RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ кисергән Ишбулдылар

23.11.2012 Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ кисергән Ишбулдылар

Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ кисергән Ишбулдылар
Йылайыр районының ҡасандыр 250-гә яҡын халҡы булған Ишбулды ауылы боронғоларҙан һанала. Ауылдарҙы эреләтеү дәүерендә эргәһендәге Ишембәт ауылыныҡылар ҙа унда төпләнә. Ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр бихисап. Ауыл халҡының күпселеген Нәҙерғоловтар, Бураншиндар тәшкил итә. Араларынан Миңлеғәле Нәҙерғолов филология фәндәре докторы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәжәп, Дәүләткирәй, Хәҙисә, Мәҙинә һәм Ғәли Нәҙерғоловтар ҙа, Флүрә, Хәмдиә, Рәшиҙә, Әхмәтшәкир Бураншин­дар ҙа хаҡлы рәүештә атҡаҙанған исемен йөрөтә, орден-миҙалдар кавалерҙары ла, башҡа данлыҡлы шәхестәр ҙә бар.
Илдә барған үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә бөгөн егермеләп өйҙә етмешкә яҡын кеше тороп ҡалған. Хеҙмәт ветераны Ғәли Амантаевты староста итеп һайлап ҡуйыу менән бөтөүгә барған ауылдың тормошо киҫкен үҙгәрә, бөтә проблемаларҙы кәңәшләшеп эшләргә күнегәләр. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Бигерәк тә был йыл ишбулдылар өсөн уңышлы булды.
Йәғни йыл башында уҡ ҡар-боҙ һындары буйынса район конкурсында улар төп призды яулап, башҡаларҙы хайран ҡалдырғайны. Ишбулды­лар­ҙың берҙәмлеге, әүҙемлеге хәҙер районда ғына түгел, бөтә республикала ла билдәле, сөнки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты инициативаһы менән үткәрелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла ҡатнашып, улар ҙур еңеүгә өлгәшә. Старосталары һөйләүенсә, 200 мең һумлыҡ сертификатҡа улар ауылға ике ҡоҙоҡ ҡаҙҙырған, балалар­ға спорт майҙансығы алып урынлаштырған, ҡалғанына мәктәпкә компьютер алырға йыйыналар.
Мәғлүм булыуынса, федераль закон нигеҙендә мәктәптәр оптималләштерелеп, йә ябыла, йә статусы үҙгәрә. Ә бына берҙәм ишбулдылар яғыулыҡ, электр энергияһы кеүек сығымдарҙы үҙ елкәһенә алып, дүрт уҡыусылы мәктәптәрен һаҡлап алып ҡалды.
− Әгәр уҡытыусыны ла ҡыҫҡартһалар, эш хаҡын уға ла үҙебеҙ түләйәсәкбеҙ, әммә бәләкәстәребеҙҙе ситкә йөрөтөп этләтмәйәсәкбеҙ, − ти ауыл старостаһы Ғәли Ишҡәле улы.
Бына, әйҙәүсе булһа, бәләкәй генә ауылда ҙур проблемаларҙы ла уңышлы хәл итеп була икән.
Ә инде уларҙың һәм ауылдан ситкә таралыусыларҙың ошо көндәрҙә кисергән шатлыҡтарын яҙып ҡына аңлатыуы ла ҡыйын. Бөгөн Баймаҡта йәшәүсе, оҙаҡ йылдар һалым полицияһында эшләгән полковник Әхмәтшәкир Бураншин өс йыл элек төшөндә Ишбулды ауылы өҫтөнән осоп барғанда аҫта − боронғо мәсет урынында йәп-йәшел хәтфә үлән күрә. Хәләл ефете Флүрә менән был турала ҡәйнәһе Дәүләтбикәгә (Әмир Моратовтың тормош юлдашы, Флүрәнең әсәһе) һөйләйҙәр һәм өсәүләп кәңәшләшкәндән һуң, Аллаһы Тәғәлә Ишбулдыла мәсет булырға тейешлегенә ишара яһаған, тигән һығымтаға киләләр.
