RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сихыр һәм күрәҙәлек – оло гонаһ

20.01.2012 Сихыр һәм күрәҙәлек – оло гонаһ

Уларға мөрәжәғәт иткәндәрҙең доғалары ҡабул булмаҫ
Сихыр һәм күрәҙәлек – оло гонаһ
Динһеҙлек ни тиклем көслө булған һайын, шул ерҙә юҡ-бар хөрәфәттәргә ышаныуҙар арта, сихыр-күрәҙәселек сәскә ата. Беҙҙең йәмғиәтебеҙ ҙә бындай наҙанлыҡтан азат түгел. Берәй бәлә-ҡаза килһә, ауырыһалар, сихырсыларға, күрәҙәселәргә йүгерәләр. Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, унан ғына ярҙам һорайһы урынға ниндәйҙер шарлатандарға баралар. Был, әлбиттә, наҙанлыҡтан килә. ҡөрьән Кәрим тәфсирен бер тапҡыр ғына уҡып сыҡһа, ундай юлдың яҙыҡ икәнен хатта сабый ҙа аңлар ине, моғайын. Күрәҙәсе-сихырсыларға мөрәжәғәт итеү беҙҙең өсөн файҙағамы, әллә беҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерергә мөмкинме? Һүҙем шул хаҡта.
Ғәжәйеп ғәмәлдәр менән булышыу һөҙөмтәһендә уй-фекерҙәребеҙгә тап килмәгән, беҙ аңламаған, ҡеүәтле фәндәр ҡанундарына һыймаған сәйер ғәмәлдәр башҡарып шаҡ ҡатырыусыны, ғәҙҙәттән тыш һөҙөмтәләргә килтереүселәрҙе сихырсы тиҙәр. Күрәҙәлек итеүҙең төрлө алымдары һәм башҡа йәшерен серҙәрҙе белергә тырышыуҙың юлдары сихырҙың төрҙәренә инә.
Сихырҙың ҡайһы бер төрҙәре кешене үлтерергә, сирле итеп, ғүмерлеккә ғәрип ҡалдырырға, ир менән ҡатындың айырылышыуына, улар араһында дошманлыҡ хисе барлыҡҡа килтерергә һәләтле. Сихырсы, күрәҙәсе үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән Бөйөк Раббыға ҡаршы сыға һәм бик күп мосолманды аҙаштырып, халыҡ араһында төрлө фетнәләр сығара.
Сихыр − сихырсы, күрәҙәсе менән шайтан араһындағы булған килешеү ул. Йәғни улар ҡайһы бер тыйылған, бигерәк тә күп аллалыҡҡа бәйле ширек булған ғәмәлдәрҙе үтәүендә шайтандарға мөрәжәғәт итә һәм уларҙың ҡушҡандарын үтәйҙәр. Уларҙың шайтанға яҡынайыу юлдары төрлөсә: тәһәрәтһеҙ, кейемдәре, шулай уҡ үҙҙәре лә нәжес хәлендә булып, ҡибла йүнәлешен үҙгәртеп намаҙ уҡырға, шайтан өсөн ҡорбан салырға, ҡорбанлығын сүп-сар өйөмөнә ташларға, ислам динен һүгергә һәм изге ҡөрьәнде төрлөсә мыҫҡыл итергә, зина ҡылырға, йондоҙҙарға мөрәжәғәт итәргә, аңлайышһыҙ талисмандар яҙырға, ҡараңғы бүлмәлә шәм яҡтыртып шайтанды саҡырырға һәм башҡа көфөрлөккә мөрәжәғәт итергә мөмкиндәр. Шулай итеп, сихырсы һәм күрәҙәселәр асыҡтан-асыҡ оло гонаһ ҡыла. Сихырсы ни тиклем көслө көфөрлөк ҡылһа, шайтан уға шул тиклем нығыраҡ ярҙам итә һәм сихырсының һорауын шул тиклем тиҙерәк ҡәнәғәтләндерә. Әгәр ҙә көфөрлөк ҡылыуҙа әүҙемлеген кәметә икән, ул ваҡытта шайтан сихырсыға хеҙмәт итеүенән баш тарта һәм уның бойороҡтарын үтәмәйәсәк.
