RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ураҙа тотаһыңмы?

20.07.2012 Ураҙа тотаһыңмы?

Ун бер айҙың солтаны – Рамаҙан айы башлана. Мосолмандар өсөн был ай бик әһәмиәтле, Рамаҙанда башҡарылған бөтә ғәмәлдәр ҙә айырыуса иғтибар менән күҙәтелә, ҡабул ителә икәнлеген һәр беребеҙ белә. Тап ошо айҙа бөтә донъялағы дин ҡәрҙәштәребеҙ ураҙа тота.
Быйыл Рамаҙан айы айырыуса эҫе ваҡытҡа тура килергә оҡшай. Етмәһә, көндәр ҙә оҙон. Шуға ла әлеге ваҡытта мосолмандар­ҙың был бурысын үтәү еңелдән түгелдер. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ураҙа тотоуға ҡарата уй-фекерҙәрен белеү өсөн үҙҙәренә мөрәжәғәт иттек.

Зөлфиә ҒИМАЛОВА, Салауат ҡалаһының “Ровесник” йәштәр үҙәгендә педагог-ойоштороусы:
– Ураҙа тотҡаным бар-барлыҡҡа, быйыл да был изге бурысыбыҙҙы үтәргә ниәтләйем. Тик шулай ҙа был ниәтем тормошҡа ашырмы икән – белмәйем. Сөнки эш күп, мәшәҡәттәр баҫып бара. Үҙемдең барлыҡ ихтыяр көсөмдө туплап, тырышып ҡарарға ине, ураҙа тотоуҙың файҙаһы күп бит.
Теләгән кеше йүнен таба инде, ураҙа тотоу еңел булмаһа ла, башҡарып сыҡмаҫлыҡ ауырлыҡ түгел. Бөтәһе лә Хоҙай ҡулында, был эштә лә Ул ярҙамынан ташламаҫ тип ышанам. Хоҙай беҙгә көс еткеһеҙ ауырлыҡтар һалмаҫ.

Гөлсөм БИКБУЛАТОВА, йырсы:
– Төрлө сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмайым. Тик шулай ҙа Рамаҙан айы ябай ғына үтмәй минең тормошомда. Был айҙа мәсеткә йышыраҡ йөрөргә, туғандарымды, яҡындарымды йыйып, аят уҡытырға ниәтләйем. Быға тиклем дә был эштәрҙе башҡара инем, йома көндәрендә мәсеткә мотлаҡ йөрөргә тырышам. Изге ғәмәлдәр­ҙе башҡарғандан һуң күңелгә йылы инеп, эшкә, йәшәргә тағы ла ҙурыраҡ дәрт уяна, көс өҫтәлә бит.

Әбделғәни АЛСЫНБАЕВ, Күгәрсен райо­нының Тәүәкән ауылындағы мәсеттә имам-хатиб:
– Иншаллаһ, ураҙаны мотлаҡ тоторға ниәтләп йөрөйөм. Бының башҡаса булыуы ла мөмкин түгел – Рамаҙан айында ураҙа тотоу мосолмандар өсөн фарыз ғәмәл. Мосолмандар, Аллаһтың ҡанундарына тулыһынса буйһонған кешеләр булараҡ, ураҙаны тоторғамы-юҡмы тип уйлап та тормай.
Был эҫелә ураҙа тотоу мөмкин булмаған эш тип һанаусыларға шуны әйтер инем – Аллаһы Тәғәлә үҙенә табан бер аҙым яһаған ҡолона табан ун аҙым эшләй. Ә инде был кеше Аллаға табан атлап килә икән, Ул уға табан йүгерәсәк. Быны дәлилләгән хәҙис бар. Шулай булғас, ысын күңелдән ураҙа тоторға йыйынған һәр кемгә Аллаһ үҙе ярҙам итәсәк. Был ғәмәлдең бер генә ҡыйынлығы ла юҡ.

Гөлнур НИҒМӘТУЛЛИНА, декрет ялында, Өфө ҡалаһы:
– Әле һаулығым насарыраҡ, шуға ла ураҙа тота алмайым. Киләсәктә был изге бурысыбыҙҙы мотлаҡ үтәргә ниәтләйем.
Еңел түгел инде был эш. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәләгә тағы ла яҡыныраҡ булыр­ға, игелектәр ҡылырға бүленгән махсус ай ҙа бар икән – уны ҡулланып ҡалырға кәрәк тигән фекерҙәмен.

Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?