22.01.2011 «Тыныслыҡта булһын уйыбыҙ»
Иман – күңелебеҙ нуры, Аллаһыға инаныуыбыҙ хисе менән тулы йөрәгебеҙ сафлығы, рухыбыҙ ышығы. Үҙең өсөн донъялағы барлыҡ матди байлыҡтарҙан да өҫтөн булған ниндәйҙер рухи таяныстың булыуын тойоу ҙа берәүҙәр өсөн йәшәү мәғәнәһе. Ниндәй генә ғәмәлдәр башҡармайыҡ, тормошобоҙҙа беҙҙе Ислам әҙәбе, тәртибе, йолалары оҙата килә, тыйыуҙары яңылыш аҙымдарҙан аралай, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин менән республикала мосолмандар тормошо, рухи ҡиммәттәр, назараттың эше хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Нурмөхәмәт хәҙрәт, ниндәй хәстәрҙәр менән янып йөрөгән көнөгөҙ? Дин әһелен бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының төп мәсьәләләре булып республикала милләт-ара татыулыҡ, рухи яңырыу, Исламдың беҙгә тиклем килгән ҡиммәттәре үҙгәргән мәлдә татыулыҡ, тыныслыҡты һаҡлау тора. Аллаһы Тәғәлә ҡөрьәндә лә: «Тыныслыҡҡа бергәләп килегеҙ!» – тигән. Тыныслыҡ ул кешенең тәү сиратта үҙенән башлана, тип уйлайым. Татыулыҡҡа ҡоролған милләт-ара мөнәсәбәттәр – тыныслыҡтың бер күренеше. ҡанундарҙы үтәп, Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙән дә башлана тыныслыҡ.
Ошо йәһәттән бер көләмәс тә иҫкә төшә. Атеизм хөкөм һөргән ваҡытта уҡытыусы дәрес үткәрә. Дәрестең практик өлөшөндә урамға сығып, балаларға: «Башығыҙҙы күккә сөйөгөҙ ҙә, Алла юҡ, тип ҡысҡырығыҙ!» – ти. Бөтә синыф ҡысҡыра, тик бер бала ғына өндәшмәй тик тора. Уҡытыусы, ғәжәп күреп, унан: «Һин ни эшләп ҡысҡырмайһың?» – тип һорай. Малай ике төрлө яуап бирә. «Әгәр Алла юҡ икән, ниңә ҡысҡырырға? Урамға сығып ҡысҡырыу ахмаҡлыҡ түгелме?» – ти.
Баланың икенсе яуабы ла була. «Хоҙай бар икән, ниңә мөнәсәбәтте боҙорға?» – ти ул. Малайҙың икенсе яуабы бигерәк тә тәрән фәлсәфәгә эйә. Ошо иге-сиге булмаған ғаләмдә бөтөн есемдәрҙең хәрәкәте бер тәртиптә бара, орбитанан сыҡмай икән, ниңә уның йүнәлешен борорға, үҙеңсә эшләргә маташырға? Беҙ үҙ аҡылыбыҙ менән Аллаһы Тәғәләгә ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртергә, уның барлығына инанырға тейешбеҙ. Хоҙай әҙәм балаһына ла, башҡа йән эйәләренә лә айырым аҡыл биргән. Ул аҡыл быуаттан-быуатҡа Хоҙай хикмәте менән күсә. Бөжәктәр ҙә, бал ҡорттары ла, күбәләктәр ҙә йомортҡанан сығыу менән үҙ вазифаларын белә. Йорт хайуандарын да Аллаһы Тәғәлә етерлек аҡыл менән яралтҡан. Әгәр ҙә уларҙың аҡылы әҙәм балаһынан өҫтөнөрәк булһа, улар хужаларына буйһонмаҫ, файҙа килтермәҫ ине.
Тыныслыҡ төшөнсәһе ғаиләнән башлана, сөнки ул – бәләкәй генә бер дәүләт. Ир – баш, ҡатын – муйын. Хужа тапҡан малды ҡатын кеше файҙаға тотона, ғаилә усағын йылыта. Ғаилә – балаға тәрбиә һалған, милләт, тел рухын һеңдергән тәүге сығанаҡ. Сабый тормошҡа беренсе ҡарашын ғаилә эсендә ала. Компьютерға яҡшы программа ҡуйыла икән, ул төрлө вирустарға бирешмәй, оҙаҡ хеҙмәт итә. Татыулыҡҡа, берҙәмлеккә бала ғаилә тигән оло бер дәүләттә өйрәнергә тейеш, тип иҫәпләйем.
