RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фәһемле төштәр хаҡында

26.08.2019 Фәһемле төштәр хаҡында


йәки Улар кешеләрҙе дөрөҫ йәшәргә өйрәтәме?

Үҙ ғүмерендә төш күрмәгән бер кеше лә юҡтыр. Төштәрҙе төрлөсә юрап маташыусылар ҙа аҙ түгел. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең яҡшы төштәрҙе башҡаларға һөйләргә рөхсәт иткәнлеге, ә насарҙарын бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушыуы хаҡында хәҙис бар. Төштә күргәндәреңде киләсәк менән бәйләп, Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдиреңә күҙ һалырға маташыу, әлбиттә, һис кенә лә ярамай, әммә бәғзе бер төштәрҙә, ысынлап та, фәһем алырлыҡ мәғәнә ятыуы хаҡында уйланырлыҡ. Ошо турала бәләкәй генә бер хикәйәтте һөйләп китмәксемен.


Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылыу хаҡында уйламаған, фәҡәт донъя эштәре менән генә мәшғүл булып ғүмер итеүсе бер кеше төш күрә. Имеш, уны ҡола ялан сүллектә бүре өйөрө баҫтырып килә. Яҡын-тирәлә йыртҡыс­тарҙан йәше­нерлек бер нәмә лә юҡ, имеш. Шул саҡ уның алдында бауға биҙрәһе эленгән ҡоҙоҡ пәйҙә була. Башҡаса сара тапмай, был әҙәм биҙрәгә ултырып, ҡоҙоҡ эсенә төшөп китә. Төпкә төшөп етер-етмәҫтән, биҙрә туҡталып, кеше шунда эленеп тороп ҡала. Инде ҡотолдом, тип уйлап өлгөрмәгән әҙәм ни күрә: биҙрәне тотоп торған бауҙы ҡомаҡтар кимерә башлай. Ҡоҙоҡ төбөндә һыу юҡ-юғын, әммә… унда йыландар мыжғып ята, имеш. Шул саҡ был әҙәм балаһы үҙе тапҡырында ғына ҡоҙоҡ бураһының стенаһында күҙҙең яуын алырҙай ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләктәр үҫеп ултырғанын күрә һәм, бер нигә лә ҡарамай, уларҙы ҡомһоҙланып ашай башлай… Төшөнөң ошо урынына килеп еткәс, уянып китә. Уянғас та был кеше бер имамға бара һәм үҙенең төшөн бәйнә-бәйнә уға һөйләп бирә. “Нисек аңларға икән был төштө?” – тип һорай ул имамдан. “Һин төшөңдә үҙеңде күргәнһең”, – ти имам. “Эйе, мин, әлбиттә, үҙемде күрҙем, әммә…”. Имам төштөң мәғәнәһен бына ошолай тип аңлатып бирә: “Һин үҙеңде күргәнһең. – Һин эленеп торған бау – һинең ғүмерең, бауҙы кимереүсе ҡомаҡтар – ваҡыт. Һине ҡыуып килеүсе бүреләр – һинең үлемең, ә ҡоҙоҡ төбөндә мыжғып ятҡан йыландар – һинең ҡәберең”. “Быныһы аңлашыла, – ти кеше, – ә ҡоҙоҡ стенаһындағы бешкән еләктәр нимәне аңлата?”. “Беш­кән еләк­тәр – был донъяның рәхәтлек­тәре, – ти аҡыл эйәһе. – Үҙеңдең көндән-көн яҡынлашып килгән үлемең, көндән-көн ҡыҫ­ҡара барған ғүмерең, иртәме-һуңмы инәсәк ҡәберең хаҡында белеп тә, әммә ошо донъяның бай­лығына ғына ҡыҙығып, әхирә­теңде хәстәрләмәй, ғәф­ләттә йәшәүең, йәғни вайымһыҙ тормош алып барыуың хаҡында иҫкәртә был төш. Эленеп торған ебең бына-бына өҙөлөү их­тималлығы булып та, һаман еләк ашарға маташыуың – үлемең яҡынлашып килеүенә лә ҡа­рамай, ошо донъя ниғмәттәренә йәбешеп ятыуың. Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып, Уның ҡушҡандарын үтәп, тыйған­дарынан тыйылып йәшәү, тамуҡ утынан ҡотолорға ынтылыу мотлаҡлығын һис кенә лә онотоу ярамағанлығы хаҡында уйла­нырға етди сәбәп түгелме ни ошо төшөң?..”.
Ҡәҙерле милләттәштәр, бына ошо төштөң мәғәнәһе хаҡында бик ныҡ ҡына уйланып алайыҡ әле. Төштө күргән әлеге әҙәм өсөн генә түгел, бик күптәребеҙ өсөн дә ғибрәт бит был! Бер ҡасан да үлмәйем, тип уйлаған йәиһә әхирәт тормошона, Аллаға буйһон­мағандар өсөн әҙерлән­гән йәһәннәм уты барлығына ышанмаған кешеләр генә бына ошо хаҡта фекерләргә теләмәҫ. Ә әхирәткә ышан­мауҙың көфөр­сөлөк икәнлеге хаҡында һис кенә лә иҫебеҙҙән сығармайыҡ!
Тағы бер миҫал. Ғүмер буйы механизатор булып эшләп, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған ҡайнаға тейеш кешем, медицинала иң ҡатмарлыларҙан һанал­ған ауырыуҙарҙың береһе (эмболия легочной артерии) менән кинәт кенә сирләп китеп, тере ҡалғас, уның өсөн Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылдым, ә үҙен, ғәҙәтемсә, хаҡ дингә килеүгә өндәнем. “Аллаһы Тәғәлә һиңә тағы бер мөмкинлек бир­гәндер Уға баш эйеп өлгөрөп ҡалырға, – тинем уға, – бындай сирҙән тере ҡалғандар бик һирәк…”. Намаҙға баҫыуҙың мот­лаҡлығы хаҡында ла иҫкәрттем. Оҙаҡламай ҡайна­ғамдың, үҙаллы өйрәнеп алып, биш намаҙҙың береһен дә ҡалдырмай уҡый башлауы ту­раһында ишетеп шатландым. Ә бер осрашҡанда ул миңә бына ниндәй төшөн һөйләне: “Намаҙ уҡый башлағас та күрҙем был төштө. Имеш, элек эшләгән “К – 700”-ым янын­да ниҙер менән булышам. Ә трак­торымдың икенсе яғында эле­герәк вафат булған ике танышым, миңә ҡарап, үҙ-ара һөйләшә. Береһе икенсеһенә: “Ремень безопасности ҡуйҙырып алған икән был”, – ти ярым руссалап… Унан уянып киттем”. “Бик яҡшы төш күргәнһең, – тинем уға, – һинең намаҙға баҫыуың, ысынлап та, хәүефһеҙлек ҡайы­шы тағыу бит!”.
Бына шулай, ҡәҙерле дуҫтар, “хәүеф­һеҙлек ҡайышын” тағырға онот­майыҡ! Ә бит бик күптәр хатта Аллаһы Тәғәләгә шәһәдәт әйтмәгән, шулай уҡ Уға бер мәртәбә лә сәждә ҡылмаған килеш был донъя менән хушлаша… Ҡурҡыныс бит!.. Әссә­ләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ.




Автор: Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты