RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Намаҙ – мосолмандың нуры

14.05.2011 Намаҙ – мосолмандың нуры

Намаҙ − мөьмин мосолмандың нуры, диндең терәге. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең доғаларыбыҙға мохтаж түгел, беҙ уның барлығына һәм берлегенә иман килтерергә тейешбеҙ. Намаҙ менән әҙәм балаһы һәр саҡ үҙен Хоҙай эргәһендә яҡлаулы һәм һаҡлаулы тоя, уның ризалығына өмөтөн юғалтмай. Намаҙ уҡыу − иманды нығытыуға дәғүәт алып барыу ул.

Намаҙ хаҡында бәйғәмбәребеҙ хәҙистәре

«Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән: «Ниндәй эш мәртәбәлерәк?» – тип һораным. Ул: «Ваҡытында уҡылған намаҙ», – тип яуап бирҙе. Мин: «Шунан һуң нимә?» – тип һораным. Ул: «Ата-әсәңде хөрмәт ит», – тине. Тағы ла: «Унан һуң нимә?» – тип һораным. Ул: «Аллаһ юлында көрәшеү», – тип яуап бирҙе («Бохари»).
«Мин Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең кешеләргә һорау биргәнен ишеттем. «Нисек уйлай­һығыҙ, әгәр берегеҙҙең ишек төбөнән йылға ағып торһа һәм ул шул йылғала көнөнә биш мәртәбә йыуынһағыҙ, тәнегеҙҙә берәр кер ҡалыр инеме?»− ти ул. Кешеләр: «Юҡ , ҡалмаҫ», − тип яуап бирҙе. Шунан һуң Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Биш ваҡыт намаҙ ҙа, нәҡ бына шуның кеүек, намаҙ уҡыусынан гонаһтарын юйып төшөрөр», − тине.
«Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡыу бер яңғыҙың уҡыуға ҡарағанда егерме ете мәртәбәгә сауап­лыраҡ.
Әгәр ҙә кеше тейешенсә тәһәрәт алып, өйөнән мәсеткә намаҙ уҡырға тип сыҡһа, һәр бер атлаған аҙымы һайын бер дәрәжәгә күтәрелер, сауапҡа ирешер һәм бар гонаһы юйылыр. Намаҙ уҡый башлағас та фәрештәләр уға салауаттар әйтеп торор. Ул кеше мәсеттән сығып киткәнсе, тәһәрәте боҙолғансы фәрештәләр: «Эй, Раббым! Ошо бәндәгә рәхмәттәреңде индер, гонаһтарын ғәфү ит!» − тип гонаһтарын ярлыҡауын һорар. Берәүҙең намаҙ башланғанды көтөп ултырыуы ла намаҙ уҡыуҙан һаналыр».
«Мәсеткә барыусыға һәм мәсеттән ҡайтыу­сыға Аллаһы Тәғәлә йәннәттә ризыҡ әҙерләп ҡуйыр».
«Кемдең ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә менән мосолман булған хәлендә осрашҡыһы килә, аҙан әйтелгәс тә, намаҙын йәмәғәт менән уҡырға ашыҡһын. Әгәр ҙә намаҙҙарын йәмәғәт менән уҡыуҙан ситләшеүселәр булһа, ул сөннәттән тайпылыусы булыр».
«Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәҫ тип шикләнмәгеҙ, доға ҡылығыҙ! Һәм белегеҙ: Аллаһы Тәғәлә ғафил күңел менән ҡылынған доғаны ҡабул итмәй».
«Монафиҡтар өсөн иртәнге һәм йәстү намаҙҙарын уҡыуҙан да ауырыраҡ нәмә юҡ. Әгәр ҙә улар ике намаҙҙың да ниндәй бөйөк дәрәжәгә эйә булғанлығын белһә, әлеге ике намаҙҙы ла бер тапҡыр ҙа уҡымайынса ҡалдырмаҫтар ине. Әгәр йөрөй алмаһалар, ул намаҙ­ҙар­ға шыуышып булһа ла килерҙәр ине».
«Минең ҡолом нәфел намаҙҙарын уҡыһа, уны яратырмын, ишетә торған ҡолағы булырмын, күрә торған күҙе булырмын, йөрөй торған аяҡтары булырмын. Минән берәй нәмә һораһа, һис кисекмәҫтән бирермен. Минең яҡлауымды һораһа, һис шикһеҙ, яҡлармын».










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?