31.07.2012 Буталсыҡ һәм хаталы фекерҙәр менән мөьминдәрҙең аңын бутау – үҙе ҙур гонаһ
«Йәшлек»тә баҫылған «Алла» тиҙәр, «Алла» тиҙәр, ул Аллаһы ҡайҙа, ти?» исемле мәҡәләне уҡып, бик ныҡ ғәжәпләндем Һәм борсолдом. Мәҡәләнең аталышы мыҫҡыллы таҡмаҡ формаһында булыуы уҡ шөбһәле шик тыуҙырҙы.
Беренсенән, мәҡәлә үтә лә буталсыҡ, дин ғилеменә ҡағылышлы төшөнсәләр төптө яңылыш. Икенсенән, ныҡлы әҙерлекһеҙ, Аллаһы Тәғәлә һәм ислам хаҡында бәхәс ҡуҙғатыу – үҙе бер дыуамаллыҡ, хатта оло гонаһтарға батыу ҡурҡынысы янаған эш.
Мәҡәләнең ҡалын хәрефтәр менән яҙылған беренсе юлдарын уҡығас та, авторҙың ислам дине ҡанундарынан алыҫлығы аңлашылды. Ул былай тип яҙа: «Ерҙә фекерле кеше барлыҡҡа килгәндән һуң билдәле ғөрәфәттәр /хөрәфәттәр тип аңларға кәрәктер – Т. Л./ тыуа башлай, шулай итеп, төрлө ырымдар, һуңынан дин барлыҡҡа килә…» Был һүҙҙәр дәһрилек менән һуғарылған булһа ла, мәҡәләне ентекләп уҡып сыҡтым. Әгәр ҙә беҙ автор яҙғандар менән килешһәк, Ч. Дарвин һәм марксизм-ленинизм тәғлимәттәренә таянып фекер йөрөтһәк, динде яңы ҡырағайлыҡтан ҡотолған кешеләр уйлап тапҡан булып сыға. Ә бит ысынында ислам дине – Аллаһы Тәғәләнең үҙе тарафынан барлыҡ кешелек һәм ендәр донъяһы өсөн, улар был фани донъяла йәшәгәндә гонаһтарынан арынһын, күп изге эштәр эшләп, Аллаһтың үҙенә ғибәҙәттәр ҡылып, сауаптар туплап, мәңгелек /баҡый/ донъяға әҙерләнһен өсөн ебәрелгән инаныу төшөнсәһе. Шуға күрә авторҙан мәҡәләһенең дауамында ошондайыраҡ һүҙҙәр көткәйнем: «ҡөрьәнде һәм башҡа дини китаптарҙы уҡып, исламды нығыраҡ өйрәнгәс, минең юғарыла әйтеп кителгән фекерҙәрем хата икәнен аңланым. Сөнки беренсе кешеләр – атабыҙ Әҙәм менән инәбеҙ Һауа ожмахтан ҡылған гонаһтары – шайтан ҡотҡоһона бирелеп, үҙҙәренә рөхсәт ителмәгән емеште ашаған өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан ергә күсерелгәндәр…»
Әйтергә кәрәк, Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып Ғайса /Иисус/ ғәләйһиссәләмгә тиклем килеп киткән бәйғәмбәрҙәр барыһы ла үҙ ҡәүемдәрен ислам диненә, йәғни бер Аллаға ғына инанырға саҡырған, өндәгән. Улар үҙҙәренең бәйғәмбәрлек эшмәкәрлегендә һәр төрлө эҙәрлекләү, йәбер кисергән. Сөнки бер Аллаға табыныуҙан тайпылыуҙар булып торған.
Бәйғәмбәрҙәрҙең һаны аныҡ ҡына билдәле түгел, 120 меңдән 220 меңгәсә, тигән фараз бар. Әммә ҡөрьән Кәримдә бәйғәмбәрҙәрҙең 28-е генә телгә алына.
ҡәүемдәрҙе, халыҡтарҙы дөрөҫ, бер Аллалыҡ, йәғни ислам юлына баҫтырыу өсөн бәйғәмбәрҙәргә Аллаһ тарафынан яҙыуҙар һәм китаптар бирелгән. Хәҙерге терминология менән әйтһәк, Әҙәм ғәләйһиссәләмгә – 10 бит, Шис ғәләйһиссәләмгә – 50, Иҙрис ғәләйһиссәләмгә – 30, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә 10 бит күләмендә яҙыуҙар ебәрелгән.
Был яҙыуҙарҙан тыш, Аллаһ тарафынан ебәрелгән Бөйөк китаптар түбәндәгеләр:
1. Тәүрат /Тора/ Муса /Моисей/ бәйғәмбәргә бирелгән;
2. Зәбур /«Псалтырь»/ Дауыт /Давид/ бәйғәмбәргә;
3. Инжил /«Евангелие»/ Ғайса /Иисус/ бәйғәмбәргә;
4. ҡөрьән Кәрим Мөхәммәт Сәлләлаһу ғәләйһиссәләмгә ебәрелгән.