Тыныслыҡ урамдан, ауылдан башлана. Күршеләребеҙ, ауылдаштарыбыҙ менән фекерҙәребеҙ уртаҡ, насар күренештәргә бергәләп көрәшәбеҙ, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы ла бергәләп уртаҡлашабыҙ икән, бында, тимәк, бергәлектә бәрәкәт тә бар.
Ауылы берҙең – ҡәүеме бар. Туғандар менән мөнәсәбәттәребеҙҙең көйлө булыуы ла бәрәкәт. Нәҫелеңдең тамырын онотмау ҙа – Ислам бәрәкәтендә. ҡәрҙәшлек, туғанлыҡ та кеше мөнәсәбәтендә ҙур урын алып тора.
Татыулыҡ күршеңдән башлана. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә үҙенең хәҙисендә: «Күршеңдең хаҡын үтә», – тигән. «Йорттан алда күршеңде һатып ал, юлға сыҡмаҫтан алда юлдашыңды һайла», – тип әйтелә. Күршелек мөнәсәбәтенә, уның хаҡын һанлауға ла ҙур иғтибар бүлергә тейешбеҙ.
Тыныслыҡ – илдең ҡануниәтенә буйһоноу, илде һаҡлау.
– Исламды боҙоп күрһәтеүселәргә ҡарата ла, дин әһеле булараҡ, һеҙҙең фекерҙе ишетке килә.
– Ватаныңды һөйөү – имандың бер өлөшө. Урал буйы – Ер шарының изге бер төйәге. Бынан 11 быуат элек халҡыбыҙҙың Ислам динен ҡабул итеүе уның бер дәлиле. Уны ҡабул иткәндән һуң да төрлө хөрәфәттәр менән диндән ситләштереүҙәр, ҡаршы тороуҙар булған. Уның ошо көнгәсә һаҡланыуы бер мөғжизә. Исламды әле лә хата юлдарға бороусылар юҡ түгел. Улар араһында «Тәхрир Ислам» партияһы вәкилдәре, ваһабиттар, сектанттар һ. б. бар. Ошо хәрәкәттәргә ҡаршы тороп, тура юлдан алып килгән ғалимдарға, мөғәллимдәргә халҡыбыҙ исеменән рәхмәт әйтеп, доға ҡылабыҙ. Күп һанлы милләт вәкилдәре араһында Рәсәйҙә Исламдың һаҡланып килеүе үҙе уникаль күренеш булыуын беҙҙә хатта Кувейт ғалимдары ла өйрәнә.
Ниндәйҙер аҡылға һыймаҫлыҡ фекерҙәр менән Ислам диненең нигеҙен ҡаҡшатырға тырышыусылар, тыныс ҡына барған кәмәне сайҡалдырырға ынтылыусылар элек тә булған, буласаҡ та. Әммә беҙ Рәсәйҙең милләт-ара, дин-ара татыулығын боҙоусылар ҡотҡоһона бирелергә тейеш түгелбеҙ. Хатта, Рәсәйҙә хәлифәт төҙөйбөҙ, тип йөрөүселәр барлығын да ишетеп торабыҙ. Аллаһы Тәғәлә ҡөрьәндә лә: «Аллаһы Тәғәлә юлына күркәм вәғәз менән саҡырығыҙ, ә ҡорал, өркөтөү менән түгел», – тип бойорған. Ил етәкселәренә буйһоноу ҙа – изгелек, тыныслыҡҡа барған юл. Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм дә: «Әгәр ҙә берәй илгә барып инһәгеҙ, унда солтан юҡ икән, ул илде урап үтегеҙ», – тигән. Етәксе булмаған урында тәртип, ҡағиҙә юҡ, хаос хөкөм һөрә. Дәүләттәр араһындағы тыныслыҡ та – оло байлығыбыҙ. «Бөтөн кешелек донъяһы ҙур кәмәлә ултырып барған кешеләр миҫалы», – тиелә хәҙистә. Карапта берәйһе капитандан баш-баштаҡланып ниҙер эшләй икән, уның һәләкәткә осрағанын көт тә тор.
Тыныслыҡ – донъя байлығы. Донъяла шул тиклем күп ҡорал тупланған. Ул шартлаһа, Ерҙең күсәренән ысҡыныуы ла ихтимал. Тыныслыҡ күңелебеҙҙә, ғаиләбеҙҙә, донъябыҙҙа булһа ғына Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмер бүләген бергә һүтербеҙ, артыбыҙҙан изге әҫәрҙәребеҙ ҡалыр, беҙҙән һуң да беҙгә доға ҡылыусыларыбыҙ булыр, ваҡытында ҡояшыбыҙ балҡыр, тулған ай ҡалҡыр, халҡыбыҙҙың күңелендә йәшәү дәрте һүнмәҫ.
– Беҙҙең халыҡта ишандар, әүлиәләр күп булған. Изге ҡәберҙәр, тип, уларҙың һөйәге ятҡан урындарҙы эҙләп табып, зыярат ҡылыусылар күбәйҙе. Дин әһеле булараҡ, был күренешкә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
– Башҡорт халҡында «Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел» тигән әйтем бар. Ләкин мин уны дини күҙлектән сығып үҙгәртеп, «Үлгәндәрҙең хәтерен бел» тип әйтер инем. Беҙҙең диндә зыярат ҡылыу мосолманға мотлаҡ шарт һаналмай, ә мәрхүмдәрҙең рухы шат булһын, улар онотолмаһын өсөн доға ҡылыу ғына ғибәҙәт. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың изге эштәрен онотмаҫҡа, күңелебеҙҙә һаҡларға тейешбеҙ. Шул-шул урында әүлиә ерләнгән, изге ҡәбер янына ғибәҙәт ҡылырға барабыҙ, тип сәйәхәт ойоштороусылар барлығын ишетеп торам. Был – Исламға тура килмәгән эш.
Беҙ хажға барғанда, әлбиттә, олуғ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡәберенә барабыҙ. Әммә был ғәмәлде ғибәҙәт өсөн түгел, уға сәләм биреү өсөн генә башҡарабыҙ. Әүлиәләрҙе онотмау, улар хаҡындағы хәтерҙе тергеҙеү – изге эш. Зыярат ҡылғансы, дин ҡәрҙәштәрем, Аллаһтың рәхмәте булһын, тип доға ҡылһа, сауаплыраҡ ғәмәл башҡарырҙар ине.
– Баш ҡаланың Салауат Юлаев проспектында заманса проект буйынса ҙур мәсет төҙөлә башлағайны. Төҙөлөшкә төрлө ойошмаларҙан күп кенә аҡса ла күсерелде. Әле унда төҙөлөш эштәре нисек бара?
– Аллаға шөкөр, төҙөлөш эштәре дауам итә. Төҙөлөшкә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов ҙур иғтибар бүлә (ул попечителдәр советы етәксеһе). Өфөнөң визит карточкаһы буласаҡ 70 метр оҙонлоғондағы дүрт манаралы иман йорто беҙгә килгән ҡунаҡтарҙы үҙенең күркәмлеге менән арбап торор, тип ышанғы килә.
– Башҡортостанда дини кадрҙар ҡайҙа әҙерләнә? Улар дин белгесе булыу менән бергә өҫтәмә һөнәрҙәр алып сығамы? Сит илдәрҙең дини уҡыу йорттарында уҡыусыларға нисек ҡарайһығыҙ? Сөнки традицияларҙа уртаҡлыҡ булмауы ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтарға килтермәҫме?
– Өфөлә Башҡортостан мосолмандары диниә назаратына ҡараған «Ғәлиә» мәҙрәсәһе, М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы, Стәрлетамаҡта «Нур-әл-иман» мәҙрәсәһе эшләп килә. Әле Сибай ҡалаһында мәҙрәсә асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Уҡып сыҡҡан йәштәребеҙҙең 40 – 50 проценты үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. ҡалғандарының иманды үҫтереп йәшәүе лә мәртәбәлер, тип уйлайым. Ғилем дә – ғибәҙәттең иң олоһо. Өҫтәмә һөнәр алыуға килгәндә, әле был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндәбеҙ. Был өлкәлә эштәр башланып тора.
