RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ураҙа – гонаһтарҙан ҡотолоу айы

13.07.2012 Ураҙа – гонаһтарҙан ҡотолоу айы

Ураҙа – гонаһтарҙан ҡотолоу  айы
Шәғбан айының 29-сы көнө тамамланғас, кесе йома, 19 июль, ҡояш байыу менән Изге ҡөрьән Кәрим индерелгән Рамаҙан Шәриф айы башлана. Был мөбәрәк айҙа доғаларыбыҙ ҡабул булып, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, ураҙаларыбыҙ сауапҡа ирешһен, ифтар мәжлестәре яҡын­дарыбыҙ менән берләшеү ләззәте бүләк итһен!
Ураҙа −– Исламдың биш шартының береһе. Башҡалары: Кәлимәи шәһаҙәт килтереү, намаҙ уҡыу, зәкәт биреү һәм хажға барыу.
Исламдың биш шартының дүртенсеһе мөбәрәк Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙыр.
Рамаҙан − «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары яныр, юҡ булыр.
Ураҙа – йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән туҡталып тороу. Ураҙа тотоу өсөн иртән тороп ашалған ризыҡҡа «сәхәр», ураҙаны асыу – ауыҙ асыуға «ифтар» тиҙәр. Ураҙаның мәғәнәһе кешеләргә аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнен аңлатыу өсөн кәрәк. Туҡ кеше һис бер ваҡытта ла астың хәлен аңламаҫ һәм уға мәрхәмәт итмәҫ. Ураҙа ас кешеләрҙең ниндәй ғазаптар кисергәнен аңлатыр, шул уҡ ваҡытта нәфсегә хужа булырға өйрәтер.
Ураҙа тотоу ваҡыты һәр йыл әүәлге йылдан ун көн иртәрәк килер. Ошо сәбәптән уның йәй һәм ҡыш айҙарында килеүе тәбиғиҙер. Йәй айындағы ураҙаларҙы үтәй алмаған сирле кешеләр уны ҡышҡы айҙарҙа тота ала. Уны бөтөнләй тота алмаған бик ҡарт кешеләрҙең аҡса йәиһә саҙаҡа биреүе мөмкин. Ислам динендә ауырлыҡ һәм яйһыҙлыҡтар килтереү юҡтыр. Таҙалыҡ-сәләмәтлекте бөтөрөп, сирләп, ғибәҙәт итеүҙе Аллаһ һис бер ваҡыт теләмәгән.
Ураҙа тотоу, мосолмандарға вазифа булған һымаҡ, башҡа диндәрҙә лә әмер ителгән. ҡөрьән Кәримдә лә «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһенең 183-сө аятында: «Эй, иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп киткәндәргә фарыз ителгән кеүек, ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды. Бәлки, һеҙ (был фарыздарҙы үтәп) ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ?» – тиелә.
Исламиәттән алдағы йылдарҙа һәр ай өсәр көн һәм Ғәшүрә ураҙаһы тотолған булған. Рамаҙан ураҙаһы фарыз ителгәс, был ғәҙәт ҡалдырыла, был көндәрҙә ураҙа тотоу һәр кешенең үҙ иркенә тапшырыла.