Бөйөк изге китабыбыҙ ҡөрьән Аллаһ тарафынан ебәрелгән яҙыуҙарҙың һәм китаптарҙың барыһын да таный. Әммә ул яҙыуҙар һәм китаптар һәр төрлө батшалар бойороғо менән дә, күсереп яҙыусыларҙың үҙ белдеге менән дә, бигерәк тә бәйғәмбәрҙәр килеп киткәс, ҙур үҙгәрештәргә дусар ителгән. Мөхәммәт /с. ғ. ү. с./ бәйғәмбәр килгәс, ул китаптар ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә. ҡөрьән Кәримгә килгәндә инде, Мөхәммәт /с. ғ. ү. с./ үҙе тере саҡта уҡ Жабраил фәрештә аша Аллаһ тарафынан уға ебәрелгән сүрәләрҙең аяттарын айырым тәртиптә күп һанлы яҙыусылар /ҙур комиссия/ ярҙамында яҙҙыра барған. Шуға күрә шул замандарҙан бирле ҡөрьән Кәримдең бер генә хәрефе лә үҙгәрмәй, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән һәм Әхирәт көнөнә ҡәҙәр ул шулай һаҡланасаҡ.
Ни өсөн бер Аллалыҡ ҡанундарын бигерәк тә ҡәүем һәм ил башлыҡтары, һәр төрлө батшалар инҡар итергә тырышҡан? Сөнки улар үҙҙәрен Алланың ерҙәге вәкиле /наместнигы/ итеп күрергә теләгән, хатта улар был турала иғлан да иткән. Улар үҙ хакимлыҡтарын фани донъяла ғына түгел, баҡыйлыҡта ла дауам итергә теләгән. Ошо маҡсаттан сығып, улар үҙҙәренә мәңгелек йорттар, йәғни пирамидалар төҙөткән, һындарын /һәйкәлдәрен/ эшләткән. ҡәүемдәрен шул һындарға табынырға мәжбүр иткәндәр. Ошоларҙы иҫәпләп фекер йөрөтһәк, бер Аллалыҡ улар өсөн файҙаһыҙ ғына түгел, зыянлы булып сыға шул. Сөнки ислам, йәғни бер Аллаға ғына инаныу – бөтә кешеләрҙең дә бер хоҡуҡта, бер тигеҙ булыуы тигән һүҙ / үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, ҡайһы заманда, ниндәй батшаның ябай халыҡ вәкиле менән бер тигеҙ булғыһы килгән?/
Әйткәндәй, фирғәүендәр заманы, фарс формаһында ғына булһа ла, ХХ быуатта ла ҡабатланып алды бит. Фирғәүендәрҙең ҡайһы берҙәре әле һаман хәҙерге заман пирамидалары булған мавзолейҙарҙа һаҡлана.
Инде авторҙың мәҡәләһенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул үҙенең төшөнәме, әллә уйлап сығарған уйҙырмаһынамы беҙҙе ышандырмаҡсы. Төшөндә булһа ла ул Аллаһ образын йәмһеҙ бер ҡурсаҡ рәүешендә күрһәтә. Ә аңлы рәүештә Аллаһы Тәғәләне кем менәндер, нимә менәндер сағыштырыу ‒ ширеҡ, йәғни ғәфү ителмәҫлек гонаһ һанала.
Кесе Табынлы аңын юғалтҡан осорҙа, төшөндә ниндәйҙер торба аша үтеүе тураһында яҙа. Эйе, үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында АҡШ философы һәм психологы, табип Рэймонд Моуди «Үлгәндән һуң йәшәү» /«Жизнь после смерти»/ тигән яҙмаһында, клиник үлем кисереп терелтелгән 150 кешенән һорашып, уларҙың шул үлем моментында ниндәйҙер туннель аша үтеүҙәре хаҡында һөйләгәндәрен асыҡлауын яҙып сыҡҡайны. Был хеҙмәтте уҡығас, оҙаҡ йылдар анестезиолог-реаниматолог хеҙмәтен башҡарған табип булараҡ, мин дә клиник үлем кисергән унлаған кешенән уларҙың иҫһеҙ ваҡытта нимәлер күргәнме-юҡмы икәнлеге тураһында белештем. Улар барыһы ла бер нәмә лә күрмәүҙәре, аңдарына килгәс кенә үҙҙәренең ҡайҙа икәнен белеүҙәре тураһында хәбәр итте. Әлбиттә, Моуди кеүек фәнни эш менән шөғөлләнмәгәс, күп һанлы пациенттарҙан һорау алманым. Аллаһ ҡөҙрәте менән, кешеләргә ғибрәт өсөн генә булһа ла, ундай хәлдәрҙең күрһәтелеүе мөмкиндер тип уйлайым. Ә тулыһынса яңынан терелтелгәндәр күргәндәрҙе иҫбатлай ҙа, инҡар итә лә алмайым.
