06.05.2019 Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға сауабы насип булһын!
6 майҙа изге Рамаҙан айы башлана. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ был изге айҙа, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, ураҙа тота, изге эштәр башҡара. Үҙебеҙҙе сабырлыҡҡа һынап, Хоҙайҙың әжеренә өмөт итеп тотҡан изге ғәмәлебеҙ ҡабул булһын!
Рамаҙанда Хоҙай доғаларыбыҙ өсөн яуап бирер
Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Әгәр ҙә кешеләр рамаҙан айында нимә бар икәнен белһәләр, был айҙың йыл буйы булыуын теләрҙәр ине.
Аллаһы Тәғәлә һеҙгә ул айҙа рәхмәтен индерә, гонаһтарҙы ғәфү итә һәм доғаларға яуап бирә. Алла һеҙҙең бер- берегеҙ менән изгелек ҡылыуығыҙҙа ярышыуығыҙға ҡарай, фәрештәләр алдында һеҙҙең менән маҡтана. Аллаға үҙегеҙгә хәйерле ғәмәлде күрһәтегеҙ. Был айҙа Алланың рәхмәтенән мәхрүм булған кеше – ул бәхетһеҙ кеше», – тине.
***
Рамаҙан – Ҡөрьән айы. Был айҙа изге китап ингән, шуға ла Ҡөрьән уҡыу иң сауаплы ғәмәлдәрҙән һанала.
***
Аллаһы Тәғәлә : «Ураҙа – ул бәндә менән минең аралағы йәшерен ғибәҙәт. Уның баһаһын да мин генә белермен, хисапһыҙ әжерҙе лә үҙем белеп бирәм», – тип әйтә.
***
Рамаҙанда ҡылған гонаһтарыбыҙҙан пакланыу мөмкинлеге лә бирелгән. Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Кем Рамаҙан айында Алланың әжер-сауаптар вәғәҙә итеүенә иман килтереп, ураҙа тота икән, элекке гонаһтарының барыһы ла ғәфү ителер», – тигән.
***
Рамаҙан айында ураҙа тотоусыны ашатыу ҙа изге әжер-сауаплы ғәмәл һанала. «Кем дә кем ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһа йәки ифтар мәжлесе ойошторһа, ураҙа тотҡан кешенең сауабы ул кешегә яҙылыр, әммә ураҙа тотоусының сауабы кәмемәҫ», – тиелә хәҙистә.
***
Рамаҙан айында күк һәм йәннәт ишектәре асыла, Йәһәннәм ишектәре ябыла. Раббыбыҙ: «Рамаҙан айында Йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр, шайтандар сылбыр менән бығауланған булыр», –тигән. Тимәк, рамаҙан айында изгелек эшләү еңелерәк. Был айҙа бер фәрештә: «Эй, изгелек ҡылырға теләүсе! Күберәк изгелек ҡыл! Эй, гонаһ ҡылырға теләүсе! Гонаһ ҡылыуҙан туҡта!» – тигән.
***
Рамаҙан айында бирелгән саҙаҡаның әжер-сауабы күберәк. Шуға ла мосолман кешеһе был айҙа мохтаждарға күберәк саҙаҡа бирһен һәм йомартлыҡ күрһәтһен.
***
Ҡиәмәт көнөндә әҙәм балалары, нишләп мин ураҙаны күберәк тотманым икән, ошо хәтле әжер-сауаптар биререн белһәм, тағы ла күберәк тотор инем, тиер. Рамаҙанда ураҙа тотмағандар, фәрештәләрҙең ураҙа тотоусыларҙы ололап йөрөүҙәрен күреп, бик үкенерҙәр.
***
Был мөҡәддәс айҙа яҡындарығыҙҙың, мохтаж кешеләрҙең хәлен белегеҙ. Рамаҙан айында эшләнгән изгелеккә сауап 700 дәрәжәлә артыҡ булыр.