Ураҙаның файҙаһы

Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде асыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә файҙалы нәмәләрҙе әмер итер, зарарлы нәмәләрҙе әмер итмәҫ.
Ураҙаның тағы ла бик күп файҙаһы барҙыр. Быларҙың бәғзеләре шуларҙыр:
1. Аллаһы Тәғәлә ашау һәм эсеүгә мохтаж түгелдер йәки ихтыяжы юҡтыр. Ураҙа тотҡан кеше Аллаһы Тәғәләнең әхлаҡи ҡөҙрәттәренә бәйләнер.
Хәҙис шәрифтә бойоролдо: «Бер кеше Аллаһы Тәғәләнең әхлағьнан бер әхлаҡҡа ирешһә, ул кеше йәннәткә юлланыр».
2. Ураҙа − йәшерен бер ғибәҙәттер. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: «Йәшерен бирелгән бер көмөш асыҡтан-асыҡ итеп бирелгән 700 көмөштән өҫтөндөр».
3. Ураҙа тотоусы – нәфсене еңә белеүсе. Был да өҫтөн бер ғибәҙәттер.
4. Ураҙа тотоу менән шайтанды ла еңеү мөмкиндер.
Хәҙис шәрифтә бойоролдо: «Шайтан тамырҙарығыҙҙа ҡан кеүек борғоланыр. Ураҙа тотоу менән юлдарын тарайтығыҙ!»
5. Ураҙа тотоу менән фәрештәләргә оҡшашлыҡ булыр. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: «Аллаһ юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен Аллаһы Тәғәлә йәһәннәмдән 70 йылға алыҫлатыр».
6. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер.
7. Ураҙа тотҡанда мосолмандарҙа ас йөрөгән фәҡирҙәргә ярҙам итеү теләге артыр.
8. Ифтарға саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек бәйләнештәре ҡеүәтләнер.
9. Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ.
10. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.
Ураҙаның кеше тәнен сәләмәтләндергән файҙалары шулар­ҙыр:
Ураҙа тотҡандарҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың әҙәйеүе һөҙөмтәһендә йөрәгебеҙ рәхәтлек кисерер. Ураҙала нервы системаһы ла бер еңеллек эсендә ҡала. Бер ғибәҙәтте еренә еткереү бәхете ихтыяждаҙы, ауырлыҡтарҙы аҙайтыр, йомшартыр.
Ураҙала көтөлгән, өмөт ителгән бәхеткә ирешеү өсөн:
1. Күҙҙе файҙаһыҙ, йөрәкте илһамынан һәм яҡшы эштәр­ҙән айырасаҡ хәрәм нәмәләргә ҡарауҙан һаҡларға кәрәк.
2. Телде ялған, ғәйбәт, насар һүҙ кеүек насарлыҡ­тар­ҙан айырырға кәрәк.
Хәҙис шәрифтә әйтелгәнсә: «Ураҙа – бөтә насар­лыҡтар­ҙың ҡалҡанылыр». Ураҙалы кеше яһиллыҡ менән насар һүҙ һөйләмәһен. Инде берәйһе әйтешеп, ҡаршы килһә: «Мин ураҙаламын», – тип яуап ҡайтарығыҙ! Ураҙалы кеше үҙен лайыҡлы хис итһен. Үҙенә бәйләнгән, теңкәһенә тейгән кешеләргә лә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә, һәр кеше менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәк.
3. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһы уртаҡ, шуға ла хәрәм һәм файҙаһыҙ нәмәләрҙән ҡолаҡты һаҡларға кәрәк.
4. Күҙҙе, телде, ҡолаҡты насарлыҡтарҙан һаҡлаған кеүек, ҡул, аяҡ һәм башҡа ағзаларҙы ла хәрәмдән, шөбһәле-шикле нәмәләрҙән һаҡлау зарур. Ашҡаҙанығыҙға хәрәм ризыҡ инмәһен.
5. Сәхәрҙә төрлө-төрлө ризыҡтар ашау ҡурҡыныс булмаһа ла, ифтарҙа баҫҡан килеш ашап, ураҙанан көтөлгән файҙаға кәртә ҡуймағыҙ.
6. Ифтарҙан һуң ошо тотҡан ураҙағыҙ ҡабул ителдеме, тип уйланығыҙ, үтенегеҙ.

Сауабы мең айҙан да хәйерлерәк

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – ҡәҙер кисе. ҡәҙер кисе Рамаҙан шәриф айында булған бер кистер, Рамаҙандың ҡайһы кисендә булғаны аныҡ рәүештә билдәләнмәгән.
Имам Шәфи мәҙһәбе буйынса – Рамаҙан айының 17-се көнө, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә, 27-се кисе булараҡ ҡабул ителгән.
Ғөмүмән, ҡәҙер кисе Рамаҙан айының 20-се көнөнән алып 30-сы кистәрендә булыр, тиелә.
ҡөрьән Кәримдә раҫланыуынса, ҡәҙер кисе – ҡиммәтле кистер. Сөнки ҡөрьән Кәрим Рәсүлебеҙгә нәҡ ошо кистә тапшырыла башлай.
Хәҙис шәрифтә: «ҡәҙер кисендә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тиелә.
Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын үтәү, ҡөрьән Кәримде уҡыу, доға ҡылыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптар ҡаҙаныу – былар барыһы ла был кискә хөрмәт күрһәтеүҙең ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәр­ҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.
Был кистең өҫтөнлөгөн Аллаһы Тәғәлә ҡөрьән Кәримдә «Әл-ҡәдр» (ҡөҙрәт) сүрәһенең 5-се аятында асыҡлай: «ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡтыр».
ҡәҙер кисендә Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән күктәрҙән фәрештәләр төшә.
ҡәҙер кисендә намаҙ, ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә фәрештәләр Аллаһтан сәләм уҡыр. ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап таң атҡанға саҡлылыр (ҡөрьән Рамаҙан айында ҡәҙер кисендә донъя күгенә Ябраил фәрештәгә индерелде. Унан Ябраил, ғәләй­һис-сәләм, кәрәк булған һайын аят-аят бәйғәмбәргә төшөрөп торҙо.)
Эйе, ҡәҙер кисе бик ҡәҙерле бер кис булғанға күрә Аллаһы Тәғәлә ҡолдарына, ғәфләттә ҡалмайынса, һәр ваҡыт ғибәҙәттә, итәғәттә булһындар өсөн ҡайһы көн икәнен ҡәтғи рәүештә белдермәгән. Тимәк, был кисте эҙләгәндәргә рамаҙандың күп кистәрендә ғибәҙәт итеү фарыз.

Ураҙаға ниәт һәм ифтар доғалары

Сәхәр ашағандан һуң
ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
«Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим.
Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр». Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡаяш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк».

Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға
«Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим.
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәуәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү».
Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»

З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?