Яҡташым булған мәҡәлә авторының урыны менән дөрөҫ фекерләү юлына баҫып та, яңынан тайпылып яңылышыуы йәл. Мәҫәлән, йыһан менән кешелектең айырылғыһыҙ берлеге, ДНК тураһында ул дөрөҫ фекер йөрөтә, әммә, Аллаһы Тәғәлә – Бөйөк йыһан ул, тип яңылыш һығымта яһай. Ә уның иң ҙур хатаһы гәзит тарафынан ни өсөндөр эре хәрефтәр менән баҫылып, рамкаға алынған. Унда: «Изге китаптарҙа яҙылғанса, кеше – Аллаһы Тәғәләнең тап үҙенә оҡшаш итеп яралтылған зат, тип аталыуы ла дәлилләй», – тип яҙылған. Был ялғанды автор ҡайҙан алды икән? Бәлки, бүтән диндә ундай һүҙҙәр барҙыр, бәхәсләшә алмайым. Ә беҙ бит бында ислам дине ҡанундары хаҡында һүҙ алып барабыҙ. ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә, ислам диненә ҡағылышлы бүтән китаптарҙа ла һәр ваҡыт бының нәҡ киреһе ҡыҙыл еп булып һуҙыла. Сөнки ислам ҡанундары буйынса, Аллаһының һис бер тиңдәше юҡ.
Аллаһ арауыҡ /пространство/, ваҡыт төшөнсәләрен, кешеләр үҙ зиһендәре аша үткәреп, уларҙың ни тиклем ҙур /грандиоз/ төшөнсәләр икәнен аңлап, үҙенең Бөйөклөгөнөң тағы ла олораҡ, икһеҙ-сикһеҙ икәненә инанһындар өсөн бар иткәндер, тип фараз ҡылып булыр ине.
Аллаһы Тәғәлә белгәндәр менән кеше зиһене һыйҙыра алғандарҙы һис тә сағыштырып булмай. Аллаһ ошо ваҡытта ла, алда ла нимә буласағын белә һәм күрә. Ә кеше зиһене Аллаһ сикләгәндән артығына дәғүә итә алмай.
Юғарыла әйтелгәндәргә ҡағылышлы үҙем студент ваҡытта кисергән бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп китмәксе булдым. Марксизм-ленинизм философияһының атеизм курсын үткәндә Маркстың: «Человек создал бога себе подобным», – тигән һүҙҙәре ныҡ иҫтә ҡалған. Бәлки, беҙҙең яҡташ автор шул терминды иҫенә төшөргәндер ҙә, уны киреһенсә яҙалыр, йәғни: «Бог создал человека себе подобным», – тип һығымта яһайҙыр.
Дәрестән һуң мин уҡытыусыға, үҙем генә эргәһенә барып:
– Карл Маркстың был һүҙҙәре мосолман диненә ҡағылмай, ул ялған, – тинем. – ҡөрьәндә яҙылғанса, Аллаһ кешегә лә, бүтән тереклектәргә лә, һәр төрлө предметтарға ла оҡшамаған. Маркс һүҙҙәрендәге ҡапма-ҡаршылыҡты һеҙ нисек аңлатырһығыҙ? Маркс ҡөрьәнде белмәгәнме икән ни?
Уҡытыусы аптырабыраҡ китте лә:
– ҡөрьәнде белгәндер ҙә ул, ә бына һин быларҙы ҡайҙан ишеттең? – тип һораны.
– Минең атайым – дини кеше, унан ишеттем.
– Ә ниңә һорауыңды курсташтарың алдында бирмәнең?
– Эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡтым.
– Дөрөҫ эшләгәнһең. Тик мин ислам дине буйынса белгес түгелмен. Шулай ҙа төрлө сығанаҡтарҙан эҙләп, был турала белешермен, яуап тапһам, әйтермен, – тине.
Уҡытыусыбыҙ өлкән йәштәрҙәге йәһүд ҡатыны ине. Уның мине әрләмәүе, ҡаты бәрелмәүе бер аҙ ғәжәпләндергәйне. Тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндергәне ‒ уның бер аҙнанан яуап әҙерләп килтергәне булды. Ул миңә:
– Ысынлап та, ҡөрьәндә Аллаһ тураһында һин әйткәндәр дөрөҫ икән, – тине.
Авторҙың ауылдашым булыуы ла эсте бошорҙо. Ысынлап та, шулай шул, сөнки Сәйетбаба борондан дини ауыл иҫәпләнгән. Уның изге кешеләре, хәҙрәттәре, хатта әүлиәләре лә булған. Шуның өсөн дә ауылыбыҙ үҫкән, алға барған. Иң ауыр ваҡыттарҙы ла ҡорбандарһыҙ тиерлек үткәреп ебәргән. Сөнки ошаҡсылар булмаған. Халыҡ берҙәм йәшәгән. Әле лә ауылдаштарым, әлхәмдүлиллә, күркәм холоҡло, изге теләкле, иманлы халыҡ. Иншалла, алдағы көндәрҙә лә шулай булыр, булһын!
Шуға күрә авторға, күрһәтелгән хаталарынан ваз кисеп, белмәгәндәрен ауылыбыҙ муллаларынан һорашып, аңлап, кәрәк булһа, Диниә назаратындағы дин буйынса белгестәрҙән белешеп, тәүбәгә килеп, хаҡ иман юлына баҫыуын теләр инем.
Таһир ЛАТИПОВ,
хажи.
Өфө ҡалаһы.