RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 Мөғжизәле йомортҡа

Йәйге ялды тыу­ған яҡтарҙа, ауылда үткә­реү, ҡайтыр ерең бу­лыу, ҡолас йәйеп атай-әсәйең­дең көтөп алыуы – ҙур шатлыҡ. Бы­йылғы йәйге ялым, һауа торо­шоноң ҡырҡ төрлөгә әй­ләнеп тороуына ҡа­ра­маҫтан, бик күңел­ле үтте. Еләк йыйыу, ялан­да ҡаҙан аҫып аш беше­реү, изге Сәхәбәләр ҡойоһонда һыу ҡойоноу, көтөп алған бесән мәле – һәммәһе күңелдәрҙә матур иҫтәлекле хәтирәләр булып ҡалды.

Бигерәк тә әсәйемдең мөғжизәле тауығы быйыл да серле йомортҡалары менән ҡыуандырҙы. Былтыр, ҡорбан байрамы мәлендә, Ҡөрьән һүҙҙәре яҙылған, мәсет һүрәте төшөрөлгән өс йомортҡа һалып, таң ҡалдырған тауыҡ, әле бөгөн дә мәсет һүрәте төшөрөлгән һәм боронғоса яҙылған йомортҡа һалған!

Тиҙҙән Ҡорбан байрамы яҡынлаша, шунлыҡтан Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән мөғжизәме был, билдәһеҙ.

Тауыҡ үҙе Өфө районының Шамонин ауылында донъяға кил­гән. Төҙөлөш ваҡытында өҫтөнә таҡталар төшөп имгәнгән себеште еҙнәм, йәлләп, ауылға алып ҡайтып, әсәйемдең себеш­тәренә ҡушып ебәргәйне. Ул Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында тауыҡ булып үҫеп, икенсе йыл рәттән ошо изге байрам көндәрендә генә серле йомортҡалар һала. Ошонан сығып, нисек мөғжизәгә ышанмайһың инде?! Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанып, уға ғына табынып, унан һорап һәм биргәненә рәхмәт әйтеп, доға ҡылайыҡ, Алла ризалығы менән йәшәйек, ҡәрҙәштәрем!




Автор: А. МУЛЛАҒОЛОВА
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты