RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иманды иҫбатлаусы шарттар һәм хаж хаҡында

29.06.2012 Иманды иҫбатлаусы шарттар һәм хаж хаҡында

(Хаж сәйәхәтенән тәьҫораттар)
Хаж ғәмәленән ҡалған тәьҫораттар
Изге хаж хаҡында бала саҡтан уҡ ишетеп үҫкәс, олоғайып хаҡ динебеҙгә яңынан яҡынай­ғас, мин унда барыуҙы ниәтләп, көтөп алдым. Шуға күрә хаж ғәмәлен, ундағы хәлдәрҙе һәр яҡлап күҙ алдына килтерә инем.
Өфө аэропортында уҡ Ырымбур өлкәһе кешеләре: Пономарев районы Дүсмәт ауылынан 82 йәшлек Марат Бәкер улы Әхмәтов, Һаҡмар районы Татар ҡарғалыһынан Рифғәт Әхмәт улы Ханнанов, Ырымбурҙың үҙенән килгән Джәмил Нурлыхан улы Фазлыев менән таныштым. Улар бик һәйбәт кешеләр булып сыҡты. ҡунаҡханаларҙа бер бүлмәлә, палатка ҡаласыҡтарында ла бергә йәшәп, бергә ашап-эсеп, үҙ-ара туғандарса мөғәмәләлә булдыҡ. Барлыҡ хаж ғәмәлдәрен бергә башҡарҙыҡ. Рифғәт менән Джәмил – әле алтмыш йәшкә лә етмәгән ир уртаһы көслө кешеләр. Улар Марат ағай менән миңә хаж осоронда оло ярҙам күрһәтте. Улар булмаһа, беҙгә, өлкән йәштәгеләргә, ауыр булыр ине. Рифғәт Әхмәт улы ҡатыны Сания ханым менән хажда элек тә бер нисә мәртәбә булған. Шуға күрә улар бөтә маршруттарҙы ла, ғәмәл тәртиптәрен дә яҡшы белә. Һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау сараларын алдан күрә белде.

Мәккәи-Мөкәрәмә һәм Мәҙинә ҡалалары

Истанбулдан самолет Мәҙинә ҡалаһына осто. Беҙҙең намаҙҙарыбыҙ, башлыса, Мөхәммәт (с.ғ.ү.с.) мәсетендә үтәлде. Был мәсет үҙенең ҙурлығы, мөһабәт күркәмлеге менән һәр кемде һоҡландыра. Һигеҙ манара аҫтындағы ғибәҙәт залдарында бер юлы йөҙәр меңләгән мөслим-мөслимә бер-береһенән айырым намаҙ уҡый ала. Залдарҙа – таҙалыҡ һәм саф һауа. Төп залдар­ҙың түшәмдәре ҡара тондағы үтә күренмәле материалдан яһалған. Түшәм, ҡояш төшлөктән уҙғас, ваҡыты-ваҡыты менән асыла һәм залдар елләтелә. Был процедуралар төшкә тиклем дә үткәрелә. Намаҙҙан тыш залдарҙа, сикләнмәгән ваҡыт дауамында, ҡулға ҡөрьән Кәримде алып уҡырға була. Китаптар зал эсендәге колонналарҙы уратып яһалған кәштәләрҙә урынлаштырылған. Алаһың да уҡый­һың, һис кем һине тикшермәй ҙә, күрмәй ҙә.
Мәсет тирәләй майҙандар бик ҙур зонттар (сатырҙар) менән уратып алынған. Улар айырым колонналарға беркетелгән. Сатырҙар иртәнсәк асыла (яҙыла), ә кисен ябылып (йыйылып), колонналар рәүешен ала. Был процесс, әлбиттә, автоматик рәүештә башҡарыла. Зонт көмбәҙенең ҡабарынҡы яғы аҫҡа ҡараған, сөнки илдә ямғыр яумай бит инде. Сатырҙар ышығына ваҡыт-ваҡыт көслө автоматик пульверизаторҙар ярҙамында һыу бөркөлә. Шыйыҡ ҡына томан хасил була. Үҙенә күрә дымлы микроклимат барлыҡҡа килә. Унда һалҡынса, тын алыуы еңел.
