RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иманды иҫбатлаусы шарттар һәм хаж хаҡында

22.06.2012 Иманды иҫбатлаусы шарттар һәм хаж хаҡында

(Хаж сәйәхәтенән тәьҫораттар)
Инеш
Иманды иҫбатлаусы шарттар һәм хаж хаҡында
Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим.
Мәҡәләбеҙҙә, башлыса, хаж ҡылыу сәфәре, унда үтәлгән ғәмәлдәр, сәфәр­ҙән алынған тәьҫораттар хаҡында һүҙ барасаҡ. Әммә был ҡыҫҡаса әйтелгәндәрҙе тулыраҡ яҡтыртыу, гәзит уҡыусыларға аҙ ғына булһа ла мәғлүмәт биреү ниәтендә изге динебеҙ Ислам хаҡында дөйөм төшөнсәләргә туҡталып китеүҙе кәрәк тип таптым.
Дин − ул Аллаһ ҡануны. Ошо ҡанунды үҙ ирке менән үтәгән кешеләрҙе тыныслыҡ (ғәрәпсә «сәләм»), йәғни әлеге һәм киләһе мәңгелек донъяның тыныслығы һәм күркәмлеге көтә.
Дини ҡанундарҙы бер һүҙ менән генә шәриғәт тип тә йөрөтәләр. Мәҫәлән, шәриғәт ҡушҡанды эшләргә кәрәк, тигәндә, беҙ дини ҡанундар, йәғни үҙгәрмәй торған дини закондар ҡушҡанды үтәргә кәрәклеген аңлайбыҙ.
Дини ҡанундарҙы үтәү кәрәклеген таныу Иман була. Иман − ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан Мөхәммәт саллаһу ғәләйһи үә сәләм (с. ғ. ү. с.) аша ебәрелгәндәрҙең барыһын да бөтә йөрәктән ҡабул итеп, уларҙы тел менән дә әйтеп, таныу. Иманлы булыуҙың шарттары бар, улар алтау.
1. Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышаныу.
2. Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләренә ышаныу.
3. Аллаһы тарафынан ебәрелгән яҙыуҙарға (дини сығанаҡтарҙа төргәктәр һәм китаптар тип тә йөрөтөлә) ышаныу.
4. Аллаһы Тәғәләнең бәйғәмбәрҙәренә ышаныу.
5. Ахыры заман киләсәгенә һәм унан һуң ҡиәмәт көнө (суд көнө) буласағына ышаныу. Үлгәндәрҙең киләсәктә яңынан терелеүенә ышаныу.
6. Тәҡдиргә ышаныу. Тәҡдир (башҡортса яҙмыш тип тә йөрөтөлә) − ул бөтә яҡшылыҡтар ҙа, яманлыҡтар ҙа Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте һәм ирке менән башҡарылыуы тигән төшөнсә.
Юғарыла һанап үтелгән шарттарҙы дини әҙәбиәттә имандың ҡаҙыҡтары, бағаналары тип тә атайҙар. Әйтелгән иман шарттарының барыһын да һис һүҙһеҙ таныған кеше генә мөьмин (иманлы кеше) була ала. Әгәр кеше ошо шарттарҙың береһен генә инҡар итһә лә, хатта шик аҫтына ғына ҡуйһа ла, мөьмин була алмай.
Иман шарттарын танығанлығын үҙен мосолман тип иҫәпләгән кеше тәртибе, эшмәкәрлеге, намыҫы, ҡылған ғәмәлдәре менән иҫбатларға тейеш.
Алда һанап үтеләсәк ғәмәлдәр мөслимдең ысынлап та иманлы икәнен иҫбатлаусы шарттар, уның ҡаҙыҡтары (бағаналары) булып тора. Улар бишәү.
1. Иманға таныҡлыҡ ҡылыу (кәлимәи шаһәдә).
2. Һәр көн тәүлеге дауамында биш ваҡыт намаҙ уҡыу.
3. Зәкәт биреү.
4. Рамаҙан айында ураҙа тотоу.
5. Хаж ҡылыу.
Иман шарттары, ислам шарттары һәм башҡа дини мәсьәләләрҙе бер мәҡәләлә генә яҡтыртыу мөмкин түгел. Аллаһы Тәғәлә форсаттар бирһә, иншалла, киләсәктә изге динебеҙҙең ҡайһы бер яҡтарына айырым-айырым туҡталып китергә мөмкин булыр әле, тигән өмөттә ҡалам.
Иман шарттары ла, ислам шарттары ла мөслим өсөн үтә мөһим. Уларҙың ҡайһыларын хатта бәлиғ булған кеше лә аңлап, белеп еткермәҫкә мөмкин. Шуға күрә был мәҡәләлә уларҙың аңлайыш­һыҙыраҡ ҡайһы берҙәренә туҡталып китәйек.
