29.06.2012 Нарыҫтау – Башҡорт иленең нурлы төбәге, Бәйғәмбәребеҙ илселәренең һуңғы төйәге
Аллаһы Тәғәләнең ризалығы булмаһа – ағастың япрағы ла һелкенмәй, тиҙәр. 10 июндә Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы данлы Нарыҫтауҙа ерләнгән сәхәбәләр ҡәберҙәренә мосолмандарыбыҙ зыярат ҡылды. Был изге сарала өс меңләп мөьмин ҡатнашты. Бер нисә кеше ҡорбан салып, халыҡты аш, былау менән һыйланы. Милләттәштәребеҙ зикер, намаҙ ҡылды һәм әруахтарға аяттар бағышланы, Аллаһтан илебеҙҙең именлеген һорап, абруйлы имамдарыбыҙ доғалар уҡыны.
Сәхәбәләр улар – Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм заманында йәшәгән һәм унан ғилем алған кешеләр. 630 йылда Башҡорт иленә, халҡыбыҙға бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм тарафынан өс сәхәбә ебәрелә. Шуларҙың икәүһе, атап әйткәндә, Зәйет улы Зөбәйер менән уның улы Абдрахман ошонда, йәғни Нарыҫтау түбәһендә ерләнгән.
Эйе, тарихи сығанаҡтар башҡорт ерендә әле 10-сы быуатҡа тиклем үк Ислам диненең тарала башлауы хаҡында һөйләй. 16-сы быуатта ҡаҙан тарихсыһы Шәрәфетдин ибн Хисаметдиндың раҫлауынса, 630-сы йылда уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр башҡорт һәм болғар ерҙәренә ебәргән сәхәбәләр Зәйет ибн Зөбәйер, Абдрахман ибн Зөбәйер һәм Талха ибн Усман аша күп кенә башҡорттар Ислам динен ҡабул иткән. Уның яҙмаһынан күренеүенсә, башҡорттар араһындағы тәүге тәбғииндәрҙең береһе – Әй буйы аҫабаһы Айтҡол Зәйет улының һәм тағы Ағиҙел, Ыҡ, ҡармасан, Сәрмәсән, Танып буйҙарынан тәүге башҡорт мосолмандарының исемдәре һанап сығыла.
Төркиәлә йәшәгән донъяла билдәле шәйех Усман Топбаш Башҡортостандан барған бер төркөм мосолмандарға шулай уҡ: “Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең башҡорт халҡына иң беренселәрҙән булып үҙенең сәхәбәләрен ебәреүе юҡҡа ғына түгел бит”, – тигән. Ә инде 2010 йылда Төньяҡ Кипрҙа йәшәүсе бөтөн донъяға танылған солтан-әүлиә, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡырҡынсы быуыны, шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡани сәхәбәләр Зәйет улы Зөбәйер менән уның улы Абдрахмандың Башҡортостанда, Миәкә районының Илсеғол ауылы эргәһендәге башҡорттарҙа борон-борондан изге тау һаналған Нарыҫтауҙа ерләнгәнен әйтте.
Сәхәбәләрҙең ҡәберҙәрен зыярат ҡылған ваҡытта, ошо бөйөк әүлиәләрҙең әйткәндәрен раҫлап, унда йыйылған меңәрләгән халыҡҡа тағы бер ишара-дәлил дә булды. Атап әйткәндә, быға тиклем Башҡортостанда сәхәбәләр ерләнгәне хаҡында һис бер мәғлүмәте булмаһа ла, сараға ҡаҙандан ашығыс килеп етеүен Абдулсәйет исемле тажик егете: “Һигеҙенән туғыҙына, йәғни йоманан шәмбегә ҡарай төндә ғәжәйеп төш күрҙем. Төшөмдә остазым Ибраһим әүлиә (Үзбәкстандың ҡоҡанд ҡалаһында йәшәгән – авт.) миңә: “10 июндә Башҡортостандың бер бөйөк һәм нурлы урынында бик күп халыҡ зыярат ҡылырға йыйыласаҡ. Һин Башҡортостанға бар, унда сәхәбәләр ерләнгән. Уларға минең сәләмемде һәм аманатымды еткер!” – тине. Шуға ла мин бында ашығып килеп еттем”, – тип илай-илай аңлатты.
