RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фекерҙәр уртаҡ булһын

24.09.2011 Фекерҙәр уртаҡ булһын

«Ысын ислам ҡиммәттәрен таратыу, аңлатыу – мөһим һәм уртаҡ бурыс», − тип иҫәпләй дин әһелдәре менән ғалимдар
Фекерҙәр уртаҡ булһын
Дини нигеҙҙәрҙе таратыуҙа, уны пропагандалауҙа тәү сиратта профессиональ дин белгестәре ҙур роль уйнай. Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында уҙғарылған «ХХI быуаттың мәғариф киңлектәрендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында исламды уҡытыуҙы камиллаштырыуҙа дәүләт юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү, уҡытыу-методик базаны нығытыу, мосолмандарға белем биреүҙә бөгөнгө проблемалар тикшерелде.
«Рәсәй Федерацияһында исламды уҡытыуға булышлыҡ итеү» маҡсатлы федераль программаһы сиктәрендә үткәрелгән фәнни форумда ҡатнашырға Рәсәй һәм Башҡортостан Президенттары хакимиәттәре вәкилдәре, дин әһелдәре, ғалимдар, Рәсәйҙең ислам уҡыу йорттары етәкселәре, Марокко, Малайзия, Төркиә, Франция илдәренән ислам белгестәре килгәйне. Форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хәҙерге йәмғиәттә кешенең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә, милләттең мәҙәниәтен, әхлаҡи һаулығын һаҡлауҙа дин төп роль уйнай. Төрлө радикаль ағымдар барлыҡҡа килгәндә уның дәүләт менән бәйләнеше бик актуаль. Дини уҡыу йорттарына һәм унда уҡытылған фәндәргә тейешле иғтибар бүлеү, донъяуи фәндәргә яҡынайтыу ҙа төп бурыс. Был йәһәттән мәғариф системаһында республикала ислам колледждары, институттары менән хеҙмәттәшлек иткән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты эшмәкәрлеге ың­ғай баһаланды. Дин әһелдәренең фекере бер: күп милләтле йәмғиәттә татыулыҡты, именлекте һаҡлау өсөн йәш быуынға исламдың рухи ҡиммәттәрен аңлатыу зарур. Конфе­ренцияла ҡатнашыусылар исламдың ғаилә-көнкүреш ҡиммәттәре, социаль-фәлсәфәүи идеалдарының фәнни нигеҙләнеше мәсьәләләренә арналған секциялар эшендә ҡатнашты.

Марат Мәрҙәнов, БР Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары:
− Өфө − 200 йыл дауамында ислам, ислам уҡыу йорттары һәм фәне үҙәге. Беҙҙең ҡалала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты ярҙамы менән белем биреүҙең яңы системалары индерелә. Был тығыҙ хеҙмәттәшлек республиканың власть органдарының да иғтибарында. Беҙгә күрһәтеүҙәренсә, негатив күренештәр күп, ошоноң менән төрлө кешеләр файҙалана ла инде. Кемдер дин яҡлауы аҫтында төрлө акциялар үткәрә, шул иҫәптән беҙ һис кенә лә юл ҡуйырға тейеш булмаған экстремистик йүнәлештә лә. Бөгөнгө донъяуи вуздар һәм ислам уҡыу йорттары менән берлектә власть органдарын да йәлеп итеп ойошторолған конференция республика өсөн генә түгел, ил өсөн дә юғары әһәмиәткә эйә.


З. ХӘСӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?