RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Динебеҙгә нығыраҡ яҡынайып ҡайттыҡ

11.09.2012 Динебеҙгә нығыраҡ яҡынайып ҡайттыҡ

Динебеҙгә нығыраҡ яҡынайып ҡайттыҡ
Йыл да ҡалабыҙ мосолмандары Бөйөк Болғарға юл тота. Салауат ҡалаһының йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров миңә лә Болғарға барырға тәҡдим яһағас, шатланып ризалаштым. ҡаҙанды, Болғарҙы күреү күптәнге хыялым ине. Тәғәйенләнгән көндө киске сәғәт ундарҙа иллеләгән мосолман, сәфәр алдынан вәғәз тыңлағандан һуң, автобусҡа ултырып, оҙон юлға сыҡтыҡ.
Рәмил хәҙрәт юл ыңғайы осраған ҡала, ауыл, иҫтәлекле урындар менән таныштырып барҙы. Иртән ҡаҙанға барып еттек. Татарстандың мәркәз ҡалаһына ингәндә бөйөк Туҡайҙың мәшһүр шиғыры иҫкә төштө.
Әйтә иртәнге намаҙға бик матур,
моңло аҙан,
Әй, ҡаҙан! Дәртле ҡаҙан!
Моңло ҡаҙан! Нурлы ҡаҙан!
Күркәм ҡунаҡханаға урынлашып, тамаҡ ялғап алғас, ҡаҙандың иң ҙур, сағыу иман йортоноң береһенә – ҡол Шәрифкә юлландыҡ.
Дүрт йөҙ йыл элек төҙөлгән легендар, күп манаралы был мәсет үҙенең бөйөклөгө, гүзәллеге, бай китапханаһы менән заманында ҡаҙан ханлығын биҙәй. Ул XVI быуатта Урта Волга буйы фәндәренең һәм дини үҫешенең үҙәге була. Аллаһ йорто уның һуңғы сәйед имамы ҡол Шәриф исеме менән атала. 1552 йылда Иван Грозный ғәскәре ҡаҙанды алғас, мәсет яндырыла һәм емерелә. Яңы осорҙа тарихи мәсет ун йыл эсендә төҙөлөп, 2005 йылда яңынан асыла. Мәсет комплексында китапхана, нәшриәт үҙәге, имам идаралығы ла бар. Ислам мәҙәниәтенең музейы өсөн дә ҙур урын бүленгән. Унда боронғо ҡомартҡылар, дини китаптар, татар милли кейемдәре һаҡлана.
Күркәм мәсеттән һуң ҡаҙан буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. Урындағы Арбатты күреп, әл Мәржәни мәсетенә лә һуғылдыҡ. ҡаҙан урамдары йорттарының бейеклеге, күркәмлеге, боронғо архитектура буйынса төҙөлөүе менән айырылып тора. Урамдарҙа музыканттар, төрлө фонтандар ҙа күҙгә сағылмай ҡалмай. Ваҡ-төйәк, иҫтәлекле мосолман атрибутикаһы менән биҙәлгән сувенирҙар ҙа һатыла. Кисен теләгәндәр балалары менән аквапаркта һәм “ҡырлай” паркында күңел асты.
Бөтә күргәндәр тураһында үҙ-ара аралашып алырға ла өлгөрәбеҙ. Өфөнән килгән Рәмзилә апай ҡаһирова менән бер бүлмәлә йәшәнек. Республика гәзит-журналдарында уның мәҡәләләре йыш донъя күрә. Дини йолаларҙы үҙ иткән мәрхәмәтле апай мосолман диненең әһәмиәте, Болғарҙа бер нисә тапҡыр булыуы, хажға барып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Автобуста барғанда ул ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ ябыныу серҙәрен өйрәтте.
Иртәгәһенә Болғарға юл тоттоҡ. Иҙелдең һул яғында, Кама тамағынан 30 саҡрым түбәнерәк, ап-аҡ таш харабалар күренә. Ошонда Көнсығыш Европала тәүге Болғар феодаль дәүләтенең баш ҡалаһы урынлашҡан. Был ерҙә Европала беренсе булып суйын ҡойғандар, төҫлө металл эшкәрткәндәр.
