11.09.2010 УРАҘА БАЙРАМЫ МЕНӘН!
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ҡотланы. Уның ҡотлауында: «Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе бөтә мосолмандар өсөн дә изге булған Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Был байрамда Исламдың күп быуатлыҡ йолалары, юғары әхлаҡи идеалдары тупланған. Ураҙа байрамы изге ураҙаның төп ҡанундарын – рухи таҙарыныу, тыныслыҡты яратыу һәм изге эштәр башҡарыуҙы кәүҙәләндерә. Бындай ҡиммәттәр башҡа дин тотоусыларға ла яҡын һәм аңлайышлы, улар тыныслыҡ һәм килешеп йәшәүгә хеҙмәт итә. Был көндәрҙә кешеләр традицион аҙыҡ-түлекте әҙерләй, бер-береһенә бүләктәр бирә, ярҙам күрһәтә. Изге эштәрҙә йәштәрҙең дә ҡатнашыуы, көндәлек тормошта ла был йүнәлеште тотоуы мөһим.
Ураҙа байрамы бөтәбеҙгә лә күңел тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс бүләк итһен, энергия һәм илһам бирһен. Бөтә йорттарға ла йылылыҡ һәм шатлыҡ, изгелек, именлек һәм тыныслыҡ инһен тип теләйем.
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!» – тиелә.