Был төштө ҡеүәтләп, хәҙискә мөрәжәғәт итәйек. Түбәндәге һүҙҙәрҙе үҙ ҡолағы менән ишеткән мәшһүр сәхәбәләрҙең береһе Әбү Хөрәйрә былай тип шаһитлыҡ ҡылған:
– Бер ваҡыт Аллаһтың Рәсүле: “Бәйғәмбәрлектән изге хәбәрҙән башҡа бер нәмә лә ҡалманы”, – тип әйтте.
– Нимә ул изге хәбәр? – тип һораны кешеләр.
– Изге төштәр, – тип яуапланы бәйғәмбәр. – ҡиәмәт көнө яҡынлашҡан һайын мосолмандарҙың төштәре юш киләсәк. Төштәр минең бәйғәмбәрлегемдең ҡырҡ алтынсы өлөшө.
Сәхәбәләрҙән Әбү Сәғит әл-Худри атлы тағы берәүһе Аллаһ Рәсүленең былай тип әйткәнен ишеткән: “Кем дә кем үҙенең күңеленә хуш килгән шундай изге төштәр күрә икән, тимәк, улар Аллаһтан килә. Шулай булғас, ул Аллаһҡа шөкөр итһен, доғалар ҡылһын һәм башҡаларға ла һөйләһен”.
Беҙҙең гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа әүлиәләр күп булған икән – был халҡыбыҙҙың рухи яҡтан юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй. Хатта сәхәбәләр ҙә беҙҙә ерләнгән икән, тимәк, бында Аллаһтың башҡорт еренә биргән бәрәкәте, уны төйәк иткән һеҙҙең менән беҙгә ниндәйҙер ишараһы бар түгелме?..
Өҫтәп шуны әйтке килә, ҡайһы бер дин әһелдәре зыярат ҡылыуҙы “ширк, йәғни Аллаһ урынына ҡәбергә табыныу” тип. Аллаға шөкөр, хәҙер һәр ауылда тиерлек мәсет бар, мәҙрәсәләр эшләй, дини китаптар күпләп һатыла, ғөмүмән, әл-хәмдүлилләһ, динебеҙ аяҡҡа баҫа, халҡыбыҙҙың күпселек өлөшө Аллаһы Тәғәләнең барлығын һәм берлеген яҡшы белә. Шулай булғас, нишләп улар күрәләтә ҡәбергә табынһын инде?! Динде бөтөнләй белмәгән кешеләрҙең генә бындай яңылышлыҡ ҡылыуы мөмкин. Мәгәр ундайҙар ҡәберҙәрҙе лә зыярат ҡылып йөрөмәй, сөнки улар өсөн теге донъя ла юҡ.
Ә Аллаһы Тәғәләнең барлығы үә берлегенә ихлас инанған, шул уҡ ваҡытта, ҡәберстанға барып, был донъяның фани ғына икәнен иҫенә төшөргән, әруахтарға доға бағышлап, Аллаһының ризалығына өмөт итеп, ҡөрьән сүрәләре үә аяттарын уҡып йөрөгән меңәрләгән мөьмингә ҡарата “Аллаһ урынына ҡәбергә табыналар” тип әйтеү, нахаҡ һүҙ һөйләү, яла яғыу – ул үҙе үк ҙур гонаһ түгелме?
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм Ислам дине саҡ тарала башлаған заманда ҡәберстандарға йөрөүҙе тыйһа ла, һуңынан рөхсәт биргән. “Мин һеҙҙе ҡәберҙәргә барыуҙан элек тыя инем, хәҙер имандарығыҙ сыныҡты, ҡеүәтләнде, шуға күрә ҡәберстанға барығыҙ, унда барыу үлемде иҫкә төшөрөр”, – тигән. Үлемде иҫкә төшөргәс, әҙәм балаһы мәңгелеккә күсеүгә, Аллаһының хозурына ҡайтыуға әҙерләнә, гонаһтарҙан, ярамаған эштәрҙән тыйыла башлай.
Аллаһ Илсеһе хатта: “Минең ҡәберемә килгән һәр кемде Яуап көнөндә яҡлашырмын. Кем минең ҡәберемә килә, ул мине тере сағымда килеп күргән һымаҡ булыр”, – тигән.
