08.06.2012 «Алла» тиҙәр, «Алла» тиҙәр, Ул Аллаһы ҡайҙа, ти?
Ерҙә фекерле кеше барлыҡҡа килгәндән һуң билдәле ғөрәфәттәр ҙә тыуа башлай. Шулай итеп, төрлө ырымдар, һуңынан дин барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта прагматик аҡыллы кешеләр ҙә булыу ихтималын юҡҡа сығарырға ярамай. Бына тап шулар ҙа инде хәҙерге атеистарҙың «ата-бабалары». Уларҙың төп аргументтары: Алла күҙгә күренмәй, еҫе лә юҡ, тауыш та бирмәй һ.б. − ошо меңәр йылдарға һуҙылған атеистар һәм диндарҙар бәхәсенә сик ҡуйырға, тигән бик тә амбициялы теләктәге фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым.
Октябрь инҡилабынан һуң Ленин «дин − әфиун» тип иғлан итеп, уны дәүләттән айырып, руханиҙарҙы эҙәрлекләй башлағас, илдә күпләп атеистик әҫәрҙәр ижад ителә. Шулар тәьҫиренән бик күптәр атеист булып китте. Шулар иҫәбендә − мин дә (алға китеп шуны әйтәм: 1992 йылда башҡортса ҡөрьән осрағас, махсус рәүештә алып уҡыным һәм атеистик «ҡөрьән серләре» китабындағы фекерҙәрҙең шундай ҙа оятһыҙ ялған булыуына инандым). Ошолай дәһри булып 27 йәшкә лә еттем. 1988 йылдың июле башында, һаҡһыҙлыҡтан бигерәк, үҙ-үҙемә самаһыҙ ышанғанлыҡтандыр, бик ныҡ ағыуландым, ә үҙем һис тә быны аңламаным. «Йоҡлаһам − үләм» тигән уй менән нисек тә йоҡламаҫҡа тырышһам да, көслө баш ауыртыуына түҙмәй яттым. Бер аҙҙан ниндәйҙер торба аша үттем һәм шундай ҙа матур ергә килеп сыҡтым. Шунан мине ике яғымдан ҡултыҡлап, бер зат ҡаршыһына килтерҙеләр. Ул сама менән өс метр тирәһе буйлы, тәхет һымаҡ ерҙә ултыра, кешегә оҡшаһа ла, айырмалы рәүештә бик ҙур башлы (дөрөҫөрәге, бик бейек һәм киң маңлайлы), аяҡ-ҡулдары сағыштырмаса бәләкәй, ҡыҫҡаһы, пропорциялары сабыйҙарҙыҡы кеүек. Теүәл формулировкаһы иҫтә түгел, ә мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн Ерҙә ниҙәр эшләнең?» − тип һораны. Аптырап киттем: нисәмә йыл «Алла юҡ» тип ышандырғайнылар бит. «Ә Алла бармы ни ул?» − тип һораным. «Ышанһаң − бар, ышанмаһаң − юҡ, ысынында Аллаһы Тәғәлә һәр кемдең күңелендә йәшәй», − булды яуап. «Әсәйҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ: улар һеҙҙе юҡтан бар итә», − тип тә өҫтәне. Быға мин: «Әсәйем мине һис тә аңламай, ни әйтһәң дә, икенсе төрлө ҡабул итә һәм әрләй башлай, шуға йыш конфликт килеп сыға», − тип ризаһыҙлыҡ белдерҙем. «Бындай ваҡытта: «Мине дөрөҫ аңламаның, мин ошолай әйтергә теләгәйнем», – тип, бөтөнләй икенсе һүҙҙәр менән аңлат», − тип кәңәш бирҙе. Тағы алға китеп, шуны әйтергә була: һуңынан был кәңәште тотоп ҡараным һәм конфликттарҙан ҡотолдом. Намаҙ, хаж, ҡорбан салыу, хәйер-саҙаҡа биреү, ураҙа һ.б. күҙ уңында тотоп: «Ғәмәлдәр үтәү мотлаҡмы?» − тип һораным. «Былары мотлаҡ түгел, һинең ихлас күңелдән инаныуың мотлаҡ», − тип яуап бирҙе. Шул ваҡыттарҙа күптәрҙе борсоған «2000 йылда донъя бөтә тиҙәр, шул дөрөҫмө?» тигән һорауға: «М. Горбачев арҡаһында был юлы донъя бөтмәй», – тине. Тағы байтаҡ һорау бирһәм дә, башҡа яуаптар иҫтә ҡалмаған: күрәһең, уларҙың кәрәге булмағандыр. Шунан һуң ул миңә ҡабат ергә ҡайтырға тәҡдим итте. «Сирләйем, йәшәгем килмәй», – тип баш тарттым. Һаулығым булырын вәғәҙә иткәс, ышаныр-ышанмаҫ ризалаштым һәм ҡабат торба аша үттем, үҙемдең карауатта ятҡанымды күрҙем. Нисек итеп тәнемә ингәнмендер, иҫләмәйем, яйлап аңыма килдем. Башта быларҙы инәле-сығалы ғына иҫләһәм дә, бары тик төш тип ҡабул иттем, һуңынан бөтөнләй оноттом: хәлем, ысынлап та, бик мөшкөл ине. Ике ай дауаханала ятып сыҡҡас та артыҡ шәбәймәнем, тик ике йылдан һуң ғына элекке көс-ғәйрәт кире ҡайтты. Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында гәзит-журналдарҙа клиник үлем кисереүселәрҙең тарихтарын яҙа башлағас, күргәндәрем иҫкә төштө һәм, мин дә «теге донъя»ға барып ҡайтҡанмын, тигән фекергә килдем. Шунан бирле Хоҙайҙың барлығына инанып йәшәйем. Ул тыйғандарҙан тыйылам. Иң мөһиме – бер йыл үтер-үтмәҫтән сирҙән дә ҡотолдом.
