19.07.2019 Йөрәк бәйләнеше
Кешене Аллаһы Тәғәлә яралтҡан үә уға йән биргән. Йән тәндән сыҡһа, кеше мәйет була. Нисек кенә тырышма, нимә генә ҡылма, тән йәнһеҙ йәшәй алмай. Йәнде Аллаһы Тәғәлә бала әсә ҡарынында дүрт ай булғанда уҡ бирә, ошо мәлдә бала беренсе тапҡыр тибешә башлай. Йәндәребеҙҙе Раббыбыҙ һәр ваҡыт тәрбиәләп, уға дөрөҫ йүнәлеш биреп, юл күрһәтеп тора һәм был бәйләнеш һәр кеше менән була. Тамам эшлектән сығып, гонаһҡа батҡандар ғына унан мәхрүм ҡала. Улар тураһында бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Алла иғтибар ҙа итмәҫ...”
Бындай кешеләр дөрөҫ менән ялғанды айыра алмаҫ, хатта хайуандарҙан түбән дәрәжәгә төшөрҙәр. Ҡөрьәндә “Тин” сүрәһенең 3 – 4-се аяттарында: “Беҙ кешене иң яҡшы шәкелдә яралттыҡ. Һуңынан (иман килтермәгәндәрҙе) иң түбән дәрәжәгә төшөрҙөк”, – тиелгән. Хоҙайҙан алыҫлашҡан һайын, кешенең дәрәжәһе төшә. Ниндәй генә хайуан булмаһын, үҙ әсәһен талап, араҡы алып эсмәйәсәк. Һыйырға араҡы эсереп ҡараһаң, моронон сөйөрөр, зарарлы икәнен белер. Ә кеше? Зарарлы икәнен белә, ләкин эсә. Шул ағыуға – шайтан һыуына бөтә аҡсаһын бөтөрә. Ә кем динен тотоп йәшәй, үҙенән-үҙе дөрөҫ донъя көтә.
Диндә булыу Алла менән кеше араһындағы бәйләнеште нығыта, юҡ икән – булдыра. Кешелә хәрәмде һиҙеү, гонаһты аңлау ҡеүәһе барлыҡҡа килә. Аҡылға һыймаҫлыҡ гонаһтар ҡылып, шуға үкенмәү, хатта аңламау ҙа – үле йөрәк билдәһе.
Ҡайһыларҙың йөрәге ҡата башлай. Бының билдәһе шунда: гонаһ ҡылғас, гонаһ икәнен аңлай, таный, ләкин еңел ҡарай, тыйылмай. Күңелендә үкенеү бар, ләкин уны тиҙ генә оноторға, уға ныҡ иғтибар итмәҫкә күнегә. Ошондай күренеште үҙегеҙҙә һиҙһәгеҙ, уйланырға ваҡыт еткән. Намаҙ, зекер, ураҙа, саҙаҡа биреү, етемдәргә булышыу, уларҙың башын һыпырыу кеүек йөрәкте йомшарта торған ғәмәлдәр ҡылырға кәрәк. Бигерәк тә зекер әйтеү файҙалы һәм сауаплы. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм кәңәш итеп: “Зекер итегеҙ, сөнки зекер йөрәк ҡараларын таҙартыр”, – тип әйткән.
Хәҙерге заманда йөрәктәрҙең Алла менән бәйләнешен кеҫә телефоны менән сағыштырып була. Берәүҙең телефоны ныҡ “тота”, берәүҙең саҡ-саҡ эшләй. Кешеләр ҙә шулай уҡ: ҡайһыларҙың Раббыбыҙ менән бәйләнеше ныҡ, ҡайһыларҙың юҡ дәрәжәһендә. Телефондың иң файҙалы нәмәһе – уның тапшырғысы. Әгәр шул тапшырғыс эшләмәһә, ниндәй генә шәкелдә булмаһын, ул телефондан файҙа юҡ! Корпусы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, телефондың иң ҡәҙерле нәмәһе – тапшырғысы. Кешелә ул – йөрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кеше тәнен генә ҡайғырта, уның өсөн эшләй, аҡса туплай һ.б. Телефондың корпусы алтын булһа ла, гәүһәр менән биҙәлһә лә, берәй бәләгә осрағанда ярҙамға саҡырып булырмы? Әллә ул эшкинмәгән әйбер генә булырмы? Үҙ-үҙен генә ҡайғыртып, кейенеп-яһанып, фырт ҡына йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар – тап шул тапшырғысһыҙ затлы телефон. Иҫ киткес сибәр булып, күҙҙең яуын алып торһалар ҙа, файҙаһыҙҙар. Ә корпусы титандан булған телефондың тапшырғысы эшләмәһә, корпусы ныҡ булһа ла, фәтүә сыҡмаҫ. Көслө, батыр, етеҙ күренгән ир-ат та, йөрәге үле булһа, ошо эшләмәгән титан телефон һымаҡтыр. Үҙе менән бәйләнеше булмағандарға Раббыбыҙ һиҙәйәт бирмәй. Ундайҙарҙың доғаһын ишетмәй, тормош көтөргә ярҙам итмәй, уларға шайтанды ирекле ҡыла. Ундайҙар бәхеткә лә эйә булмай. Күпме генә байлыҡ тупламаһындар, елгә оса.
Ошо вәғәзде йәштәргә һөйләү, аңлатыу зарур. Вайымһыҙ ҡалмаһындар. Әлеге ваҡытта уларға ауыр, бөтә урында – телевизорҙа ла, урамда ла – йүнһеҙлек. Шайтан юлдары күп, ә дөрөҫ юл бер генә. Мәсет, намаҙ юлында тәрбиә алған кешенең генә Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеше ныҡ булыр. Ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙ, изгелектәребеҙ, хәләл ризыҡ менән генә туҡланыуыбыҙ шул бәйләнеште нығыта.
Һәр мосолман быны һиҙеп, белеп тора. Алла ризалығы өсөн Ҡөрьән уҡырға мулланы саҡыра, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала, доғаларҙың ҡабул булырына ышана, дин әһеленең Алла менән бәйләнеше барлығын тоя. Һәр хәлдә, ул мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡый, ураҙа тота һ.б. Һәр ғибәҙәт Раббы менән бәйләнешен нығыта. Кешенең күңеле дөрөҫтө һиҙә. Ә гонаһлы кеше мулла икән, уны доға ҡылырға саҡырмайҙар ҙа. Быны ла кешенең йөрәге тоя – Алла менән бәйләнеше булмағандың доғаһынан файҙа самалы.
Шуны үҙебеҙҙең фитратыбыҙ менән белгәс, ниңә үҙебеҙгә лә Алла менән араны нығытмаҫҡа? Ауыр түгел бит, шайтан ғына мәшәҡәттәрҙе күп итеп күрһәтә. Ул – кешенең төп дошманы. Ниҙер эшләргә бойорһа, киреһен эшләргә кәрәк. Нимәнелер мәшәҡәт итеп күрһәтһә, тимәк, бында беҙҙең өсөн ҙур файҙа.