RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

09.06.2019 Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Был аҙнала барлыҡ мосолман донъяһы өсөн оло ваҡиға – Ураҙа байрамы үтте. Рамаҙан айы ашауҙан тыйылыу ғына түгел, ә түҙемлек, сабырлыҡ, нәфсене һынау, күңелде таҙартыу, рухты тәрбиәләү, тамуҡтан ҡотолоу айы ла. Аллаға шөкөр, изге ғәмәлде башҡарыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Күренекле шәхестәр ҙә уға битараф түгел.

Байрам көндө беҙ Рамаҙан айын ураҙала үткәргән бер нисә эстрада йырсыһы менән изге ғәмәл тураһында әңгәмә ҡороп алдыҡ.


Айҙар ЛАТИПОВ, йырсы:

– Аллаға шөкөр, быйылғы рамаҙан айы бик матур үтте. Һаулыҡ, имен­лек менән ураҙа тоттом, сауаптары насип бул­һын. Ваҡиға­ларға ла бай булды, сөнки төрлө ерҙә ифтар мәжлес­тәрендә булырға тура килде. Изге ғәмәл берләш­тергән яңы дуҫтар табып аралаштыҡ. Вәғәздәр тыңлап, ғибәҙәттәр ҡы­лып, иманды ны­ғыт­тыҡ, әлхәмдулилла.

Ә байрамда тыуған яғыма – Ишембай районының Йәнырыҫ ауылына ҡайттым. Ауылдаштарым мәсет тултырып ғәйеткә йыйылды. Уларҙың күбеһенең намаҙҙа булыуы, ураҙа тотоуы мине ҡыуандыра.

Барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәремде изге байрам менән тәбрикләйем. Донъя именлеге, иман ныҡлығы теләйем. Амин!

Айгиз ХАНОВ, йырсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты:

– Ураҙа тотоу – сауаплы һәм изге ғәмәл, бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Мин ҡайһы бер кешеләргә шулай аңлатам: 10 мең саҡрым юл үткәс, машинаның майын алыштырһаҡ, двигателе һәйбәт эш­ләп китә. Рама­ҙан айы ла шулай уҡ: кешенең күңеле менән бергә организмы ла таҙара, сәләмәтлеге арта. Биш йыл элек гастрит менән ауырыным. Ураҙаның мөғжизәһе – бөгөн сирҙең эҙе лә ҡалманы.

Киләһе йылдарҙа ошо айҙы хөрмәт итеп, изгелеккә ынтылып, һаулығы мөмкинлек биргән һәр кемгә ураҙа тоторға кәңәш итәм. Мин хәҙер ризыҡты бөтөнләй икенсе төрлө баһалай башланым: бал-шәрбәттәр ҡушылмаһа ла, ябай һыу шул тиклем тәмле һәм шифалы. Уны аңлау өсөн һыуһап ҡарарға кәрәк.

Аллаһы Тәғәлә имен донъя, иманлы күңелдәр, ризыҡ бәрәкәте насип итһен һәммәбеҙгә! Байрам менән!

Нәсимә ТИМЕРОВА, Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы:

– Аллаға шөкөр, икенсе йыл рәттән ураҙа тоторға насип булды. Ваҡытым булғанда тәрәүих намаҙҙарына йөрөнөм, бара алмағанда өйҙә генә уҡыным. Ураҙаны кеше Аллаһы Тәғәләгә иман килтерер, Уның ризалығын алыу өсөн тота. Мәҫәлән, ябығыу өсөн тип тотһаң, дөрөҫ булмай. Ашауҙан тыйылып йөрөһәм дә, ауырлыҡты ул тиклем ташламаным. Асығыу тойғоһо ла юҡ, сөнки ниәт итеп ураҙаға инһәң, Аллаһы Тәғәлә еңеллек бирә.

Минең менән бергә Арыҫлан улым да тоторға теләй ине. Үҫмер ваҡытың, үҫең­керәгәс тоторһоң, тинем. Алла бирһә, алдағы йылдарҙа бергәләп тоторға насип булһын.

