01.03.2019 Бисмилла
Армияла саҡта минең менән Тулҡын исемле үзбәк егете хеҙмәт итте.Часҡа яңы егеттәр килгән осор. Төрлө милләт үҫмерҙәрен тотош Союздан тиерлек йыйғандар. Араларында юғары белемлеләре лә, мәктәп партаһы артынан әле генә сыҡҡандар ҙа бар, ҡала-ауылдыҡылар ҙа етерлек. Рота старшинаһы вазифаһында йөрөйөм. Ҡарамағымда – дүрт взводты берләштергән 120 һалдат.
Тулҡынды тәүге тапҡыр кис, ял бүлмәһендә тап ит-тем. Тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле, ҡуңыр йөҙөндәге яҫы ҡаштар, шешенке ҡабаҡтар аҫтынан бешкән муйылдай йызлап янып ҡараған түңәрәк күҙле теремек егет өҫтәл артына ҡулайлап, йәтешләп ултырып алған да үҙ телендә йырлай-мөңгөрләй дәфтәр өҫтөнә эйелгән:
Сагиндим, азизим, сузлар ниги,
Сагиндим, азизим, сагиндим...
Мине күреп ҡалып үрә ҡатҡан башҡа һалдаттарға эйәреп ашыҡмай, абруй-дәрәжә һаҡлап ҡалҡынған сибек кәүҙә ҡулын йөрәге тапҡырына килтерҙе: « Ассолому алейкум, хай-рли тонг, – яурындарымдағы буйынан-буйына таҫма тартылған погондарға, һонтор һыныма күҙ атты, – зур ака! – Күптәнге танышына өндәшәме ни, йылмая биреп өҫтәне лә. – Иш-лар калай?»
Бүлмәләгеләр “пырх” иттереп көлөп ебәрҙе, кемеһелер: “Быстро нашел он родного брата”, – тип әсе телләнеп һүҙ ҙә ҡыҫтырҙы.
Гимнастеркаларына аҡ яға тегеп, төймә ҡаҙап, һөйгәндәренә сәләм хаттары яҙып маташыусыларҙы, китап биттәрен аҡтарыусыларҙы һөҙөп ҡарап күҙҙән үткәрҙем дә ҡәтғи тонда бойорҙом:
– Вольно! Заканчивается время отдыха, через полчаса построение, вечерняя проверка!
Беҙҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырып, һәр кем үҙ шөғөлөнә йомолдо.
Яңы килгән йәш һалдаттың Устав ҡағиҙәләрен белеүе, уны урын-еренә еткереп үтәүе мөмкин дә түгел, шуға рәсми кимәлдә, текә командир бейеклегендә ҡалып, һаман да уры-нында һерәйгән йәш һалдатҡа урыҫсалап ҡырыҫ яуапланым:
– Здравствуйте. Садитесь! – Уның һорауын аңлағанлығымды ла белгерттем. – Не жалуюсь, хорошие у меня дела. – Эргәләге китап кәштәһенә ымланым. – Как только закончишь свое занятие, учи, изучай общевоинский Устав, воин!
Егет ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе:
– Мен урысча белмайман. Бутунли.
– Вы призваны в ряды Советской Армии, так что не придется, а приходится учить могучий, правдивый, свободный русский язык! Читал когда-нибудь Ивана Тургенева?
– Мен тушунмаган.
– Великий русский писатель, слышал такого?
– Ишиткин бар.
– Да, начитанный ты, однако! – Сығыу яғына йүнәлгәйнем генә, тағы ла теге бәйләнсектең бер ҡатлы һорауы ишек тотҡаһына үрелгән мәлдә туҡтатты:
– Ака, исминг нима?
Ҡайырылып унда-бында ишетелеп ҡалған көлөү ауаздарын ҡырҡа бүлдерҙем:
– Разговорщики! Что вы сказали, солдат?
– Как имя твуй? – Түшенә төрттө. – Менинг исмим – Тулкын. Тулкын Иркабаев.
– Старшина вашей роты старшина Тапаков, – шунан саф башҡортсалап өҫтәп ҡуйҙым, – Хәйҙәр минең исемем!
Йәненә танһыҡ мосолман һөйләшен ишеткән Тулҡындың йөҙө айҙай балҡып китте.
Үзбәкстандың төпкөл ҡышлағынан килгән тәбиғәт балаһы менән ошолайыраҡ таныштыҡ. Белеме үзбәк мәктәбенең тулы булмаған уртаһынан ары китмәгән Тулҡын диндар кеше ине, ә ул заманда хәрби хеҙмәттә генә түгел, тотош дәүләт кимәлендә дин ғәмәлдәрен үтәү ҡәтғи тыйылғайны. Ни хәл итәһең, иманһыҙ, рухи тотанаҡһыҙ йәшәнек шулай. Беҙҙә һалдаттарға аҙыҡты ғәҙәттә бер төрлөрәк итеп бешерәләр, бик йыш ҡына сусҡа итен дә ҡулланалар. Аслыҡтан аяҡ һуҙып булмай бит инде, теләү-теләмәүеңә ҡарамай, күңелеңдән ытырғанып булһа ла тәғәмләнергә мәжбүрһең. Ошо шарттарҙа Тулҡынға йән аҫрау әллә күпмегә ауырлаша, ҡатмарлаша. Мәскәүҙең үҙенән килгән шеф-ашнаҡсы Александр Михайлов әҙәпле, инсафлы, зыялы егет ине, сусҡа аҙығынан аш бешерһә, артыҡлап шауламай ғына ошо хаҡта тегеңә еткерә. Ул сағында инде Тулҡындың көнө ҡара икмәккә лә ҡаралай сәйгә тороп ҡала. Ай һайын кәрәк-ярағына 3 һум да 80 тин алған һалдат военторгтан ҡатыҡ-фәлән алып эсһен, тип часта иң аҡсалы, бай кешеләрҙең береһе булараҡ, тегегә хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырышам. Тағы уның туранан-тура коман-диры булараҡ, һалдатымдың дини йолаларҙы үтәүен күрмәмеш тә һиҙмәмеш. Тулҡын игелектең ни икәнлеген белә, яйы сыҡҡанда әҙәпле генә итеп ҡулын йөрәге тапҡырына баҫа: “Катта рахмат!” Уның беҙҙең янда йөрөп ятыуы үҙе үк тәртипкә, таҙалыҡҡа ылыҡтыра. Телен эт ашамаҫ әшәке, хаяһыҙ холоҡло Көнбайыш Украина хохолы Богдан Довбаш та Тулҡын барҙа тоҙло-боросло һүгенеү һүҙҙәрен көсәнеп йотоп, өндәшмәй ҡалырға тырыша, тегенең тәһәрәтенә эйәреп, көн һайын кис аяҡтарын сайып ятыуҙы ғәҙәт итеп алды. Шөкөр, казармала ҡырҡыу еҫ бер аҙ баҫыла төштө.Тағы шуныһы ғәжәп: Богдандың килбәтһеҙ айыуҙай бәһлеүән кәүҙәһе үзбәк егетенең ҡорҙай һыны алдында күҙ менән ҡаш араһында кесерәйә лә ҡала.
Бер көн мине үтә лә етди, яуаплы йомош менән ул саҡтағы Молдавияның, хәҙерге Молдованың баш ҡалаһы Кишиневҡа ебәрергә булдылар. Тегендәге штабҡа мөһим документ-тарҙы тапшырғандан һуң арыраҡ китеп, Дубассары районына ла һуғылырға тейешмен икән. Ярҙамсы кәрәклеге хаҡында һүҙ сыҡҡас, шунда уҡ ышаныслы, күндәм, сыҙамлы Тулҡын Иркәбаевты атаным.
Ғинуар аҙаҡтары. Калининград өлкәһендә һауа шарттары илаҡ, мыжыҡ, бер көн епшек ҡар яуһа, иртәгеһенә шым-шырыҡлап ямғыр һибәләргә тотона. Аҙна-ун көнгә иҫәпләнгән сәфәргә йыйындыҡ, бындағы көн торошона алданып, еңелерәк тә кейендек, буғай. Һалдат һәр саҡ юллыҡ аҙығын үҙе менән йөрөтә бит инде, шуға иртәгә ҡуҙғалырға йыйынғанда аҙыҡ-түлек өсөн яуаплы прапорщик Семен Немировскийҙың складына һуғылдым. Теге, башы менән түгел, аяҡтары менән яҡты донъяға килгән, тиҫкәренән ҡоршалған зат, ошолар ғына ҡалды, тип рюкзак тултырып сусҡа тушенкаларын тоттороп сығарҙы. Ярай әле бирҙе, юғиһә холҡона ярашлы һемәйтеп, алдап, ҡоро сығарыу ихтималлығы ла бар ине. Беҙҙән, Озерскийҙан, утыҙ саҡрымдарҙа ятҡан Черняховск ҡалаһындағы тимер юл станцияһына килеп, поезға инеп дөйөм вагонға тығылып ултырғайныҡ, Тулҡын юл доғаһын уҡып битен һыпырҙы: “Бисмилла. Ок йул!” Шулай итеп Хоҙайға тапшырҙыҡ сәфәребеҙҙе. Барышлай Тулҡынды үҙ аҡсама ашатып алып барҙым. Ҡайтышлай Кишинев менән Одесса уртаһында юл саты рәүешендә ятҡан Раздельная станцияһында бикләнеп тороп ҡалдыҡ, ҡәһәрең. Өс тәүлеккә. Буран юлды ябыу сәбәпле, поездар йөрөмәне лә ҡуйҙы. Эт бәйләһәң торғоһоҙ һыуыҡ, ә беҙҙең өҫтә – шинель дә башта ҡолаҡсынлы булһа ла буҫтауҙан тегелгән, йылы тотмаған кәпәстәр. Кирза итектәрҙән үтәләй бәргән һыуыҡ аяҡтарҙы тумбыҡтырып сәңкетә, тотош тәнде ҡалсылдата. Көнъяҡ кешеһе булараҡ, Тулҡынға икеләтә ауыр.
