RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аллаға ышаныу кешелектең аҡылдан яҙыуын иҫбатлай

31.07.2012 Аллаға ышаныу кешелектең аҡылдан яҙыуын иҫбатлай

Библияла яҙылыуынса, Хоҙай Тәғәлә Нух бәйғәмбәргә ерҙә йәшәгән һәр бер йәнлекте парлап үҙе эшләгән кәмәгә индереп бикләргә ҡушҡан. Кәмәнең оҙонлоғо – 133,5, киңлеге – 22,25, бейеклеге – 13,35 метр, берәй колхоздың ҙур ғына мал ҡураһылай. Ер йөҙөндә меңәрләгән төр йәнлек йәшәй, шуларҙы тотоп, кәмәгә ябыу өсөн 100 йыл ваҡыты киткән. ҡоштар һаны 8635, һөт имеүселәр – 3500, бөжәктәр – 1 500 000, микроб­тар тураһында әйтерлек тә түгел. Шул хәтлем йәнлекте бер үҙе нисек табып, үҙе менән нисек эйәртеп алып килә һәм бәләкәй генә кәмәгә нисек һыйҙыра алды икән? Уларҙы 100 йыл буйы ашатып-эсерергә, аҫтын таҙартырға, донъяны һыу баҫҡас, тағы ла 40 көн буйы ашатыр өсөн аҙыҡ-түлек тә әҙерләргә кәрәк, уларҙы урынлаштырырға тағы ла ун тапҡыр ҙурыраҡ урын талап ителә. Бүтән континенттарҙа Европала йәшәмәгән йәнлектәр бик күп, океанды нисек итеп йөҙөп сыҡты икән? Ни эшләп Алла шундай йыһан хәтлем йыһанды төҙөп, Нух бабайға кәмә эшләргә һәм хайуандарҙы йыйышырға ярҙам итмәне икән, унын өсөн был бүстәк кенә нәмә бит инде?
Урта быуаттарҙа, ер яҫы һәм өс китта тора, тип иҫәпләгәндәр. ҡыҙыҡ, ә бына уларҙан бик күп алдараҡ йәшәгән боронғо грек ғалимы Эратосфен Киренский (беҙҙең эраға тиклем 276 – 194 йылдар) ерҙең түңәрәк икәнен белеү генә түгел, хатта уның радиусын иҫәпләп сығарған – 6321 километр. Боронғо Рим философы Цицерон үҙенең трактатында кешеләрҙең йыһан тураһында бик күп нәмә белеүе тураһында яҙа, тик ерҙең иң уртала икәне генә хаталы булған. Улар хатта атомдарҙы белгән. Ни сәбәптән кешеләр шул турала онотто икән? Ни эшләп бөтә космосты, ерҙе, ундағы йән эйәләрен тыуҙырыусының улы ергә килгәс, кешелек ҡараңғылыҡҡа сумды һуң? Мин шундай кеше булһам, бер өйгә бикләнеп, ерҙең, космостың, кешеләрҙең ҡоролошо тураһында һәм уны нисек һаҡларға икәнен яҙыр, чертеждар һыҙыр, фажиғәләр булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен яҙып ҡалдырыр инем.
Кесе Табынлы: «Быны, изге китаптарҙа яҙылғанса, кеше – Аллаһы Тәғәләнең тап үҙенә оҡшаш итеп яралтылған зат, тип аталыуы ла дәлилләй», – ти. Кешелек иң беренсе кешенән, аҡ тәнле Әҙәмдән килеп сыҡҡан, тибеҙ, ә негрҙар, һары тәнле, ҡыҙыл тәнлеләр кемдән килеп сыҡҡан һуң? «Күк Аллаһы, Күк Тәңреһе, Хоҙай Тәғәлә, Бог Всевышний һ.б. – бөтөн, тере организмды тәшкил иткән Бөйөк Йыһан ул. Беҙ Уны күрәбеҙ һәм Уны юҡ тип әйтә алмайбыҙ». Тәбиғәткә, йылғаға, ағасҡа, ташҡа табыныу нисек атала әле ул? Бына шул-шул.

Илдар ТУЙМАҡАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?