Зәлиә НУРЛЫ, Сибай дәүләт театр-концерт берекмәһе солисы:

– 2006 йылдан алып һәр рамаҙан айында ураҙа тотам. Тик ул саҡта өйрәтеүсе кеше булманы, дини ғилем дә аҙ ине. Яңылышлыҡтары булғандыр. Хәҙер йылдан-йыл яңы мәғлүмәт алам, өйрәнәм. Аллаға шөкөр, бөгөн тәрәүих намаҙын йәмәғәт менән бергә уҡыр өсөн мәсеткә йөрөйөм. Эҫе көндәрҙә артыҡ йөрөмәҫкә тырышам, асығыу һиҙмәйем.

Ураҙаға йыл һайын изге теләктәр, аҡ ниәттәр менән инәм. Аллаһы Тәғәлә үҙенең киң рәхмәттәре менән ҡабул итһен.


Илшат АБДРАХМАНОВ, композитор, музыкант, “Dart-records” студияһы етәксеһе:

– 2007 йылдан ураҙа тота башланым, тик ул саҡта изге ғәмәлде тулыһынса башҡара алмай инем. Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа бер көн дә ҡалдырмайса тотоп киләм. Һәр кис тәрәүих намаҙы уҡып, тыйғандарҙан тыйылып, тулыһынса атҡарырға тырыштым. Инде сауаптары насип булһын. 22 май көнө Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында мәсет төҙөргә ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерты үтте. Мин унда ҡулымдан килгәнсә ойоштороу эштәрен башҡарырға ярҙам иттем, сығыш яһаным. Изге айҙа изге эштәр башҡарыу икеләтә шатлыҡлы.

Байрамды “Ғуфран” мәсетендә үткәрҙек. Ғибәҙәт ҡылып, вәғәз тыңлап, хәләл иттән бешерелгән былау ашап, дуҫтар менән аралашып ҡайттым. Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары мосолмандар өсөн иң оло һәм мәртәбәле байрамдарҙан һанала. Ошо айҡанлы, барлыҡ мосолманды тәбрикләп, изге теләктәремде еткерәм.

Венера ЮЛГИЛДИНА, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы, йырсы:

– Минән, эштә йөрөгәндә ураҙа тотаһыңмы, тип һораусылар күп булды. Аллаға шөкөр, хеҙмәттәш­тәрем, ижадташтарым араһында был ғәмәлде башҡарыусылар күп булғас, улар менән бергә-бергә ауырлыҡтар һиҙелмәне. Киреһенсә, өйҙә булған көндө ауырыраҡ: ни тиһәң дә, аш-һыу бүлмәһе яҡында, инеп сығырға тура килә. Ә эштә ашау тураһында уйламайһың. Быйыл өсөнсө йыл ураҙала булдым, тик тота алмай ҡалған көндәрем булыуы бер аҙ эсемде бошора.

Репертуарымды иман тураһындағы йырҙар менән дә байытырға ине. Миҙхәт Әбделмәнов ижад иткән “Хоҙай ҡушҡанса йәшә” тигән йырымды тамашасылар бик ярата, тимәк, халыҡҡа бындай йырҙар яҡын.

Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВ, “ZAINETDIN ethno-show” проекты етәксеһе, ҡурайсы, музыкант:

– Башҡортостандың байтаҡ артисы ураҙа тота, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа яҡтарҙағы дуҫтарым да рамаҙан айының килеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Элекке йылдарҙа был турала артыҡ уйланманым. Бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина менән аралашҡанда ул дәртлән­дереп ебәрҙе, шикелле. Быйыл мин дә ураҙа тотоп ҡарарға булдым. Ауыр булһа, туҡтатырмын, тип уйланым. Әммә кискә табан һыуһағанды иҫәпкә алмағанда, бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тойманым. Концерттарҙа ҡатнаштым, гас­трол­дәргә йөрөнөм. Ураҙа байрамында ла “Ватан” этнопаркында башҡа артистар менән бергә концертта сығыш яһаным.

Алла бирһә, иманлылар рәте артып торһон, алдағы йылдарҙа ла ураҙа тоторға насип булһын.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты