RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Саҙаҡа хаҡында

20.01.2012 Саҙаҡа хаҡында

Хәҙис-шәрифтәр
Ғаилә өсөн сарыф ителгән аҡса, Аллаһы Тәғәләнең юлы өсөн ат тәрбиәләүгә сарыф иткән аҡса һәм Аллаһы Тәғәләнең юлында йөрөүселәр өсөн сарыф ителгән аҡса − иң дәрәжәле аҡса, иң сауаплы саҙаҡа.
Фәҡир һәм ярлыларға биргән саҙаҡа өсөн бер сауап була, туған-ҡәрҙәштәргә биргән өсөн ике сауап була.
Әгәр бер мосолмандың саҙаҡа бирергә малы, байлығы, мөмкинлеге булмаһа, эшләп мал, мөлкәт, байлыҡ тапһын да, шул малынан саҙаҡа бирһен. Әгәр ҙә был эшкә көсө етмәһә, фәҡирлектә, мохтажлыҡта йәшәгәндәргә ярҙам күрһәтһен. Был да хәленән килмәһә, изгелек, яҡшылыҡ эшләүгә өндәүсе булһын. Һис булмаһа, насарлыҡ, яманлыҡ эшләүҙән үҙе лә тыйылып, башҡаларҙы ла тыйып йөрөһөн. Уның өсөн был ғәмәл саҙаҡа булыр.
Хәйер-саҙаҡа биреүҙән бәндәнең малы кәмемәй, ут тимерҙең тутығын таҙартҡан кеүек, зәҡәт тә малды паклай. Зәҡәт бирелгәндән һуң ҡалған мал-мөлкәткә Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт һәм артым бирә.
Хаҡһыҙға йәбер-золом күреп тә, шуға сабырлыҡ күрһәткән кешенең Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында дәрәжәһе артыр. Кем дә берәү һораныу менән шөғөлләнһә, Аллаһы Тәғәлә уның малының бәрәкәтен юҡҡа сығарыр, ярлылыҡ, фәҡирлек ишектәрен асыр.
uАллаһы Тәғәләнең генә ризалығын өмөт итеп дуҫлашҡан бәндәләр ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәләнең күләгәһендә булыр.
Саҙаҡа бәләнән һаҡлай, ғүмергә бәрәкәт бирә.
Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп бирелгән саҙаҡа етмеш төрлө бәлә-ҡаза ишеген ябыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?