Шулай уҡ әүлиәләрҙе лә “күрәҙәсе, сихырсы” тип атауҙан ҡурҡмаусылар бар. Әстәғәфируллаһ. Бәйғәмбәрҙәрҙән ҡала Ер йөҙөндә иң бөйөк заттар әүлиәләр менән ғалимдар икәне аҡыллы кешеләрҙең барыһына ла мәғлүм. Әүлиәләр – Аллаһтың дуҫтары, улар хаҡында ҡөрьәндә лә күп әйтелгән. Ә кем дә кем ҡөрьәндең бер бәләкәй генә өлөшөнә лә ышанмай, тимәк, ул Аллаһы Тәғәләнең һүҙенә ышанмай булып сыға. Бына нимәнән ҡурҡырға кәрәк!
Әүлиәләрҙең кем икәнлеге хаҡында ҡөрьәндә “Фуссыиләт” сүрәһенең 30 – 31-се аяттарында: “Ысынлап та, “Беҙҙең Раббыбыҙ – Аллаһ”, – тип, шунан һуң тоғро булған кешеләргә фәрештәләр төшөр. ҡурҡмағыҙ, ҡайғырмағыҙ, вәғәҙә ителгән Йәннәткә ҡыуанығыҙ! Донъялыҡта ла, әхирәттә лә Беҙ һеҙгә – дуҫ! Унда һеҙгә йәнегеҙ теләгән нәмә, ни һораһағыҙ – шул бар”, – тип, һәм дә “Юныс” сүрәһенең 62 – 64-cе аяттарында: “Эйе, Алланың дуҫтарына хәүеф юҡ, улар көйөнмәҫ. Иман килтергән, тәҡүәле булған кешеләр өсөн донъялыҡта ла, әхирәттә лә – һөйөнөслө һүҙ. Алланың һүҙе үҙгәрмәҫ. Был – оло уңыш!” – тип, Аллаһы Тәғәлә асыҡ әйтә.
Раббыбыҙҙың шундай иҫкәртеүен дә онотмайыҡ: “Бер кеше Аллаһының дуҫтарын яҡын күрһә, ул Миңә яҡын булыр, ләкин минең дуҫтарыма дошман була торған булһа, ул бәндәгә мин дә дошман булырмын һәм һуғыш асырмын”, – тигән ул.
Әбү Хөрәйрә раҫлауынса, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм тағы ла былай тигән: “Аллаһы Тәғәлә үә Тәбәрәкә әйтте: “Минең әүлиәләремә дошманлыҡ ҡылыусыларға Мин һуғыш астым инде! ҡоломдо Миңә яҡынайтыусы бөтөн ғәмәлдәрҙән фарыз ғәмәлдәрҙе нығыраҡ яратам. Ә инде, өҫтәмә ғибәҙәттәр ҡылып, минең һөйөүемә ирешкәнсе ҡолом Миңә яҡынайыуын дауам итһә, әгәр ҙә Мин уны яратһам, уның ишетер ҡолағы булырмын, күрер күҙе булырмын, тотор ҡулы булырмын, баҫыр аяғы булырмын. Әгәр ул минән нимәлер ҙә булһа ла һораһа, Мин уға теләгәнен мотлаҡ бирермен” (был ҡудси хәҙис Әл-Бохари тарафынан яҙып алынған).
Бына бындай кешеләр нәфел ғибәҙәттәрен ҡыла, төндәрендә өҫтәмә намаҙҙар уҡый, тәһәрәтһеҙ йөрөмәй, һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә зекер әйтеп йөрөй. Шуның менән бергә улар түҙемле, кешеләргә бик мәрхәмәтле. Ошондай бәндәләр арабыҙҙа һәр саҡ бар. Бөтә илгә, донъяға танылған Зайнулла хәҙрәт Рәсүлиҙең күпме шәкерте булған! Тәҡүәлеге, изгелеге менән танылған. Ундай кешеләрҙе беҙ тауыш биреп кенә лә әүлиәлеккә күтәрә алмайбыҙ Ул иҫән ваҡытында уҡ үҙенең изге ғәмәлдәре, кешеләргә мәрхәмәт-шәфҡәтлелеге менән әүлиә булып таныла.