Мәсет эсе һәм уның әйләнәһендәге майҙандар өлөшләтә даими йыуыла, йыйыштырыла, улар һәр ваҡыт таҙа. Мәсет янындағы майҙандарҙа хажиҙар төркөм-төркөм ял да итә, намаҙ ҙа уҡый. Һәр ваҡыт эҫе булғас, майҙандарға түшәлгән мәрмәр плиткалар тәүлек әйләнәһенә йылымыс булып ҡала. Шуға күрә хажиҙарҙың айырым-айырым төркөмдәре майҙандарҙа ҡуна ла ята. Бер кем бер кемгә ҡағылмай ҙа, ҡыҫылмай ҙа. Кешенең етешһеҙлектәре һиҙелһә, бик ипле генә итеп әйтеүҙәре мөмкин. Ундай итәғәтле тәнҡит, иҫкәртеү күберәген үҙ-ара үтәлә. Бер кемгә бер ниндәй хәүеф янамай.
Мәсет янында ер аҫтында урынлашҡан бәҙрәфтәр, тәһәрәтханалар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уларҙа таҙалыҡ һәм бөхтәлек хөкөм һөрә.
Һүҙ ыңғайында әйтергә кәрәк, ошондай ҡоролоҡ илендә хаж осоронда беҙ йәшәп киткән ҡалалар мәсеттәре янындағы бәҙрәфтәр­ҙең, тәһәрәтханаларҙың ғына түгел, ҡунаҡханаларҙың да һыуҙан өҙөлмәүе хажиҙарҙы һоҡландырмай ҡалманы.
Мөхәммәт (с.ғ.ү.с.), уның ҡайһы бер ғаилә ағзалары һәм сәхәбәләр ерләнгән зыярат-мавзолей ошо мәсеттең бер ситендәрәк урынлашҡан. Бәйғәмбәребеҙгә һәм уның янында ерләнгән изгеләргә зыярат ҡылырға теләүселәр бихисап. Шулай булһа ла, йәстү намаҙынан һуң унда үтеү ауыр түгел икән. Мин дә, был форсаттан файҙаланып, бәйғәм­бәребеҙгә һәм башҡа изгеләргә зыярат ҡылып, намаҙ уҡыным.
Мәккәи-Мөкәрәмә ҡалаһы тағы ла нығыраҡ тәьҫораттар ҡалдыра. ҡәғбәтулла һәм уның тирә-яғы, зәм-зәм һыуы үҙҙәренең мөһабәтлеге менән һоҡландыра һәм бөтә донъянан килгән хажиҙарҙың күңелен елкендерә.
ҡәғбәтулланы харам мәсете тип тә йөрөтәләр. Сөнки уның янында динебеҙ тарафынан тыйылған харам эштәрҙе эшләргә ярамай. Мәҫәлән, унда бөжәкте лә үлтереү тыйыла (ҡәғбәтулланан башҡа Мәҙинәләге Мөхәммәт (с. ғ. ү. с.) мәсете, Иерусалим ҡалаһындағы мәсет харам иҫәпләнә). Шулай ҙа Аллаһ тарафынан ҡәғбәтулла янында, бүтән шарттарҙа харам иҫәпләнгән бер нәмә ғәфү ителә. Ул да булһа, тәүәф ҡылғанда, ирҙәр һәм ҡатындар­ҙың бер-береһенә ҡағылыуы, тәндәренең, кейем аша булһа ла тейеүе. Ғәҙәти шарттарҙа был харам иҫәпләнә, уларҙың тәһәрәттәре боҙола. Әлбиттә, Аллаһы Тәғәләнең был ташламаһы аңлашылып тора. Шул тиклем халыҡ ағымында хажи-хажиәләрҙең бер-береһенә ҡағылмай ғына йөрөүе мөмкин түгел.
Хаждың төп ғәмәлдәре ҡәғбәтуллала һәм Мәккәгә яҡын урындарҙа башҡарыла. Был турала юғарыла яҙылды.
