RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аят уҡытыу мотлаҡмы?

22.01.2013 Аят уҡытыу мотлаҡмы?

Хөрмәтле «Йәшлек»!
Мин, инде бер нисә йыл тирәһе шәһәҙәт ҡылып, етди рәүештә ислам диненә бирелеп, уның һәр талабын − намаҙ, ураҙаларҙы үтәй башлаған кеше булараҡ, һеҙҙең гәзиттәге дини мәҡәләләрҙе һәр саҡ уҡып барыр­ға тырышам. Үҙем өсөн күп кенә файҙалы мәғлүмәт алам. Әммә динде өйрәнгән һайын төрлө һорауҙарым да күбәйә бара.
Тәүге һорауым − мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе йыйып, әруахтарыбыҙҙың өсөнә, етеһенә, ҡырҡына, йылына ҡөрьән аяттары бағышлап уҡытыу хаҡында. Өйҙә «Ислам дине йолалары», «Йыназа тәртиптәре», «Ғибәҙәти исламия» кеүек төрлө китаптарым байтаҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, был хаҡта бер генә лә мәғлүмәт таба алмайым. Тик боронғо ата-бабаларыбыҙҙан, әбей-бабайҙарҙан ишетеп кенә беләм. Атай-әсәйҙәребеҙгә йыл да аят бағышлатып торабыҙ. Әммә ҡайһы бер уҡығаныраҡ кешеләр: «Ислам динендә ундай нәмә бөтөнләйгә юҡ», − ти. Ул ғына ла түгел, шундай-бындай нәмәләр − бидәғәт (кешеләр тарафынан дингә индерелгән яңы ғөрөф-ғәҙәттәр), йәнәһе, уны ҡөрьән дә, бәйғәмбәребеҙ ҙә ҡушмаған, хатта был дин тарафынан тыйылған ғәмәлдәр, тип әйтә. Үлгән кешегә аят уҡылмай, ә тик уларға әхирәттә яҡшы булһын тип, улар өсөн Аллаһы Тәғәләгә фәҡәт доға ғына ҡылырға тейешлебеҙ, тиҙәр. Ә ҡөрьән аяттары тик тере кешеләр өсөн, тип раҫлайҙар. Урындағы имамдар ҙа был һорауға өҙөп кенә яуап бирмәй. Шуға күрә мөфтөй хәҙрәт кимәлендәге белемле кешенең дөрөҫ кенә итеп ошо һорауыма яуап биреүен үтенәм.
Икенсе һорауым − шәриғәт талабы буйынса, ир-ат булған ерҙә ҡатын-ҡыҙҙарға тауышланып аят уҡып ултырырға ярамай, тиҙәр. Әммә беҙ электән һәр мәжлестә бергә ултырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Шул һорауҙы ла бер юлы мөфтөй хәҙрәт аңлатып бирһә, бик шат булыр инем. Был һорауҙар мине генә ҡыҙыҡһындырмайҙыр, тигән уйҙамын.
Юғарыла телгә алынған ғәмәлдәрҙе дөрөҫ үтәмәй, оло гонаһлы булып йөрөүҙән ҡурҡам. Әстәғәфируллаһ.

Cәбилә ХОҘАЙҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

Һеҙҙең һорауға Башҡортостан мосолмандары диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин яуап бирә:

– Заманында беҙҙең республикаға Сәғүд Ғәрәбстанынан байтаҡ студент белем алырға килде. Диндәштәр булараҡ, беҙҙең халыҡта уларға мөхәббәт уянып, ислам дине буйынса дәрестәр ҙә ала башланылар. Үкенескә күрә, был яҡшылыҡҡа килтермәне, ошо студенттарҙың ҡайһы берҙәре хаҡ динебеҙҙе инҡар иткән яңы ағымдарға ла өйрәтте. Халҡыбыҙ ике уртала тороп ҡалды. Меңәр йылдар дауамында килгән исламда төрлө дини ағымдарҙың ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүен Кав­казда, Тажикстанда, Татарстанда барған ваҡиғаларҙа күреп торабыҙ. Исламда дошманлыҡ юҡ, ул − тыныслыҡ дине. Беҙҙең мосолман дине имам Ағзам Әбү Хәнифә хәҙрәт мәзһәбе буйынса барған. Ул – Исламды беренсе булып айырым ҡанун-ҡағиҙәләргә, бүлектәргә бүлгән ғалим. Был мәзһәбтең үҙенең сығанаҡтары бар. Беренсе сығанаҡтарға ҡарағанда, беренсеһе − ғөрөф-ғәҙәт тип атал­­ған ҡағиҙәләр. Мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытыу ул динебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып килә, хатта атеизм көслө булған ваҡыттарҙа ла был мотлаҡ башҡарылған бит. Ис­лам­да мәрхүмдең туғанының ҡай­ғыһын уртаҡлашыу ҙа бар. Ауырығанда хәлен белеү, мәрхүм булғанда ҡәбер ҡаҙыу, ерләшеү ҙә мотлаҡ фарыз. Сөнки вафат бу­лыу­сыны ерләгәндә туғандар күрешә, вафат булыусының өсөн, ҡырҡын уҡытҡанда йорт­ҡа ла ҡөрьән инә, әҙ генә булһа ла йыйылған кеше ислам тәғлимәттәрен иҫкә төшөрә, ауыҙына аят ашында хәләл ризыҡ ҡаба. Мәрхүмде иҫкә алыу мәжлестәре үткәреүҙе бидәғәт тип әйтергә хаҡыбыҙ юҡ. Был һүҙҙәрҙе әйтеүсене дингә ҡаршы эш алып барыу­сы, халҡыбыҙҙы хаҡ диндә аҙаштырыусы тип әйтеү урынлы булыр. Ислам дине йолаларына яңылыҡ индерергә тырышмайыҡ. Үлгән­дәрҙең хәтерен белеү, уларҙы ҡөрьән аяттары уҡып иҫкә алыу мотлаҡ.
Икенсе һорауығыҙға килгәндә, шуны әйтер инем, беҙҙең диндә ике енес араһында билдәләнгән ҡанун-ҡағиҙәләр бар. Йәмәғәт урындарында ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында бер пәрҙә һаҡлана икән, тимәк, ғаиләлә лә тыныслыҡ һаҡланыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?