ҡайһы бер кеше ҡөрьән ярҙамында дауаланыуҙың һәм сихыр ярҙамында дауаланыуҙың айырмаһын аңламай. Тәүгеһе − рөхсәт ителгән дауаланыу һәм икенсеһе шайтандан. Сихырсылар ҡөрьән аяттарына йәшереп тә, асыҡтан-асыҡ та аңлайышһыҙ һүҙҙәр ҡушып уҡырға мөмкин. ҡөрьән аяттарын ишетеп, кеше, ҡөрьән буйынса дауаланам, тип уйлай һәм сихырсының бөтә әйткәндәрен теүәл үтәй башлай.
Шарлатандарҙы ҡөрьән буйынса дауалаусыларҙан нисек айырырға һуң? Дауалаусылар араһында түбәндә килтерелгән бер генә билдәне тапһағыҙ ҙа, был кешенең шарлатан булыуына тулы ышаныс бар. Бына ул билдәләр:
Әгәр ҙә мөрәжәғәт итеүсенән уның исеме һәм уның әсәһенең исеме, берәй ҡорбанлыҡ алып килтереүе һоралһа (был осраҡта ҡорбан Аллаһ исеменән тыш салына һәм уның ҡаны ауырыуға һөртөлә йәки ҡорбан сүплеккә ташлана);
Төрлө талисмандар, бетеүҙәр яҙып бирелһә;
Аңлайышһыҙ доғалар уҡылһа һәм яҙып бирелһә;
Ауырыуға бер ни тиклем ва­ҡыт­ҡа ҡараңғы бүлмәлә ҡалырға ҡушылһа;
Күпмелер ваҡытҡа һыуға теймәҫкә (йыуынмаҫҡа) ҡушылһа;
Әгәр ҙә ауырыуға берәй әй­бер­ҙе ергә күмергә ҡушылһа;
Әгәр ҙә ауырыуға айырым хәрефтәр яҙылған ҡағыҙ бирел­һә һәм шул ҡағыҙҙы һыуҙа ебетеп эсергә ҡушылһа;
Берәй ҡағыҙ биреп, уны яндырып, төтөнө менән ыҫланырға ҡушылһа.
Күп кешеләр сихырсы һәм күрәҙәселәргә үҙҙәренең киләсәктәрен белергә теләп мөрәжәғәт итә һәм нисек тә булһа үҙҙәренең яҙмышын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә (тәьҫир итергә) тырышалар. Ләкин бөтөн яҙмыштар тик Аллаһ ҡулында һәм Аллаһтың бер ниндәй ҙә яратылмышы ла үҙенең тәҡдирен бер нисек тә үҙгәртә алмай. Аллаһ бит әйтте: «Ысынлап та, Аллаһ Күктәр менән Ерҙәге бөтә йәшерен серҙе белә. Ул кеше күңелендә ни барын да белә!» (Фатир: 35); «Ысынлап та, һуңғы сәғәт тураһында тик Аллаһ ҡына белә. Бер йән эйәһе лә иртәгә ни табырын белмәй, бер йән дә ҡайҙа үлерен белмәй. Ысынлап та, Аллаһ белә, Ул хәбәрҙар!» (Лоҡман: 34). Шулай уҡ Аллаһ әйткән: «Әйт (Мөхәммәт): «Аллаһ теләмәһә, мин үҙемә файҙа ла, зыян да эшләй алмайым. Йәшерен серҙе белһәм, мин үҙемә күп итеп яҡшылыҡ эшләр инем, яманлыҡ миңә ҡағылмаҫ ине...» Әгәр ҙә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт башҡаларға түгел, хатта үҙенә лә файҙа эшләй алмағанды һәм йәшерен серҙәрҙе белә алмағанды, нисек итеп ниндәйҙер шарлатандар эшләй алһын ти?! Сихырсы, күрәҙәселәр бәйғәмбәребеҙҙән дә юғарымы әллә? Улар кешеләргә именлек килтереп, бәхетһеҙлектәрҙән арындырырға һәләтле түгел, ә киреһенсә, үҙҙәрен һәм уларға тапшырыл­ған кешеләрҙе был донъяла бәхет­һеҙ тормошҡа һәм теге донъяла Тамуҡ ғазабына дусар итә. Әгәр ҙә улар хаҡлы икән, ул ваҡытта ер йөҙөндә әллә ҡасан уҡ бәхетле тормош хөкөм һөрөр ине, ер аҫтында күмелгән бар хазинаны улар сығарып мохтаждарға таратып бирерҙәр ине, бөтөн кеше ауырымай ғына ҡартайып үлер ине. Юҡ бит! Киреһенсә, улар халыҡ елкәһендә көн күрә, уларҙың һуңғы тин аҡсаһын һурып ала.
Аллаһыға һәм ҡиәмәт көнөнә инанып, үҙенең Раббыһы ҡаршыһына барасағын уйлаған, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (сғс) сөннәтенә эйәреүсе һәр кем Аллаһ бойороҡтарына буйһонорға һәм үҙҙәрен ғәҙәттән тыш һәләттәргә эйә булыусы тип иғлан иткән шарлатандарға ҡаршы көрәшергә бурыслы, һис юғында үҙенең яҡындарын күрәҙәсе, сихырсыға мөрәжәғәт итеүҙән аралап ҡалырға тейеш. Ысынлап та, ҡәбергә табыныусылар булған ерҙә, өйҙәрендәме ул, зыярат асҡандарындамы ул, күрәҙәлек итеүҙәр уларҙың эшмәкәрлегендә төп урынды биләп тора, йәғни уларҙың йолаларының төп өлөшөнә әүерелгән. Тота килеп, ошо ерҙә әүлиә ята тип, буш ерҙә зыяраттар асыуҙары ла ошоға асыҡ дәлил. Әлбиттә, уларға хеҙмәт иткән ен-шайтандары алдай һәм торған һайын уларҙың көфөрлөктәрен арттыра ғына! Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, Аллаһы Тәғәләнең тура юлында һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (сғс) сөннәтенән тайпылмай барыусыға, әлбиттә, Раббыбыҙ Йәннәт вәғәҙә итә. һуң булмаҫ элек тәүбәбеҙгә килергә кәрәк. Аллаһ бит әйткән: «Ширектән тәүбә иткән, Аллаһы Тәғәләгә һәм уның Илсеһенә иман килтергән, Ислам бойорған изге ғәмәлдәрҙе ҡылған кешеләрҙең гонаһтарын Аллаһ изгелектәргә алмаштырыр. Ул (Аллаһ) тәүбә итеүсе бәндәләрҙең гонаһтарын ғәфү итә» (Форҡан: 70).
Иманһыҙ хәлдә был фани донъянан китеү ниндәй хурлыҡлы икәнен аңларға беҙгә Хоҙай Тәғәлә аң биргән, тура юлды асыҡ күрһәткән. Тәүбәһеҙ әхирәткә күсеүҙән һаҡ булайыҡ!
Йә Раббым! «Һиңә генә беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ, Һинән генә ярҙам һорайбыҙ! Беҙҙе хаҡ юлдан алып бар, изгелек күрһәткән бәндәләрең юлынан. Асыуыңа тейгән, аҙашҡан кешеләр юлына төшөрмә!» (Фәтиха: 5 − 7).

Сабит БИКМӘТОВ,
Иҫке Монасип ауылы мәсете имамы.


Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?