Хаж ҡорбан байрамы осоронда ҡылына. Байрамдың өс көнөндә урамға сыҡһаң, һәр ерҙә эҫе аш, былау, ит, бүтән төрлө ашамлыҡтар, эсемлектәр менән иртәнән кискә тиклем һыйланырға мөмкин. Был һый-хөрмәт король исеменән дә, айырым кешеләр тарафынан да башҡарыла. Ризыҡ яҡшы итеп бер мәртәбә генә ҡулланыла торған һауыттарға һалын­ған, төрөлгән. Шуға күрә уларҙың таҙа булыуы шик тыуҙырмай. Эҫе көйө һаҡланһын өсөн ашамлыҡтар махсус йәшниктәргә һәм башҡа ҙурыраҡ һауыттарға урынлаштырылған.

Ғәҙәттән тыш ваҡ ваҡиғалар һәм хаталар

Өфөнән киткәндә, аэропортҡа етәкселәр әйткән ваҡытҡа килгәйнек, ул ваҡыт алты сәғәткә иртәрәк булып сыҡты. Әммә уның яҡшы яғы шунда ине – беҙ, буласаҡ хажиҙар, үҙ-ара алдан уҡ танышып өлгөрҙөк. Һөйләшә торғас, мин үҙ хатамды аңланым. Электр сәйнүге, электрооҙайтҡыс, көрөшкә, ҡалаҡ, йоҡо тоғо алғайным. Ә ярым әҙер вермишель, һәр төрлө бутҡа алмағанмын. Ашау-эсеү үҙ аҡсабыҙҙан икән тип уйлағайным, улай түгел икән. Дөрөҫ, бал, ҡорот, талҡандан башҡа аҙыҡ беҙ барған ерҙә лә күп, әммә улар беҙгә бик килешеп етмәй һымағыраҡ тойолдо.
Өфө аэропортында Баймаҡ яғынан килгән бер ханым өс литрлы ике банка балының береһен таможня аша минең алып сығыуымды һораны, сөнки ҡул багажым юҡ ине, ә уның бер үҙенә шул ҡәҙәр күп балды үткәрмәйәсәктәр. Мин ул ханымдан шаяртыбыраҡ:
– Ул тиклем күп балды сит илдә һатырға алдығыҙмы ни? – тип һораным. Ул миңә:
– Ғәрәбстанда сәй күп эселә, бал бөтә төркөм өсөн, – тип яуап бирҙе.
Мин уның балын Мәҙинә ҡалаһына барып еткәнсе таможня аша үткәрештем.
Беҙҙе хажға алып килгән етәкселәр:
– Бер-берегеҙҙең хәбәренә бик ышанып бармағыҙ, уларҙың дөрөҫ булмауы ла мөмкин, һорауҙарығыҙға яуапты беҙҙән алырға тырышығыҙ, оялып тормағыҙ, – тигәйне. Уларҙың һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн беҙ үҙ башыбыҙҙа кисерҙек. Мәккәгә барғас та беҙҙең бүлмәгә 10-ар литрлы дүрт һауыт һыу бирҙеләр. Иптәштәр уны сәй ҡайнатырға бирелгән һыу тип аңлаған. Һауыттарҙа яҙыу-фәлән юҡ ине. Ул һауыттарҙа беҙгә тыуған илгә алып ҡайтыр өсөн бирелгән зәм-зәм һыуы булып сыҡты.
ҡайтыр алдынан ғына канистрҙар һатып алып, зәм-зәмде үҙебеҙгә Харам мәсете янынан барып алырға тура килде.
Икенсе хатам арҡаһында миңә тағы ла ауырыраҡ һынау кисерергә яҙҙы. Йоҡо тоғо алғайным. Палаткалар ҡаласыҡтарында уның эсендә йоҡлауы уңайлы булды. Мөздәлифә яланына барырға булғас:
– Унда былай ҙа тығын, тоғоңдо артыҡ йөк итеп йөрөтмә, – тинеләр. Ә йоҡо тоғоноң иң кәрәкле урыны Мөздәлифә икән. Унда һәр яҡтан асыҡ, туҡтауһыҙ ел өрә. Төндә бик һыуыҡ булды. Өшөү арҡаһында төшкән тымау хаждан тыуған илгә әйләнеп ҡайтҡансы дауам итте. Ярай әле Рифғәттең ҡатыны Сания ханым Марат ағай менән икебеҙгә ябынып ятырға шәлен биреп торҙо, юҡһа тағы ла нығыраҡ өшөгән булыр инек.
Хаж ғәмәлдәрен төркөмдәр менән бергә башҡараһың. Төркөмдән тороп ҡалырға, айырылып китергә ярамай. Был хәл бигерәк тә бер ҡаланан икенсеһенә күскәндә, ғөмүмән, автобуста сәйәхәткә сыҡҡанда хәүефле. Сөнки бер кеше «юғалып» тороп ҡалһа, бөтә төркөмдөң сәйәхәте тотҡарлана. Аҙашҡан кешенең үҙенә лә ҡыйын, ул стресҡа дусар була. Әйткәндәй, Мәккәләге ҡунаҡхана һәм харам мәсете араһында ла аҙашып китергә мөмкин. Сөнки ландшафттың үҙенсәлеге арҡаһында, урамдар киҫкен боролоштар яһай (унда тип-тигеҙ, ҡом өҫтөндә таш-ҡаялар һерәйеп ултыра бит). Урам килә-килә лә, берәй ҡаяға килеп етеп, юғала ла ҡуя. Шуға күрә үҙеңде лабиринт эсендә йөрөгән кеүек хис итәһең. Дөрөҫ, һәр бер хажиҙың үҙ номеры, ҡунаҡхана атамаһы, төркөмдөң ҡайһы илдән икәне, етәксенең кеҫә телефоны номеры яҙылған бирка йөрөтәһең. Әммә аҙашмауың хәйерле.
Юғарыла яҙылған ҡыйынлыҡтарҙы еңеләйтеү, хаталарҙы булдырмау маҡсатында хажға барырға йыйыныусыларға ҡайһы бер кәңәштәремде әйткем килә.
1. Иғәнәләрегеҙҙе ышаныслы компанияға тапшырығыҙ. Уның менән даими бәйләнеш тотоп, буласаҡ хажиҙарҙың ҡайҙан икәнен белешергә тырышығыҙ.
2. Буласаҡ хажи-хажиәләр күбәйә башлағас, үҙ-ара танышып, ҡунаҡханаларҙа бергә йәшәү өсөн ваҡ төркөмдәр ойоштороу хәстәрлеген күрегеҙ.
3. Кем ниндәй аҙыҡ алып барасағын хәл итегеҙ.
4. Һауыт-һаба, электр приборҙарынан кем нимә алып бараһын да һөйләшегеҙ.
5. Йоҡо тоғо алығыҙ.
6. Йоҡо тоғо булмаһа, башҡорт шәле (дебет шәл) алығыҙ.
7. Хажға алып барыусы етәкселәрҙең һүҙҙәрен, кәңәштәрен тыңлағыҙ, бик ныҡ иғтибарлы булығыҙ.
Ошо кәңәштәр тотолһа, хаж сәфәре уңышлы үтәсәк тип уйлайым. Иң мөһиме, хаж ғәмәленең күңел асыуға йүнәлтелгән сәйәхәт түгеллеген оноторға ярамай. Хаж ҡылыу – көсө еткән мөслимдең изге бурысы, Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыуға йүнәлтелгән хеҙмәте.

Сәфәрҙән алынған дөйөм тәьҫораттар, уйҙар

Хаж ғәмәлен үтәгәндә ҡалған аҙ ғына буш ваҡыттар экскурсияларға бирелде. Беренсе экскурсия Ухуд тауына ойошторолдо.
Мәҙинә ҡалаһынан алыҫ түгел Ухуд тауы янында, 625 йылдың 22 мартында бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.ү.с.) яҡлылар һәм улар­ҙың дошмандары араһындағы һуғышта бәйғәмбәр яҡлылар 70 һуғышсыһын юғалта. Унда бәйғәмбәрҙең ағаһы Хәмзә лә һәләк була.
Мәккә ҡалаһында йәшәгәндә Хира тауын барып күрҙек. Унда Мөхәммәд (с.ғ.ү.с)-гә Жабраил фәрештә аша Аллаһы Тәғәләнән беренсе ҡөрьән сүрәләре ебәрелгән.
ҡыҙыл диңгеҙҙе барып күрергә насип булды. Унда һыу ҙа индек. Тик һыу ингән урында пляж ойошторолмаған. Ирҙәр һәм ҡатындар, һыуҙы, әлбиттә, айырым инә. Аралар 300 метр самаһы булыр, ҡойма ла бар. Ирҙәр майка һәм тубыҡтарынан түбән балаҡлы ыштан кейгән көйө һыу инергә тейеш. Сөнки ирҙәр ҙә бер-береһенә тәндәренең ғәүрәт иҫәпләнгән урындарын күрһәтергә тейеш түгел (ирҙәрҙең кендектән түбән, тубыҡтан юғары урындары ғәүрәт иҫәпләнә. Ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡул суғы, аяҡ йөҙлөгө һәм биттәренән башҡа урындар – ғәүрәт).
Беҙ экскурсияға барған бер генә ерҙә лә һәйбәт итеп ял итерлек шарттар юҡ, улар ҡаралмаған да. Сөнки хажи-хажиәләр, турис­тарҙан, ял итеүселәрҙән айырмалы, изге урындарҙы күрергә, хаж ғәмәлдәрен үтәргә, ғибәҙәт ҡылырға, ғибрәт алырға бара.
Сәғүд Ғәрәбстанында сикләнмәгән монархия идара итә һәм шәриғәт ҡанундары хөкөм һөрә. Әммә мосолмандарға, ҡайҙан килһәләр ҙә, бер тигеҙ ҡараш. Шуның өсөн беҙҙе ундағы сәйәсәт ҡыҙыҡһындырманы.
Урамдарҙа, ҡунаҡханалар алдында хәйер һораусылар байтаҡ. Дөрөҫ, ҡунаҡханалар янынан уларҙы полицейскийҙар ҡыуалай. Хәйер һораусылар был ил граждандары түгел, мигранттар икән. Һуңғыларҙың һаны – илдә ете миллион. Хәйер һораусылар араһында уң ҡулының суғы юҡтар байтаҡ. Мин уларҙы, үҙ өҫтөмә гонаһ алып, эстән генә: «Был бисаралар яҡын ҡәрҙәштәр никахынан тыуғандыр инде», – тип уйлағайным (яҡын туғандар араһындағы никахтан шундай зәғиф балалар йыш тыуа, ә ғәрәп илдәрендә ундай никахтар осрай). Уң ҡулының суғы булмаусылар – урлашыу ҡорбандары икән. Шәриғәт нигеҙендә, ҡасандыр уларҙың ҡул суғын өҙөп язалағандарҙыр инде.
Илдең ҡатын-ҡыҙҙары ир кешеһеҙ урамда йөрөмәй. Ә беҙ урамда һәр көн күргән ҡатын-ҡыҙҙар, хажиәләрҙән башҡа, әлеге мигранттар икән, күберәге ҡара тәнлеләр. Улар хатта ваҡ сауҙа менән шөғөлләнә.
Магазиндарҙа иһә, башлыса, төрөктәр һатыу итә. Шуға күрә улар менән үҙ телебеҙҙә лә аралашып була. Бер магазинда һатыусы менән саф башҡортса һөйләшеп киттем. Ул һатыусы 50 йәштәр тирәһендәге ир кеше, Афғанстандан сыҡҡан, үҙе үзбәк милләтенән икән. Минең бер нисә ҡабат:
– Мине аңлайһығыҙмы? – тигән һорауыма ул:
– Мин башҡорттар тураһында хәбәрҙар, беҙ бит туғандар, әле һеҙҙе бик яҡшы аңлайым, бер телдә һөйләшәбеҙ ҙә баһа, – тип яуап бирҙе.
Хаж ваҡытында ныҡ ҡына күңелде ҡырған бер күренешкә туҡталмай китә алмайым. Мина үҙәнендәге палаткалар ҡаласығында йәшәгәндә, уның бер бүлегендәге инглизсә яҙыуға иғтибар иттем. Яҙыуҙың яҡынса тәржемәһе былай:
«Төркиә, Европа, Америка, Австралия ғибәҙәтсе-мосолмандары өсөн дәүләттән тыш ойошмалар учреждениеһы
Ялан-сервис группаһы».
Ул бүлектә һаҡсылар тора һәм унда айырым пропускылар менән генә үткәрәләр, имеш. Аш-һыуҙы ашнаҡсылар әҙерләп, хажиҙарҙы ваҡытында ашатып-эсергәндәре көн кеүек асыҡ ине. Ә беҙ үҙебеҙ ашыҡ-бошоҡ, арлы-бирле бешереп ашап-эсеп йөрөнөк.
«Сит илдәрҙә үҙ граждандары тураһында дәүләттәре лә, йәмәғәт ойошмалары ла ныҡ ҡайғырта икән, ни булмаһа, беҙҙең илдә юҡ», – тип үҙ дәүләтебеҙгә лә, байҙарға ла эстән үпкәләнем.
Ысынлап та, йәһәт кенә халыҡтан тартып алынған байлыҡтың меңдән бер өлөшөн генә булһа ла шәфҡәт ҡылыуға бүлеп булмаймы икән ни? Байҙар араһында мосолмандар ҙа бар ҙа баһа?
Мөхәммәт (с.ғ.ү.с.) йәш ваҡытында сауҙа менән шөғөлләнгән. Динебеҙ ғәҙел сауҙаны яҡлай һәм хуплай. Бәйғәмбәребеҙ үҙенең ғәҙеллеге, йомартлығы менән кешеләрҙе һәр саҡ һоҡландырған, таң ҡалдырған.
Беҙ Мөхәммәт өммәттәре булғас, һәр нәмәлә уның ҡылған эштәренән өлгө алырға тейешбеҙ.
Хажда булған 14 көн эсендә тыуған илебеҙҙе һағынып та өлгөрҙөк. Шуға күрәлер инде беҙ бер-беребеҙгә:
– Ошо илдә йәшәргә риза булыр инеңме? – тигән һорау бирҙек. Барыбыҙ ҙа тиерлек был һорауға кире яуап ҡайтарҙыҡ.
Йәшерәктәрҙән бер нисә кеше генә:
– Бында ғүмер буйы түгел, бер нисә йыл ғына динебеҙ һәм ҡөрьән серҙәренә нығыраҡ төшөнөү, ғәрәп телен өйрәнеү өсөн генә йәшәргә күнер инем, – тигәнерәк яуап бирҙе. Беҙҙә патриотизм көслө икән әле!
Нисек кенә булмаһын, хаж сәфәребеҙ уңышлы үтте. Аллаһы Тәғәлә уны ҡабул итеп, әжер-сауаптарын әхирәт көнөнәсә һаҡлаһын ине.
Хаж сәфәрендә бергә булған юлдаштарыма, мосолман ҡәрҙәштәремә, уны ойошто­роу­сы «Урал Хадж» компанияһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Буласаҡ хажи-хәжиәләргә уңыштар теләйем! Амин!
Иҫкәрмә: Ихрамда булыу – ул изге ниәт, сөнки төп хаж ғәмәлдәре ихрамда башҡарыла.
Шул уҡ ваҡытта ихрамға инеү – ирҙәр өсөн, төп хаж ғәмәлдәрен үтәгәндә, ниәт әйткәс, еңелсә кейем рәүешендә тәнгә урап беркетелә торған, үтә күренмәгән, аҡ төҫтәге ике киҫәк кизе-мамыҡ туҡыма.
ҡатындар, ихрамға индем, тип ниәт кенә әйтеп, үҙ кейемдәре иҫәпләнгән хиджабта ҡалырға мөмкин.

Таһир ЛАТИПОВ,
хажи.

Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?