Зәйнулла, Ғатаулла, Ғабдулла, Йәғәфәр ишандар ҙа, Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғол хәлфә, Ильяс мөьәзин дә ошондай заттарҙан. Күпме кешене дауалап, Аллаһы Тәғәләнең уларҙы һауыҡтырыуына сәбәпсе булған, халыҡҡа күпме ғилем, мәғлүмәт ҡалдырған, күпме шәкерттәре уларҙың юлын дауам иткән. Шуға күрә уларҙың хөрмәтле исемдәрен иҫкә алыу, мәсеттәргә, урамдарға биреү – күркәм бер йола. Был – рәхмәтле халыҡтың хәтере, тигән һүҙ.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Донъянан үткәндәрегеҙҙең изгелектәрен иҫкә алығыҙ, кәмселек-хаталарын онотоғоҙ”, – тигән. Был – әүлиәләргә табыныу түгел, уларҙың изгелектәрен хәтерҙә, күңелдә һаҡлау; уларҙың тормошонан, эшләгән эштәренән, һөйләгән һүҙҙәренән үрнәк алып, үҙебеҙҙә шул матур сифаттарҙы кәсеп итергә тырышыу.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет дәүерендә халыҡ үҙенең дини остаздарын, ғилем биреүсе, тәриҡәт таратыусы ишан-әүлиәләрен иҫләп, ҡәҙер ҡылыуҙан мәхрүм ителде, уларҙың изге ҡәберҙәре сәсеү ерҙәре аҫтында ҡалды, һөрөп ташланды, таштары нигеҙҙәргә һалынды. Бөгөн халыҡ ҡасандыр юҡ ителгән изге ҡәберҙәрҙе эҙләп таба, таш ҡуя, төҙөкләндерә, шишмәләрен тәртипкә килтерә. Үҙҙәрен “дин әһеле” тип иҫәпләгән ҡайһы бер бәндәләр (ваһһабиҙар ҙа тиҙәр уларҙы) был ғәмәлдәрҙе “исламға ҡаршы эш” тип баһалай һәм тергеҙелгән ҡәберҙәрҙең кәртә-таштарын ватып-емереп ташларға ла тартынмай. Асылда кем һуң улар? Ислам диненә һуҡырҙарса бирелгән фанаттармы, әллә, киреһенсә, Исламға ҡаршы эш алып барыусылармы?
Бөтә Рәсәй үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй, шәйхелислам Тәлғәт Тажетдин Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе Әлфиә Батталоваға биргән интервьюһында әйтеүенсә, беҙ хөрмәтле дин әһелдәренең ҡәберҙәренә табыныр өсөн түгел, уларҙың яҡты рухтарына бағышлап, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыр өсөн барабыҙ. Улар – остаздар.
1917 йылғы революциянан һуң ун йыл самаһы ғына иркенлек бирелде лә, шунан һуң мәсеттәрҙе вата башланылар, ошондай әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен емерҙеләр, ошоноң менән үҙҙәренсә динде бөтөрөргә аҙапландылар. Дин барыбер халыҡ хәтерендә ҡалды бит, Аллаға шөкөр. Динһеҙҙәр дәүере 70 йылдан артыҡ дауам итһә лә, хәҙер һуңғы 20 йыл эсендә илебеҙҙә йөҙәрләгән генә түгел, меңәрләгән мәсет асылды. Халыҡтың тырышлығы, эшҡыуарҙарҙың, дәүләт ойошмаларының ярҙамы менән эшләнә былар.
Йыйылышыу насармы ни? Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Аллаһы Раббым минең өммәтемде бер ҡасан да һаташыу-аҙашыуға йыймаҫ”, – тигән. Ошондай йыйындарҙа кәңәшләшәбеҙ, бер-беребеҙҙән үрнәк алабыҙ, аят-доғалар уҡып, тәүбәләр ҡылабыҙ. Бында иман ҡеүәтләнеүенән башҡа бер нәмә лә юҡ. Кирегә тартыусыларҙың (ваһһабиҙармы, башҡалармы) ғәйеп итеүҙәренең төбөндә шул ята: улар, мәйеткә доға ҡылыуҙың файҙаһы юҡ, улар үлде лә бөттө, ти. Ә был һүҙҙәрҙе элек динһеҙҙәр, атеистар, коммунистар һөйләне. Тимәк, уларҙың һүҙе менән быларҙың һүҙе бер булып сыға түгелме? Икеһе лә бер тамырлы. Ә бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) шундай һүҙе бар:
“Әҙәм балаһы йән бирһә, донъянан үтһә, өс төрлө эштән башҡа бөтә ғәмәле киҫелә. Беренсеһе: иҫән ваҡытында дөйөм кешелек донъяһы файҙаланырлыҡ берәй эш эшләп ҡалдырған булһа – ағас ултыртҡанмы, ҡоҙоҡ ҡаҙғанмы, күпер һалғанмы, мәсет-мәҙрәсә төҙөргә ярҙам иткәнме – үҙе донъянан үткәс тә, был эштәрҙең әжер-сауабы килеп торор; икенсеһе: үҙ артынан файҙаланырлых ғилем биреп ҡалдырһа, йә бер һөнәр өйрәткән булһа, шуның менән һәр кем файҙаланған һайын уға әжере-сауабы артыр; өсөнсөһө: үҙ артынан изге, хәйерле балалар ҡалған булһа, улар доға ҡылған һайын, әжер-сауабы иҫәпләнә барыр...”
