RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйҙә ислам мәғарифын үҫтереү юлдары ҡаралды

23.10.2012 Рәсәйҙә ислам мәғарифын үҫтереү юлдары ҡаралды

Өфө ҡалаһында «XXI быуат мәғариф киңлегендә «ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» тип аталған V халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда Австрия, Словакия, Тунис, Украина һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дин әһелдәре, ғалимдар ҡатнашты.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин, сараны асып, уның онлайн-режимда ла барыуы арҡаһында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән бик күп кеше ҡатнашыуын билдәләп үтте.
– Конференция барышында ислам белеме буйынса Совет үтеүе лә форумдың мәртәбәһен бермә-бер арттыра, – тине ул.
БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президентының ҡотлау сәләмен еткерҙе:
– Был мөһим форум юҡҡа ғына беҙҙең республикала ойошторолмай. Башҡортостан элек-электән рәсми рәүештә Рәсәйҙең ислам үҙәге һаналған һәм унда дини белем биреүҙе үҫтереү буйынса ҙур эш алып барылған, дини кадрҙар әҙерләнгән, мосолман элитаһы формалаштырылған. Бөгөн дини белем биреү учреждениелары республиканың әхлаҡи мөхитен булдырыуға, йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, тиелә был ҡотлау хатында.
Ысынлап та, ислам диненең тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур, ул кешене тик изгелеккә өйрәтә, төрлө насар аҙымдарҙан ҡурсалай, ипле, итәғәтле булырға, бер-береңә ярҙам итергә, ололарҙы хөрмәт итергә өндәй. Конференцияла ҡатнашыусылар ҙа ислам диненең тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһаланы һәм уны йәш быуынды тәрбиәләүҙә киң файҙаланыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Бынан тыш, улар иман йорттары өсөн махсус белемле белгестәр әҙерләү темаһын көн үҙәгенә ҡуйҙы. Дин әһелдәрен сит илдә түгел, ә үҙебеҙҙә әҙерләү өсөн Рәсәй өсөн яраҡлы дини белем биреү системаһын булдырырға кәрәк һәм мосолман дини уҡыу йорттарының дипломдары дәүләт кимәлендә танылыу алырға тейеш, тигән һығымтаға килде конференцияла ҡатнашыусылар.
– Исламда белемгә ынтылыш дингә ышанған һәр мосолмандың бурысы булып тора. Белем кешенең ышанысын нығыта. Шул уҡ ваҡытта исламдың ҡиммәттәре һәм идеялары башҡа конфессияларҙың идеяларына оҡшаш. Улар кешеләргә уратып алған донъяны аңларға, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә ярҙам итә. Кешенең дин тураһында белеме бар икән, ул ваҡытта экстремизмға, фанатизмға һәм радикализмға урын ҡалмаясаҡ. Башҡортостанда хәҙер меңдән ашыу мәсет бар, уларҙың һәр береһенә белемле белгестәр кәрәк. Әлеге көндә Рәсәй Ислам университеты 1000-дән ашыу студент әҙерләп сығарҙы, әммә был ғына аҙ. Халыҡҡа мосолман дине ҡиммәттәрен еткереү өсөн унда эшләгән имамдар үҙҙәре быны яҡшы белергә һәм үтәргә тейеш, – тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, конференцияның темаһы бөгөнгө көн өсөн айырыуса көнүҙәк булыуын билдәләп.
Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән илебеҙҙә ислам дине буйынса белем биреүгә булышлыҡ итеүсе 2005 – 2015 йылдарға тәғәйенләнгән махсус программа эшләй. Уға ярашлы, Рәсәйҙең ислам вуздарында һәм урта профессиональ белем биреү йорттарында заманса дини белем биреүгә нигеҙ һалына. Конференцияла ҡатнашыусылар, яҡын арала илебеҙҙә ислам дине буйынса һөҙөмтәле белем биреүҙең донъя стандарттарына ярашлы системаһын төҙөп буласаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының философия кафедраһы мөдире, профессор Валерий Хажиев үҙенең сығышында ислам уҡыу йорттарында − дини кадрҙар, ә башҡа вуздарҙа ислам йәмғиәте интеллигенцияһы әҙерләнеүе тураһында һүҙ йөрөттө.
– Уларҙы берләштереү яҡшы булыр ине. Йәғни ислам университеттары, педагогия вуздары кеүек, тарихсылар, химиктар, математиктар әҙерләһен, тик ислам блогы менән. Мәҫәлән, педагогия университетында математиктар, химиктар, тарихсылар әҙерләнә, әммә шул уҡ ваҡытта уҡыу ваҡытының 40 проценты педагогия-психология блогына китә. Тимәк, математик ҡына түгел, ә математика уҡытыусыһы килеп сыға. Ислам университеты ла бына ошоноң кеүек булһын ине, − тине ул.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?