Бураншиндар аҡса туплауға тотона, ихласлап намаҙын да уҡыйҙар. Әхмәтшәкир Ишбулдыға килеп, мәсеткә ҡулайлы урынды һайлай. Халыҡ менән дә кәңәшләшәләр. Ә улары, билдәле, изге ниәтте хуплап сыға. Сөнки ата-бабалары заманында ауылда мәсет тә, мәҙрәсә лә эшләгән. 1860 йылда эшләй башлаған мәсеттә Мөхәмәтлатиф, Ғәйнулла, Сибәғәтулла (хаж ғибәҙәтен ҡылған) Нәҙерғоловтар мулла булған, Ислам тәғлимәттәрен таратыусы диндарҙар ара­һында Бураншиндар нәҫеле лә ҙур урын тотҡан һәм шуларҙың береһе − Мөхә­мәтзарифтың улы Әхмәтшәкир оҙаҡҡа һуҙмайынса, халыҡты йыйып, мәсеткә нигеҙ ташы һалына.
Камил хәҙрәт Алсынов аят бағышлау менән, хәйер-саҙаҡа таратыла ла, дәррәү эшкә тотоналар. Был изге эште башлап йөрөүсе лидер Ә. Бураншиндың 120 мең һум аҡсаһына, Баймаҡ мэры Исмәғил Бураншин − 62 мең, Әхмәтшәкирҙең дуҫы, Ырымбур эшҡыуары Куспан Батисов − 40 мең, Сибай эшҡыуары Иҙелбай Нәҙерғолов 20 мең һум һәм башҡа туғандар, ауылдаштар (хатта икенсе ауыл кешеләре лә) бар хәленсә өлөш индерә. Йәмил, Афраим, Тимур, Рафаил Бураншиндарҙың өлөшө лә тос була.
Мәсетте төҙөү эшендә баштан аҙағынаса Урал Кинйәбаев, Өлфәт Юлгилдин, Фаил Юламанов, Илгиз Рәмов, Нуриман Рәсүлев, Сәфәрғәле ҡаһарманов, Зөфәр Рәхмәтуллин, Хәмит Рахманов (ул, мәсет хаҡына тип, бер тин дә аҡса алмай) әүҙем ҡатнаша. Эшселәргә йәшәү, туҡланыу шарттарын староста Ғәли Амантаев ойошторһа, кәрәк-яраҡтар менән Әхмәтшәкир Бураншин тәьмин итә (ошо изге эштә 4 меңдән ашыу километр юл үтелде, тип иҫкә ала ул). Эшҡыуарҙар Венер Тусалин, Венер Шәрипов, Биктимер Мостафин, лицей директоры Ғәли Нәҙерғоловтың да ярҙамы тос була. Йыһанур Нәҙерғолов менән Рәис Кинйәбаев бураны өлгөртөү менән, кем − манара, кем − ай, кем − мейес, кем электр селтәре үткәреү һ.б. эштәргә тотона.
Күмәкләгән − яу ҡайтарған, тигәндәй иман йорто бер айҙа әҙер ҙә була һәм бөтөн мосолман донъяһы үҙенең изге байрамын − ҡорбан ғәйетен билдәләгән көндө Ишбулдыла күмәк көс менән төҙөлгән Аллаһ йортон асыу тантанаһы үтте. Был бәләкәй генә ауылға бар тарафтан бик күп ҡунаҡ, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән ауылдаштар йыйылды. Тирә-йүнгә ҡот-йәм биреп торған манаралы изге йорт алдында ойошторолған матур тантанала Хәйҙәр хәҙрәт аят уҡыны, Куспан Батисов (Ырымбур) вәғәздәр һөйләне. Ауыл тарихындағы мөһим ваҡиға менән йыйылыу­сыларҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Корот­ков, ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафиҡ Алғошаев, район баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Такалов, ауыл старос­таһы Ғәли Амантаев, йәмәғәтселек вәкилдәре, дин әһелдәре, ҡунаҡтар ҡотланы.
Ауылыбыҙға ҡабат иман нуры ҡайтты, иншалла, тип ҡыуанды ишбулдылар. Ауыл йәмәғәтселеге Ә. Бураншиндың башлан­ғысы менән ҡалҡып сыҡҡан ошо Аллаһ йортона бер тауыштан «Мөхәмәтзариф» исеме бирергә ҡарар итте. Иман йортон асыуҙың тантаналы өлөшө яңы мәсеттә тәүге намаҙ уҡыу менән тамамланды.
Был изге ғәйет көнөндә бер нисә урында ҡорбан салынды һәм йыйы­лыу­сылар ашҡа саҡырылды.
Әхмәтшәкир Мөхәмәтзакир улы һәм уның хәләл ефете Флүрә Әмир ҡыҙы Бураншиндар идеяһы менән башҡарылған изге эштә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бөткөһөҙ рәхмәтле һәм оло сауаплы булды.

Фәрит РӘМОВ.

Йылайыр районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?