RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәләл ризыҡ хаҡында Хәҙистәр

23.11.2012 Хәләл ризыҡ хаҡында Хәҙистәр

Тыйылмаған йәиһә Ис­ламиәттә рөхсәт ител­гән ризыҡтар хәләл һанала. Был йәһәттән бәйғәмбәребеҙ түбәндәгеләрҙе бойорҙо.
Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ.
Бер кеше һис хәрәм ҡатнаштырмайынса ҡырҡ көн хәләл ризыҡ ашаһа, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен нур менән тултырыр. Йөрәгенән йылғалар кеүек хикмәт, файҙалы ғилем ағыҙыр, күңеленә донъяға мөхәббәт килтерер.
Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү бер хазинаға оҡшар. Был хазинаның асҡысы – доға, асҡыстың тештәре иһә хәләл ризыҡтыр.
Һәр көн хәләл байлыҡ менән алыш-биреш итеү төндәрҙе – ғибәҙәт, көндәрҙе ураҙа менән үткәреүҙән хәйерлелер.
Хәләл булмаған ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү көсө лә булмаҫ, хәләл ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында тәкәбберлек һис булмаҫ.
Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт итер. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.
Беҙҙең ғүмер юлыбыҙҙа ҡулдарыбыҙ хәләл эштә, күңелебеҙ иһә Аллаһы Тәғәлә­ләлер.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?