Канада астрономдары ҡош юлы галактикаһындағы йондоҙҙарҙың урынлашыуын компьютерға индергәс, бик ҡыҙыҡ һүрәт килеп сыға: ул кешенең ДНК-һына оҡшаған. Әгәр күк йөҙөндә йондоҙҙар күп һәм сағыу булып күренһә, иртәгә аяҙ була, тигән һынамышты күҙ уңында тотоп, йыш ҡына күккә бағам. Шунда күренә: төньяҡтан көньяҡҡа – ҡош юлы, көнсығыштан көнбайышҡа Зодиак киң һыҙат булып үтә. Төрлө йүнәлештә һәм төрлө киңлектәге, шундай уҡ төрлө оҙонлоҡта ошондай галактикалар күк йөҙөндә береһе эсендә бер нисә алты ҡырлы шаҡмаҡтар тәшкил итә һәм күк йөҙө бал ҡорто кәрәҙенә оҡшап тора. Был бигерәк тә ғинуар, февраль айҙарында салт аяҙ төндәрҙә асыҡ күренә. Шуларҙы иҫкә төшөрөп: «Әгәр былар барыһы ла, ысынлап та, ДНК булһа…» тигән фекергә килдем. Ул ваҡытта күк йөҙөндә бер ниндәй ҙә хаос юҡ. ә галактикалар билдәле тәртиптә урынлашҡан булып сыға. Был турала ҡөрьәндә лә тап шулай әйтелгән. Ә ҡөрьән һ.б. китаптарҙағы мәғлүмәттәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүе торған һайын күберәк иҫбатлана бара. Ошоларҙы дөйөмләштерһәк, икһеҙ-сикһеҙ йыһан тигәнебеҙ үҙе бер бөтөн организм булып сыға, ә был йыһанда ҡояш системаһы бер атомды ғына тәшкил итә. Боронғоларҙың күҙәтеүенсә, ҡояш системаһында 12 планета бар. Был үҙ нәүбәтендә углерод атомына оҡшаш. Ерҙәге бөтә тереклектең төп төҙөлөш материалы углерод булыуы тиктәҫкә түгелдер. Ошолай фекер йөрөтһәк, беҙ хатта йыһандың сиктәрен дә билдәләй алабыҙ. Хәҙер генетика фәне ныҡ үҫеш алды. ДНК-ға ҡарап организмдың ниндәй формала булыуын, ҡайһы бер үҙенсәлектәрен дә билдәләй алалар. ҡош юлы «ДНК»-һына анализ яһағанда, беҙ йыһандың да формаһын асыҡлай аласаҡбыҙ. Шулай эшләгәндә, минең уйымса, ул кеше формалы булыр. Сөнки кеше – йыһандың наномоделе. Быны, изге китаптарҙа яҙылғанса, кеше – Аллаһы Тәғәләнең тап үҙенә оҡшаш итеп яралтылған зат, − тип аталыуы ла дәлилләй. ҡыҫҡаса әйткәндә, Күк Аллаһы, Күк Тәңреһе, Хоҙай Тәғәлә, Бог Всевышний һ.б. – бөтөн, тере организмды тәшкил иткән Бөйөк Йыһан ул. Беҙ Уны күрәбеҙ һәм Уны юҡ тип әйтә алмайбыҙ. «Бында мин бер ниндәй ҙә Хоҙай күрмәйем», – тигәндәргә яуап шул: бабаһыр ҙа беҙҙең эсебеҙҙә үҙе ишеләрҙән һәм үҙен уратҡан юҡтан башҡа бер ни ҙә күрмәй, шуға күрә «бөтә донъяла беҙ ҙә юҡ ҡына» тип уйлай. Ерҙәге бөтә кешеләргә лә ошолай мөрәжәғәт итер инем.
– Эй, кешеләр! Тәбиғәтте буйһондорабыҙ, Йыһанды яулайбыҙ, тип хыялланмағыҙ, бары тик тәбиғәт, космос закондарына буйһоноп, килешеп йәшәгеҙ! Шул ваҡытта ғына барыбыҙ ҙа гармониялы тормошта булырбыҙ.
Кесе Табынлы.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.