04.06.2019 Өйрәнәйек доғалар!
Фитыр саҙаҡаһы алғандан һуң уҡыла
«Аллаһүммә тәкабәлл фитратәһү үәсиямәһү үәстәжибү доғаәһү үәғфир зүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әксыйр әмүәләһү үә үәффикһү галә хәйри мәкасыйдаһ».
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһы, хәйер биреүсенең фитыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын ҡабул ҡыл, гонаһтарын ярлыҡа, иманын ҡеүәтле ит, малдарын арттыр, маҡсаттарына ирештер».
Иҫкәрмә: фитыр саҙаҡаһы ғаиләнең һәр кешеһе иҫәбенән мохтаждарға, сирлеләргә бирелә. Уны Ураҙа байрамына тиклем тапшырырға кәрәк. Әгәр ҙә байрам үткәс бирһәгеҙ, ябай саҙаҡа һанала.