Иң тәүҙә беҙҙең алда йәмиғ мәсетенең мөһабәт күренеше асылды. Болғарҙарҙың йорт урынын, ашлыҡ баҙҙарын, аҡһөйәктәр күмелгән саркофагтарҙы күрергә мөмкин. Археология музейына ла индек. Бында күп йылдар дауам иткән ҡаҙыу-эҙләнеү эштәре барышында табылған әйберҙәр ҡуйылған. Улар ҡаланың биш йөҙ йыл элекке тарихы тураһында тулы мәғлүмәт бирә. Төньяҡҡа табан ҡара пулат урынлаш­ҡан. Элек ул ҙур ҡоролма булһа, хәҙер үҙәк өлөшө генә һаҡланып ҡалған.
Тағы ла бер һоҡландырғыс ҡомарт­ҡы − ҡөрьән китабы. Ул 2011 йылда Италия оҫталары тарафынан Татарстандың махсус заказы буйынса эшләтелә. “Гиннестар рекордтар китабы” комитеты тарафынан был китап донъяла иң ҙур ҡөрьән китабы тип таныла. Уның үлсәме 1,5х2 метр, ауырлығы − 800 кг. Нәшер итеү миллион ярым евроға барып баҫҡан. Изге китап шотланд ҡағыҙынан әҙерләнгән, ярым ҡиммәтле таштар − фианит, йәшмә менән биҙәлгән. Китап 632 биттән тора.
Боронғо тарих менән осрашыу һәр кемгә ҡыҙыҡлы. Шуға күрә Болғар ҡалаһы һәм уның күп һанлы һәйкәлдәре менән танышыу ҙа беҙгә бик оҡшаны. Шулай ҙа күңелде ҡырған мәлдәр ҙә булды. Ошо изге урынды ҡарауҙы түләүлегә әйләндергәндәр. Музейға инһәң дә, мавзолейҙы күрәм тиһәң дә, аҡсаһыҙ үтеп инерлек түгел. Бында халыҡ өҙөлмәй. ҡуна ятып килеүселәр ҙә бихисап. Тик ниңә беҙ боронғо изге ҡомартҡыларҙы түләп ҡарарға тейеш икән? Алдағы көндәрҙә ул сауҙа үҙәгенә әйләнеп ҡуймаһын ине. Сөнки ҡөрьәнде, ғибәҙәт ҡылған урындар­ҙы һатыу урынына әйләндереү килешмәгән ғәмәл.
Болғарҙан ситтәрәк Аҡ мәсет урынлашҡан. Ул аҡ мәрмәрҙән эшләнгән. Мосолман ҡәрҙәштәр унда булып ҡөрьән уҡыны.
Беҙҙең менән бергә тәү тапҡыр Болғарға 89 йәшен тултырған Ғәбдерәүеф хәҙрәт Низаметдинов та барҙы. Ул яу яланында ла доғаһын ташламай, һәр ваҡыт дин юлында була. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, алыҫ юлға сығырға йөрьәт итеүе беҙҙә һоҡланыу уятты.
− ҡаҙанды, Ислам динен ҡабул иткән урынды күреп ҡайтыуыма бик тә шатмын. Ислам дине тик яҡшылыҡҡа ғына өйрәтә. Бөйөк урынды күрергә ярҙам иткән мөфтөй хәҙрәткә ҙур рәхмәтлемен. ҡыуанысымдың иге-сиге юҡ. Хажға барып ҡайтырға ла уйым бар, − тип үҙенең теләктәре менән бүлеште Ғәбдерәүеф хәҙрәт.
Беҙҙең менән сәйәхәттә булғандар араһында йәштәр ҙә, балалар ҙа бар ине. Әлфиә Илбаева йома намаҙҙарына мәсеткә йөрөй.
− Болғарҙы барып күрергә теләгең бармы, тигәс, оҙаҡ уйлап тормай, риза булдым. Сөнки күптән был изге урында булғы килә ине. Етмәһә, улыма, 3-сө класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаһаң, ҡаҙандағы аквапаркка алып барам, тип вәғәҙә иткәйнем. Икебеҙҙең дә хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Миңә ҡол Шәриф мәсетендә булыу, унда намаҙ уҡыу, ата-бабаларыбыҙҙың изге урыны – Болғар ере күңелгә ятты. Үҙемде ожмахтың бер мөйөшөндә булған кеүек хис иттем. Унда барып матур тәьҫораттар, рухи байлыҡ алып ҡайттым. Дингә тағы ла нығыраҡ яҡынайҙым һәм башҡаларҙы ла саҡырам, − ти Әлфиә.
Тәү тапҡыр болғарға − ҡәрҙәштәребеҙ ислам динен ҡабул иткән бәрәкәтле тупраҡҡа аяҡ баҫып, әруах­тарҙың рухтарын шатландырып, доғалар уҡып, тәүбә ҡылып, иҫән-һау әйләнеп ҡайттыҡ.

Гөлнара ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.

Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?