***
Рамаҙан айы – пакланыу, гонаһтарҙан арыныу, рухи яҡтан таҙарыныу айы. Ошо изге айҙа яҡшылыҡ эшләргә, тәүбә итергә ашығайыҡ. Күңелдәребеҙҙе сафландырырға, яҡшы һүҙҙәр һөйләргә, ғәйбәт һөйләмәҫкә, ялғанламаҫҡа тырышайыҡ!
Ураҙала нисек туҡланырға?
Табиптар, дөрөҫ тотолған ураҙа һөҙөмтәһендә организмдың ял итеүе, зыянлы матдәләрҙән азат ителеүе, иммун системаһының нығыныуы сәбәпле, ифтар, сәхәр ваҡыттарында ашау-эсеүҙең сифатына әһәмиәт биреү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
Тәү сиратта, ураҙаны Хоҙайҙың ризалығы өсөн тотабыҙ. Уның төп маҡсаты – Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, мосолман өсөн фарыз булған ғәмәлде үтәү. Көн буйына ас тороу ихтыяр көсөн нығыта, сабырлыҡ тәрбиәләй. Тыйылыу тәртипкә өйрәтә. Ураҙала лимонад, торт кеүек татлы, синтетик ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Майлы ризыҡтарҙы ла ашамағыҙ. Мөхәммәт бәйғәмбәр сәхәрҙә лә, ифтарҙа ла хөрмә һәм һыу менән туҡланған. Ҡояш байығас, хөрмә йәки финик менән ауыҙ асып, һыу эсергә лә, һуңынан туҡлыҡлы итеп ашарға була. Ризыҡ еңел булһа – яҡшыраҡ. Күберәк бутҡа, еләк-емеш, сәтләүек ашағыҙ. Әлбиттә, организмдағы һыу балансын тулыландырыу өсөн күберәк шыйыҡлыҡ эсергә кәрәк. Уға бал ҡушырға ла мөмкин.
Фитыр саҙаҡаһы күпме?
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында рамаҙан айы тамамланғас бирелә торған фитыр саҙаҡаһының күләме билдәләнде. Мөфтиәт ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда быйыл аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн фитыр саҙаҡаһы – ғаиләнең һәр ағзаһынан 50-шәр һум. Урта хәлле диндарҙар өсөн – һәр кешенән 150-шәр һум. Хәллеләргә – 300-шәр һум. һаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға фиҙиә саҙаҡаһының күләме ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 180 һум тәшкил итә (бер айға 5 220 һум).
Сауабы мең айҙан да хәйерлерәк
Ҡәҙер кисе рамаҙан айының 27-се кисендә (быйыл 31 майҙа) билдәләнә. Уның дауамы – ҡояш байығандан башлап таң атҡанға тиклем. Хәҙистәрҙә: «Ҡәҙер кисенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тип әйтелә. Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын үтәү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу, доғалар ҡылыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ирешеү – быларҙың барыһы ла был кискә хөрмәт күрһәтеү ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.
Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттәрҙән дә артығыраҡтыр. Был мәлдә Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә фәрештәләр Алланан сәләм уҡыр. «Ҡәҙер кисендә бер тәсбих «Собхан Алла», бер тәсбих «Әлхәмдүллилла», бер тәһлил «Аллаһу Әкбәр» әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих һәм тәһлил әйтеүсенән ҡиммәтлелер».
Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр «Лә иләһә илләл ла» тип әйтеүсенең беренсеһендә гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер, икенсеһендә йәһәннәмдән ҡотолор, өсөнсөһөндә йәннәткә инер.
Ҡәҙер кисендә «Әл-Ҡәҙер» («Ҡөҙрәт») сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән берен уҡыған кеүек булыр.
Ҡәҙер кисендә күк ҡабағы ла асыла, тиҙәр. Ул тик бәхетлеләргә генә күренә.
Рамаҙан айында күңелегеҙҙе зекерҙәр, тәсбихтәр, Ҡөрьән уҡыу менән биҙәгеҙ! Теләгәндәрегеҙ тормошҡа ашыр.