ҡөрьән Кәримдә лә: “Эй, Раббыбыҙ Аллаһ, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисерһәң ине һәм беҙҙән элек иман менән үткәндәрҙе лә ярлыҡаһаң ине. Күңелдәребеҙҙә иманлы кешеләргә төйөр ҡылмаһаң ине”, – тиелә. Был һүҙҙәр үҙҙәре үк мәңгелеккә күскәңдәргә доға ҡылырға кәрәклекте әйтеп тора. Шуға күрә үҙ заманында ғүмере буйы халҡыбыҙға Аллаһының һүҙен еткергән, динен өйрәткән, файҙалы ғилемдәр биреп ҡалдырған хәҙрәттәрҙе, ишандарҙы иҫкә алыу, ҡәберҙәрен төҙөкләндереп, зыярат ҡылыу, рухтарына бағышлап, аят-сүрәләр уҡыу – изге ғәмәлдәрҙең береһе...
Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн үҙеңдең яратҡан, хөрмәт иткән кешеңде, йә мәрхүмдең ҡәберен барып күреү, йәғни зыярат ҡылыу, тимәк – бик сауаплы эш. Зыярат ҡылырға юлға сыҡҡан кешегә етмеш мең фәрештә тәсбих әйтеп торор, ти. Зыяратты дөрөҫ ҡылыр өсөн тулы тәһәрәтле хәлдә һәм бары тик Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн тип, ихлас ниәтләргә кәрәк. ҡәберстан янына килгәс, иң беренсе, әруахтарға сәләм бирергә һәм “Әл-Фатиха” менән өс тапҡыр “Әл- Ихлас”ты уҡып, сауабын рухтарға бағышларға. Мәжүсиҙәр кеүек ағастарға ептәр бәйләп, тәбиғәтте сүпләргә ярамай.
Наҡшбәндиә һәм Шазилийә тәриҡәттәренең шәйехе Сәйид әфәнде әйтеүенсә: “Кем дә кем йома көнө ата-әсәһенең ҡәберенә барып, “Йасин” сүрәһен уҡыһа, ошо сүрәлә күпме хәреф бар, уның шунса гонаһы ғәфү ителә”, – тигән.
Әгәр кемдер ата-әсәһе тере саҡта уларға тейешле хөрмәт күрһәтмәһә, ә һуңынан үкенеп, ғәфү үтенһә һәм Аллаһтан уларҙың гонаһтарын ғәфү итеүҙе һораһа, ул ата-әсәһен тере саҡтарында ҡыуандырған һымаҡ буласаҡ. Әгәр кемдер “Аятел-Көрси”ҙе (“Бәҡараһ” сүрәһенең 255-cе аятын) уҡып, Аллаһы Тәғәләнән уның сауабын ошо зыяратта ятыусыларға биреүҙе һорай икән, һәр ҡәбергә ҡырҡ нур инеп, ҡәберҙәре киңәйәсәк. Шулай уҡ, “Йасин”ды уҡып, сауабын мәрхүмдәргә бағышлаһа, бөтәһенең дә ҡәбер ғазабы еңеләйтелә һәм сүрәне уҡыусыға зыяратта нисә кеше ерләнгән, шул хәтле сауап яҙыла.
Тере кешеләр аҙыҡҡа мохтаж булған кеүек, мәрхүмдәр доғаға мохтаж. Әруахтарыбыҙ, бигерәк тә әүлиәләребеҙ беҙҙән бирелмеш доғалы булһа, тереләр ҙә ниғмәтле, бәрәкәтле булыр, ти, сөнки әүлиәләрҙең доғаһы был донъяла ла, теге донъяла ла ҡабул була, иншаллаһ.
Ғ. АМАТУЛЛАҺ.
Өфө ҡалаһы.