Поездар туҡталғас, халыҡ та юҡ самаһында. Вокзал шаңғырап тора. Бер мөйөштө биләгән буфет та бикле. Тушенка етерлек, ә бына икмәк юҡ. Кишиневта опера һәм балет театрына зерә барғанбыҙ, тип үҙемде эстән генә битәрләйем, кеҫәлә баҡыр тәңкәләр сылтыраһа, аҙыҡ-түлек артынан ҡалаға барып килеп тә булыр ине бит. Карл Маркс үҙенең “Капитал”ында “материя первична, а сознание вторично” тип хаҡ яҙған, сәнғәт, мәҙәниәт менән генә тамаҡ туймай икән. Һаҡалтай ошо аҡыллы һүҙҙәрен, моғайын да, берәй төпкөлдә беҙ фәҡирҙәр ише асығып ултырғанда яҙғандыр. Юғиһә ундай тәрән мәғәнәгә эйә фекер туҡ әҙәмдең башына килмәҫ тә, ҡунмаҫ та! Уның ҡарауы Тулҡын театрҙа үҙен әкиәт донъяһына барып юлыҡҡандай хис итте – күҙҙәре дәртле, илһамлы йылтырайҙар, буйы ла бер ҡарышҡа үҫеп киткәндәй. Урамға сыҡҡас та әле бер килке батша аҙымдарына оҡшатып, баҫып маташты. Батша тигәндәй, бындай хәл урынһыҙ ураҙа барышы менән барһа, тиҙҙән Борис Годунов арияһын, зал уртаһына баҫып, үҙемә башҡарырға тура киләсәк. Шулай ҙа минең кафырлашыуға ҡоролған, харам ризыҡ ейергә күнгән ҡорһағым сағыштырмаса һыйлы, нисек тә бирешмәйем, ә Тулҡындың көнө һуңғы сиктә боҙло һыуға тороп ҡалды. Иртәнсәк тә ашаманы был, төшкөһөн дә, кискеһен дә. Иртәгеһен таң менән былай тинем:
– Тулкын, так дальше продолжаться не может, через не могу, через не хочу ешь тушенку!
Был ҡаршылашып баш һелкә:
– Ёк! Мумкин емас!
– Нельзя, нельзя! Ешь, сказал!
– Ёк! Гунах! Чучка гушти!
– Свинья тоже создание природы. Питайся свининой, но не будь свиньей!
– Мен чучка?!
– Нет, не свинья, а упрямый осел Хаджи Насретдина!
Бер-беребеҙгә үпкәләп, вокзал залының ике башына барып суҡайҙыҡ. Ғәйепле икәнлегемде тойоп, бер аҙҙан тегегә яҡынланым:
– Тулкын, извини, я не прав! Давай на мировую, а?!
Ярашыу билдәһе итеп, ҡулдарҙы ҡыҫыштыҡ. Тағы ла бер тәүлек үтте. Һалдатым асығыуын дауам иткәс, сыҙамай яңынан тоҡанып киттем:
– Тулкын, я твой непосредственный командир, поэтому не заставляю тебя питаться свининой, а приказываю!
Теге был юлы өндәшмәй еңергә итә.
– Вы меня хорошо поняли, рядовой?!
– Пунял канишне, как не панимать?! Хайдар ака, вы очень дубрый, хароший человек, это я знаю. Прашу тебя, не заставляй мине делат гунах!
– Мы тут одни, нас никто не видит! Никто, понимаешь!?
– Аллах там, – вокзалдың ҡаҡ түшәменә ҡарашын атты, – все видит, все замечает!
– Ну хорошо, тогда перед Богом я отвечу, в полном объеме отвечу! Выполняй приказ!
Тулҡын ауыҙынан ниҙер уҡынды ла бисмиллаһын шыбырҙап, алдындағы кәнсиргә үрелде.
Часҡа ҡайтҡас, Тулҡын менән дуҫлашып киттек, командир менән һалдат арауығын һаҡлап, әлбиттә. Мин дә һәр эште бисмилланан башларға өйрәндем. Быны һиҙеп-күреп йөрөгән, хәҙер инде урыҫ телендә апаруҡ арыу ғына һупалаған Тулҡын һүҙ араһында әйтә ҡуйҙы:
– Каждое доброе дело начинают со слов “бисмилла”.
– Если это дело не очень доброе, что тогда?
– Все равно это священное слово разгоняет шайтанов и облегчает гунах перед Аллахом!
Ә теге саҡ Тулҡындың бисмилла әйтеп сусҡа итен ашауына килгәндә, ирекһеҙҙән ғәйре, сараһыҙҙың көнөнән башҡарылған ғәмәл гонаһҡа иҫәпләнмәйҙер ул. Иҫәпләнгән хәлдә лә яҡынымды асыҡтырмау маҡсатында ауыр гонаһты үҙ өҫтөмә алдым бит. Тимәк, Алла алдында ғәйеплемен, гонаһлымын.