Төрки телдәре араһында башҡорт теленең өндәре ғәрәп теле өндәренә иң яҡын яңғырашлы булғанлыҡтан беҙ бында иман кәлимәһен ғәрәп хәрефтәре менән яҙып тормай, кириллица нигеҙендәге башҡорт хәрефтәре менән генә яҙабыҙ. Кәлимәнең тәүге яртыһы: «Ләә иләәһә илләәлаһ Мүхәммәдәр расүүлүллаааһ», − тип яңғырай. Уның тәржемәһе: «Аллаһтан башҡа бүтән илаһ юҡ һәм Мөхәммәт уның илсеһе», − тигәнде аңлата.
Икенсе яртыһы: «Әшһәдү әл ләә иләәһә илләллаһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә ррасүллүлүһ», − тип ишетелә. Башҡортса уның тәржемәһе: «Шаһитлыҡ ҡылдым Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығына һәм Мөхәммәт уның ҡоло һәм илсеһе икәнлегенә», − була.
Был кәлимәне, һис һүҙһеҙ, кешегә бала саҡтан уҡ төшөндөрөү мөһим.
Хәҙер зәкәт хаҡында бер нисә һүҙ. Зәкәт – иркен тормошло һәм бай мосолмандар тарафынан мосолман динендәге ярлылар, етемдәр, зәғифтәр, шәкерттәр һәм башҡа матди ярҙам­ға ныҡ мохтаждар файҙаһына тапшырыла торған мал-мөлкәт, аҙыҡ-түлек, аҡса һәм башҡалар. Зәкәтте кемгә бирергә икәнен уны түләй алырлыҡ мөслим үҙе хәл итә.
Зәкәт нисаб тип аталған байлыҡ, мал, алтын-көмөш һәм башҡалар иҫәбенең 1/40 өлөшөнөң хаҡы миҡдарында түләнә. Нисаб – мөслимдең һәйбәт көнкүрешенән артҡан һәм йыл дауамында файҙа килтерә торған байлыҡ иҫәбе. Мәҫәлән, һарыҡтар иҫәбенән зәкәт түләү өсөн уларҙың һаны – 40 баштан, һыйыр малы – 30, дөйә биш баштан да кәм булырға тейеш түгел. Зәкәт үҫеп өлгөргән мал иҫәбенән бирелә. Сөнки йыл дауамында был мал үрсеп, хужаһына килем арттыра.
Аҡса һәм бүтән төрлө файҙа килтерә торған әйләнештәге байлыҡтың да үҙ нисабы була. Килем килтереүсе һәр төрлө байлыҡтың исемлеге, ул байлыҡтарҙың нисабтарына яҙылған исемлек, эшмәкәрлектәре яйға һалынған мәсеттәрҙә билдәле. Зәкәт түләргә тейешле мөслим уның тәртибен белмәһә, мәхәллә мәсетенә мөрәжәғәт итә ала. Мәхәлләлә зәкәт йыйыусы тәғәйен кеше булыуы мөмкин, ул тейешле лә.

Хаж ғәмәле.
Сәфәргә әҙерләнеү

Иманлы булыуҙы иҫбатлаусы ислам шарттарының, йәғни ғәмәлдәренең тәүге дүртәүһен тыуған ерҙән айырылмайынса ғына, еңел үтәп булһа, бишенсеһе − ауыр ғәмәл. Сөнки уны үтәү өсөн тыуған илдән алыҫтағы Сәғүд Ғәрәбстанына барырға кәрәк.
Унан һуң, һаулығыңдың ныҡлы булыуы, алдан әҙерлек саралары, матди сығымдар талап ителә. Иң элек, әлбиттә, хаж ҡылырға теләгән мосолман кешеһенең күңелендә уйланған ниәте булырға тейеш. Ниәтте бойомға ашырыу өсөн алдан хәстәрлек күреү кәрәк.
Хаж ҡылыу мәсьәләләре буйынса киң мәғлүмәт сараларында иғландар булып тора. Мәсеттәрҙә лә белешмә алып була. Был изге ғәмәлде үтәүҙе ойоштороусы компаниялар бар. Мәҫәлән, беҙҙең төбәктә «Урал Хадж» компанияһы уңышлы эшләй.
Миңә күптәнге ниәтемде 2011 йылдың көҙөндә үтәү бәхете насип булды. Етерлек аҡса туплағас, май айында уҡ «Урал Хадж» компанияһына аҡсамды тулыһынса тапшырып ҡуйҙым. Унан һуң әҙерләнеү башланды. Тәү сиратта бурыстарым булыу-булмауын иҫемә төшөрҙөм, асыҡланым. Булғандарын үтәп ҡуйҙым. Хаж ғәмәлен ҡылыу сәфәрендә вафат булып ҡалыу мөмкинлеге тураһында балаларымдың, яҡындарымдың иҫенә төшөр­ҙөм. Ундай хәл була ҡалғанда ҡайғырмауҙарын һораным. Яҙмыштан уҙып булмауы хаҡында онотмауҙарын үтендем. Сәфәрҙә файҙаланыу зарурлығы килеп сыҡҡанда ҡулланырҙай дарыуҙар әҙерләнем.
