙҙәр бар. Әгәр ҙә кешенең һораған үтенесе ҡабул булмаһа ла, хәйерлерәк бер әйбер менән алмаштырыла. Шуға күрә әҙәм балаһы доға менән йәшәргә тейеш.
Доғаларың ҡабул булһын тиһәң, һәр хәлеңдә лә Аллаһы Тәғәләгә ышан һәм уға таян. Уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшә. Ашаған ризығың, кейгән кейемең, йәшәгән йортоң хәләлдән булһын. Доғаң ҡабул булһын тиһәң, кешеләрҙе ҡулың менән дә, асыулы телең менән дә рәнйетмә, күңелең сабыйҙарҙыҡы кеүек саф булһын. Ашағыһы килгән бала, һүҙ әйтмәйенсә, илап әсәһен саҡырған кеүек, һин дә ҡайһы берҙә һүҙ әйтмәйенсә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, илай бел.

Мәхмүт Шәрәфетдин.
(“Бәхеттәрҙең серҙәре” китабынан).










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?