04.06.2019 Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?
Ураҙа байрамын мосолмандар ғәрәп телендә Ғийдүл-Фитр тип йөрөтә. Был «ғәдә» тигән һүҙҙән алынған, башҡортсаға тәржемә иткәндә, ҡайҙалыр барып ҡайтыу, тигәнде аңлата. Терминологияла ул билдәле бер ваҡытта йәки урында даими рәүештә ҡабатлана торған эшкә әйтелә. Шуға күрә ғәйд – ул йыл һайын бер үк ваҡытта, тейешле тәртиптә үткәрелә торған байрам. Ә Ғийдүл-Фитр – ашау-эсеү байрамы мәғәнәһендә. Ул йыл һайын, Рамаҙан айы тамамланғас, Шәүүәл айының беренсе көнөндә үткәрелә.
Байрам көндәре (йәғни был осраҡта – Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре) туғандар, яҡындар менән бергә күңел асыу, ҡунаҡҡа йөрөү менән айырылып тора һәм был көндәрҙә ураҙа тотоу ҡәтғи тыйыла. Ә йома көндәре, Ҡәҙер кисе күберәк ғибәҙәт ҡылыу менән бәйләнгән.
Ғәйет намаҙының тәртибе
Ғәйет намаҙының ваҡыты – ҡояш ҡалҡып, офоҡтан һөңгө бейеклеге ҡәҙәр күтәрелгәндән алып өйлә ваҡытына тиклем тиерлек. Әгәр берәй сәбәп менән Ураҙа байрамы намаҙын көнөндә үткәреп булмаһа, уны икенсе көнөнә ҡалдырырға мөмкин (мәҫәлән, әгәр тышта ҡойоп ямғыр яуһа, имам булмаһа, йә, болоттар ҡамасаулау сәбәпле, тәүге көндә үк яңы тыуған айҙы күрмәһәләр һәм башҡа). Әммә етди сәбәп булмай тороп, ваҡытынан һуң уҡылған намаҙ дөрөҫ түгел.
Ғәйет намаҙын Алла рәсүле (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мәсеттән ситтә – ҡырҙа уҡыған. Сөнки байрам намаҙына бөтәһе лә – ҡатындар ҙа, балалар ҙа бара, халыҡ мәсеткә һыймай. Ир-егеттәр өсөн иһә был намаҙ – вәджиб (Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса), йәғни мотлаҡ үтәлергә тейешле (йома намаҙы кеүек). Кем берәй сәбәп менән дөйөм йәмәғәт намаҙына бара алмай, өйҙә (эштә) уҡыһа, унда ла мөмкин тиклем йәмәғәт йыйып уҡыһын (ғаиләһе, коллегалары менән бергә), был – сөннәт. Ғәйет намаҙы ике рәҡәғәттән тора. Имам «Аллаһу әкбәр» тип тәкбир әйтеп намаҙҙы башлай. Шунан эстән истифтах доғаһын уҡый («Сүбхәнәкә, Аллаһүммә…»), унан һуң өс тапҡыр ҡулдарын «Аллаһу әкбәр» тип ҡысҡырып күтәрә. Шунан һуң, ғәҙәттәге намаҙҙарҙағыса, «Истиғәҙә» доғаһын һәм «Бисмилла»ны («Әғүҙү би-лләһи минә-шшәйтани-рраджим», «Бисми-лләһи-ррахмәни-ррахим» тип) эстән әйтеп, «Фатиха» сүрәһен һәм уның артынса тағы берәй сүрәне ҡысҡырып уҡый һәм артабан рәҡәғәтен башҡа намаҙҙарҙағы кеүек итеп тамамлап ҡуя. Икенсе рәҡәғәткә баҫҡас, эстән генә «бисмилла»ны әйтеп, аҙаҡ «Фатиха» сүрәһен, уның артынса тағы берәй сүрәне ҡысҡырып уҡый ҙа, уҡып бөткәс, ҡулдарын тағы өс тапҡыр, «Аллаһу әкбәр» тип ҡысҡырып, күтәреп төшөрә. Дүртенсе тапҡыр иһә ҡулдарын күтәрмәй генә ҡысҡырып «Аллаһу әкбәр» ти һәм рәҡәғәткә эйелә. Унан намаҙҙы башҡа ваҡыттағы намаҙҙар кеүек үк тамамлап ҡуя.
Иҫкәрмә: ғәйет намаҙҙары ваҡытында нисә тапҡыр тәкбир әйтеп ҡулдарҙы күтәреү мәсьәләһе буйынса төрлө фекер бар, уларҙың барыһы ла – сөннәттән, шуға күрә имам нисә тапҡыр күтәрһә лә (мәҫәлән, өсәүҙән артыҡ), ҡалғандар уның артынан шунса ҡабатларға тейеш.
Әгәр имам онотолоп китеп, намаҙҙы тәкбирҙәрҙән түгел, ә ғәҙәттәгесә, сүрәләр уҡыуҙан башлаһа һәм шул уҡыған ваҡытында хатаһын иҫенә төшөрһә, уға сүрә уҡыуҙан туҡтарға һәм иң тәүҙә тәкбирҙәрҙе әйтеп алырға кәрәк. Әгәр сүрәләрҙе уҡып бөткәндән һуң ғына хатаһын иҫләһә, тәкбирҙәрҙе әйтеп тормай, намаҙын артабан дауам итә.
Сөннәт буйынса ниндәй сүрәләрҙе уҡырға?
Ғәйет намаҙҙарында Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡайһы саҡта беренсе рәҡәғәттә – «Бөйөк» (87-се сүрә, 19 аят), ә икенсе рәҡәғәттә «Ҡаплаусы» (88-се сүрә, 26 аят) сүрәләрен уҡыр булған (Мөслим, Әбү Дауыт хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ҡайһы саҡта иһә – «Ҡаф» һәм «Ай» сүрәләрен (50-се һәм 54-се сүрәләр, 45 һәм 55 аят) (Мөслим, Әбү Дауыт хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Имамдан башҡалар байрам намаҙын нисек уҡый?
«Намаҙ уҡый белмәйем», – тип һис бер ваҡытта ла байрам намаҙҙарынан да, йома намаҙҙарынан да мәхрүм ҡалырға ярамай. Сөнки йәмәғәт намаҙҙарында асылда имам ғына уҡый. Ҡалғандар уның артында тыңлап тора һәм имам нимә эшләһә, шуны ҡабатлайҙар. Тик алдан ғөсөл-тәһәрәт алырға һәм намаҙ уҡырға ниәт итергә генә онотмағыҙ.