Ниһайәт, 27 октябрҙә, сәфәр алдынан, буласаҡ хажиҙарҙы йыйып, компанияла инструктаж үткәрҙеләр. 30 октябрь таңында беҙҙең «Урал Хадж» төркөмө, «Иҙел-Хадж» төркөмө менән бергә, «Төрөк һауа юлдары» авиакомпанияһы аэробусында Истанбулға осто.
Хаж сәфәрендәге
ауырлыҡтарҙы еңеләйтеү, булдырмау саралары

Әйтергә кәрәк, Өфөнән Истанбулға, унан Мәҙинәгә ҡәҙәр аэробустарҙағы сәйәхәт үҙе бер ләззәт кенә булды. Ә ҡыйынлыҡтар хаж ҡылыу урынында башлана икән.
Үкенескә күрә, беҙ күп эштәребеҙгә, уны башҡарып сыҡҡас ҡына: «Ниңә шулай эшләмәнем икән, ниңә былай эшләмәнем икән?» – тип, үкенеү ҡатыш баһа бирергә күнеккәнбеҙ. Үкенестәр булмаһын өсөн, барыһын да алдан хәстәрләү, мәғлүмәттәр йыйыу кәрәклеген онотабыҙ.
Хаж ғәмәлен ҡылыу алдынан ундағы шарттар тураһында белешеү айырыуса мөһим икәненә лә эш эшләнгәс кенә төшөнөлә икән. Яҙғандарым, аҙ ғына булһа ла, хажға барырға йыйынғандарға файҙалы булыр, тип өмөт итәм.
Урындағы шарттар хаж ҡылыу программаһында яҙылғандарға тап килеп бөтмәй. Мәҫәлән, эҫе аш менән тәьмин ителеүгә, транспортҡа ҡағылышлы мәсьәләләр хаж ҡылыусыларҙың талаптарына яуап биреп еткерә алмай. Әлбиттә, был проблемалар беҙҙең ойоштороусыларҙан ғына түгел икәне аңлашыла. Башлыса, улар хужаларҙың, йәғни Сәғүд Ғәрәбстаны граждандары эшмәкәрлегенән киләлер, тип уйлайым. Ә икенсе яҡлап ҡарағанда, улар ҙа ғәйепле түгелдер әле. Бәлки, был етешһеҙлектәрҙең төп сәбәбе мосолман диненең популярлашыуы арҡаһында хажиҙар һанының йылдан-йыл арта барыуындалыр. Ысынлап та, әлхәмдүлиллә, икенсе диндәрҙән ислам диненә күсеүселәр ҙә, мөслим булып тыуғандар араһынан, етмеш йылдан ашыу «аҙашып йөрөп», хаҡ динебеҙ юлын яңынан тапҡандар ҙа күбәйгәндән-күбәйә. Һуңғылар иҫәбенә беҙ үҙебеҙ, Рәсәй мосолмандары, инәбеҙ. Тимәк, хажиҙар һанының артыуы бер ҙә ғәжәп түгел. 2011 йылда хаж ҡылыусылар һаны 10 миллион кешегә еткән, ә Көнбайыш илдәренең мәғлүмәт сығанаҡтары был һанды аҙайтып күрһәтергә тырыша, тип һөйләнеләр.
Һанаулы ғына көндәрҙә бер миллионлы Мәккә халҡының һаны ун миллионға барып етһен әле! Был иҫ киткес күренеш! Илдә бүтән төр транспорт юҡ дәрәжәһендә, шуға күрә автомобилдәрҙең күплеге бигерәк ныҡ күҙгә ташлана. Быға бәйле, ҡалалар урамдарында ла, юлдарҙа ла көтөлмәгән хәлдәр килеп сығып ҡына тора.
Беҙ Мәҙинәнән 500 саҡрым алыҫлыҡтағы Мәккәгә көндөҙгө сәғәт 3-тә үк юлланырға тейеш инек. Автобус биш сәғәткә һуңлатып бирелде. Киске сәғәт һигеҙҙә генә ҡуҙғалып, төнө буйы юлда булдыҡ. Мәҙинәнән Мәккәгә барғанда, Микәттә туҡтап, ихрамға индек. Төнгө юл мажараһыҙ үтмәне. Беҙҙең автобус юлда барған автобусты «ҡыуып етеп», үҙенең фараларын һәм алдағы машинаның артҡы яҡтыртҡыстарын ватҡан. Ошо арҡала бер сәғәт самаһы тотҡарландыҡ. Алғараҡ китеп әйтәйем, ошондай уҡ хәл изге урындарға – Мина, Арафат, Мөздәлифә үҙәндәренә барып, хаж ғәмәлдәрен үтәп, Мәккәгә ҡайтып килешләй ҙә ҡабатланды. Бәрелеү арҡаһында беҙҙән алда барыусы машинаның артҡы бамперы ла зарарланғас, полицияны көтөп, бер нисә сәғәт ваҡытты юғалттыҡ. Аллаға шөкөр, ҙур фажиғәләр булманы.
