RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИМАН АСҠЫСЫ – ӘҘӘП

17.02.2012 ИМАН АСҠЫСЫ – ӘҘӘП

Беҙ 70 йыл буйы дингә ҡаршы тәрбиә алдыҡ, мәктәптәрҙә уҡыусыларға атеистик тәрбиә бирҙек. Үҙем 30 йыл интернат-мәктәптә эшләнем. Уҡытыу-тәрбиә планын төҙөгәндә иң ауыры «Атеистик тәрбиә» бүлеге ине. Мин бер ваҡытта ла ислам диненә ҡаршы әңгәмәләр яҙманым, уҡыусыларыма христиандарҙың секталары барлығын ғына һөйләй торғайным. Партия ойошмаһы секретарының планымдың «Атеистик тәрбиә» бүлегенең тейешле талаптарға яуап бирмәгәне өсөн ҡултам­ғаһын ҡуймауына әле булһа ла аптырайым.
Иманлы быуын үҫеп килеүенә һөйөнәм. Урамда яулыҡ ябынып йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙҙы фанаттарса дингә инаныуҙа ғәйепләмәйек. Улар баштарын ҡаплап йөрөй икән, тимәк, иманлы, әҙәпле гүзәл заттар. Башҡа ярым шәрә, һыра һемереп йөрөгән ҡыҙҙар һымаҡ түгелдәр. Йәки булмаһа, бөтә кешегә күрһәтеп, егете менән урамда үбешеп тормаясаҡ. Беҙ шундай тәүфиҡлы ҡыҙҙарыбыҙ булыуына һөйөнөргә, ҡыуанырға тейешбеҙ.
Мәсеттә янымда намаҙ уҡып ултырған йәш кенә ҡыҙҙарҙы һәр ваҡыт һөйөп алам. Ошо ҡыҙҙарыбыҙҙың киләсәктә балалары ла иманлы, әҙәпле буласаҡ. Сөнки улар дини мөхиттә үҫә. Өләсәйем, әсәйем дә намаҙ уҡыны, атайым ауылыбыҙ мәсетенең имам-хатибы ине (йәндәре йәннәттә булһын!). Мин дә, һуңлабыраҡ булһа ла, намаҙға баҫтым, Аллаға шөкөр. Иманлы кешеләр күберәк булһа, илебеҙҙә тәртипһеҙлек тә әҙерәк булыр ине. Былай ҙа бит эскелек, наркомания һаҙлығына батабыҙ. Сәхнәлә матур ғына тауышлы йырсының ярым ялан­ғас йырлап тороуы эсте бошора. Хатта урта йәштәге ханымдар­ҙың да күкрәктәренең яртыһын күрһәтеп йөрөүе аптырата, әрнетә.
Аҙым һайын тиерлек осраған араҡы, һыра магазиндары, рекламалары йәнгә тейә. Тор­мош булғас, туғандарҙан айырылып булмай, гонаһҡа батып туй, юбилейҙарға ла йөрөргә тура килә. ҡул­дарына рюмка тотоп, матур теләктәр әйтеп, хәмер һемереүҙәренә иҫем китә. Ал­лаһыбыҙ ул теләктәрҙе бер ваҡытта ла ҡабул итмәйәсәк. Беҙҙең милләттең туй мәжлестәрен, урыҫ туйына әйләндереп, «горько!» тип ҡысҡырып, йәштәр­ҙе ата-әсәләре, бөтә туғандары алдында үбештереүҙәре – мәсхәрә, әҙәпһеҙлек. Мәж­лес­тәрҙә әруахтарҙы иҫкә алып баҫып тороп хәмер һемереү – оятһыҙлыҡ. ҡыҫ­ҡаһы, иманға тартылайыҡ, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә өлгө булайыҡ, ҡәрҙәштәрем.

Ғәлиә ӘХМӘТОВА.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?