RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙ

08.03.2019 Уҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙ

Доға ҡабул булһын өсөн башта тәһәрәт йәки ғөсөл алырға, ғәүрәт ерҙәрҙе ҡаплап кейенергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡһыҙ булһа, фәрештәләре ҡалдырып китә. Доға ҡыла башлағанда, Ҡибла яҡҡа ҡарап, ҡулдарҙы күтәреп һорайбыҙ, сөнки һонолған ҡулды Раббыбыҙ буш ҡалдырмай. Башта гонаһтарыбыҙ өсөн ғәфү үтенеп, тәүбә итеү кәрәк.Аллаһыбыҙҙың беҙгә биргән киң ризығы, сикһеҙ бәрәкәте өсөн мең-мең шөкөр әйтеү мөһим. Доғаны ҡылған ваҡытта, йөрәктә уның ҡабул булырына ышаныс һәм өмөт һаҡлайбыҙ. Күңелдә ихласлыҡ менән Аллаһтың гүзәл исемдәре-сифаттарын, йәғни маҡтау һүҙҙәре әйтеп, һәм Уның рәсүле Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмгә салауаттар уҡырға кәрәк.

Доғаның ҡабул була торған айырым ваҡыттары ла бар. Мәҫәлән, тәһәрәт алғандан һуң, фарыз намаҙҙарынан һуң, аҙан менән ҡамәт араһында, сәждә ҡылғанда, ямғыр яуғанда, зәм-зәм һыуы эскәндә, Сафа, Ғәрәфә тауында торғанда, Ҡәғбәтулла эсендә һорағанда, хаж ваҡытында таш ташлағанда, күмәкләп зекер әйткәндән һуң, Ҡәҙер төнөндә, Рамаҙан айында, ураҙа тотоусының ифтарға тиклем һәм ауыҙ асҡанда ҡылған доғалары ҡабул була. Шулай уҡ юлсының доғаһы, икенсе кеше өсөн уҡылған доға, ата-әсәйҙең балаһы өсөн һорағаны, изге баланың ата-әсәһе өсөн теләгәне, ғәҙел хакимдың һәм нахаҡҡа рәнйетелгән кешенең доғаһы ҡабул ҡылына. Йоҡларға тәһәрәт менән ятып, төн уртаһында уянып теләгән теләктәр тормошҡа аша. Әммә, сиктән сығып, Аллаһтан гонаһлы йәки ярамаған нәмәләрҙе һорарға ярамай. Был донъя өсөн генә түгел, ике донъя өсөн дә теләргә кәрәк. Беҙ үҙебеҙгә был донъя өсөн генә һораһаҡ, әхирәттә өлөшһөҙ ҡалыуыбыҙ ихтимал. Әруахтар өсөн дә сүрәләр, аяттар уҡып тороу зарур. Беҙ был донъяла ашауға нисек мохтаж булһаҡ, улар ҙа теге донъяла шулай уҡ доғаға мохтаж. Уларҙың рухтарын шатландырғаныбыҙ өсөн дә беҙгә сауаптар яҙыла. Һәр ғәмәлебеҙҙе, эштәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡылғанда, бары тик Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип ихлас ниәтләү кәрәк.

Тағы ла шул: доғаның ҡөҙрәте киң, яҙмышты ла фәҡәт доға менән генә үҙгәртергә була. Пәйғәмбәрҙәрҙең доғаларына иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, Юныс пәйғәмбәр 40 көн буйы доға ҡылғандан һуң, Раббыбыҙ уны балыҡ ҡарынынан сығара. Мөхәммәт рәсүлебеҙ ҡылған доғалар беҙгә лә өлгө була ала.
Доғала булайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәлә беҙҙән риза булһын! Изге доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Амин.




Автор: Р. Әлимгужина
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?