Мәккәгә барып етеп, таҙарынып, намаҙҙарыбыҙҙы уҡығас, бер аҙ ял да иткәс, кис ҡәғбәтуллаға киттек. Унда беренсе тәүәфыбыҙҙы башҡарҙыҡ, йәғни изге ҡәғбәтулланы, белгәнебеҙ ҡәҙәр төрлө ҡөрьән сүрәләре, аяттар, доғалар уҡып, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һүҙҙәре әйтә-әйтә, ете мәртәбә әйләнеп сыҡтыҡ. Был ғәмәлдән һуң, ҡәғбәнән ситкәрәк сығып, ике рәкәғәт намаҙ уҡыныҡ. Намаҙҙан һуң зәм-зәм һыуы эстек. Бынан һуң ҡәғбәтулланан 500 метр самаһы ғына алыҫлыҡтағы Сафа һәм Мәрүә тауҙарына йүнәлдек. Ул тауҙарҙы ҡәғбәтулла майҙаны менән үткәүелдәр (переходы) тоташтыра. Шуға күрә унда аҙашырлыҡ түгел, ысынында, бик ҙур бина эсенән бараһың, бина эсендә йөрөйһөң. Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын шулай уҡ ете тапҡыр урарға кәрәк. Ул ғәмәлде лә еңел генә үтәп сыҡҡас, аулағыраҡ урын табып, ике рәкәғәт намаҙ уҡыла (аңлашылыуынса, әлбиттә, тәһәрәтле булыу мотлаҡ. Әгәр тәһәрәт боҙолһа, уны яңыртыу өсөн ер аҫтындағы биналарҙа бәҙрәфтәр, тәһәрәтханалар тәүлек әйләнәһенә эшләй).
Мәккәлә бер көн ял иткәс, Мина, Арафат, Мөздәлифә үҙәндәрендә, үҙебеҙгә бүленгән ваҡыт дауамында хаж ғәмәлдәрен ҡылдыҡ. Улар тураһында тәфсирләп яҙыу бик күп урын алыр, буталсыҡ булыр ине. Был тарафта беҙ, хаж ҡылыусы мосафирҙар, тулыһынса етәкселәребеҙгә буйһоноп, уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш иттек. Миналағы палаткалар ҡаласығына әйләнеп ҡайтҡас, сәстәребеҙҙең дүрттән бер өлөшөн ҡыҫҡартып, ихрамдан сыҡтыҡ. Ә Мина ҡаласығынан Мәккәгә ҡайт­ҡас, сәстәребеҙҙе тотош алдырҙыҡ.
«Шайтан бағанаһы»на беренсе мәртәбә ете таш атыу (ташлау) ихрамда саҡта башҡарылғайны, Мәккәнән ситтәге бөтә изге урындарға барып ҡайтҡас, «Ғүмрә хажы» ғәмәлдәрен үтәнек.
Был ғәмәлдәр «шайтан бағанаһы»на тағы ла икешәр мәртәбә 21-әр таш атыу (ырғытыуҙан), икешәр мәртәбә ҡәғбәтулланы уратып (етешәр әйләнеш) тәүәф ҡылыуҙан ғибәрәт. Уларҙы ҡунаҡхананан йөрөп башҡараһың. Был ғәмәлдәрҙән тыш та унда йөрөп намаҙ уҡырға тырыштыҡ. Сөнки ҡәғбәтулла янында уҡылған намаҙҙың сауабы 100 мең ғәҙәти намаҙ сауабына торошло.
Мәккә ҡалаһында йәшәгән көндәрҙә ашау-эсеү һәйбәт булды, ашхана эшләне. Шулай итеп, ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙҙең хаж сәфәре уңышлы үтте.
Илебеҙгә самолетта ҡайттыҡ. Джидда ҡалаһынан Истанбулға, унан Өфөгә бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ килеп төштөк. ҡайтып еткәс кенә һине бөтөнләй икенсе донъя көткәнен аңлайһың. 45 градус эҫенән 15 градуслыҡ һалҡынға юлыҡҡас, һине оҙайлы акклиматизация көтә икән.

Таһир ЛАТИПОВ,
хажи.
Өфө ҡалаһы.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?