Мәҙрәсәне уңышлы тамамлағандарҙы Мысырҙың юғары дини уҡыу йорттарына уҡырға ебәрәбеҙ.
Сил илдәрҙең ҡанун-ҡағиҙәләрен үҙләштереп, бында ҡайтҡас эштәрендә ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар булмаһын өсөн дә мәҙрәсәлә дини белем алғандар ғына сит илгә бара.
– Рус православие сиркәүе мәрхәмәтлелек йөҙөнән ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтә. Һеҙҙең назарат та был эштәрҙән ситтә ҡалмайҙыр...
– Әлегә ундай мөмкинлегебеҙ юҡ. Бик мохтаж булып ярҙам һорап килһәләр, шәхсән үҙем матди яҡтан ярҙам күрһәткәнем бар. Күҙ йәше түккән булып, эсеүгә аҡса табыусылары ла осрап ҡуя ҡайсаҡ...
– Күптәр үҙҙәренең насар ғәҙәттәренән иманға, тәүбәгә килеп арына...
– Әҙәм балаһының аҡылына, тәүбәгә килеүе хуплауға лайыҡ. Дин әһелдәре ундайҙарға кәңәштәре менән ярҙам итеп торорға ғына тейеш. Эскелектән нисек арынайым икән, тип миңә лә күптәр кәңәш һорап килә. Аллаһы Тәғәлә алдында ант иттереп, эсмәйем, тигән вәғәҙәләрен алам. Ысынлап та, беҙҙең арала, ихтыяр көсөн егеп, нәфселәрен йүгәнләгән ир-егеттәребеҙ бар.
Төрлө райондарға мәсет асырға йөрөгәндә лә тәмәке тартҡан ирҙәрҙе күрәм дә, уларҙы оялтып, бөтә халыҡ алдында вәғәҙәһен алып, Аллаһы Тәғәлә менән ант иттерәм.
Шулай, Асҡын районының Янкиҫәк ауылына мәсет асыу тантанаһына барырға тура килгәйне. ҡунаҡтарҙы юғарыраҡ урынға урынлаштырҙылар. Күрәм, халыҡ араһында ситтә бер егет тәмәке көйрәтеп тора. Бер яҡтан, ул эргә-тирәһендәге кешеләрҙе лә тәмәке төтөнө менән ағыулай, икенсенән, үҙенең һаулығына ла зыян килтерә. Был йәмһеҙ күренеште күҙәтеп тороуы ла оят булып китте. Егетте саҡырып алдым да, бөтә шаһиттар алдында: «Аллаһы Тәғәлә менән ант итәм, башҡаса тәмәкене ауыҙыма алмайым!» – тип әйттерҙем. Үҙенең вәғәҙәһе тураһында ҡулына ҡағыҙ ҙа тотторҙом. Хоҙайға һүҙ биреүҙең көсө бар ул. Исламдағы бойороуҙар, тыйыуҙар кеше булмышының, ҡылығының, йәшәйешенең сәләмәт, бәрәкәтле, күркәм булыуын хәстәрләй.
– Һеҙҙән кәңәш, ярҙам, дини ғәмәлдәрҙе башҡарыуҙы һорап килеүселәрҙе күргәнем бар. Бер ханым никах уҡыуҙы һорағас, һеҙ уның менән әңгәмәләштегеҙ ҙә, ирҙең тәүге ҡатынынан законлы рәүештә айырылмауын белгәс, никах уҡыуҙан баш тарттығыҙ...
– Дини кеше дини ҡанундарға тоғро, халыҡҡа үрнәк булырға тейеш. Исламда никахҡа ҡарата айырым ҡанундар бар. Тейешле шарттар үтәлмәһә, гиддәт ваҡыты сығып етмәһә, ҡыҙҙың ризалығы, шаһиттар булмаһа, никах дөрөҫ түгел. Ваҡытлыса никах та дин алдында бер ниндәй ҙә көскә эйә булмай. Никах доғаһы уҡыу менән генә эш тамамланмай бит әле, ғаилә ҡорғандарға бер-береһе алдындағы бурыстарын, ил, туғандары алдында яуаплылыҡ тойғоһо ятыуын да аңлатырға кәрәк. Граждан никахы ла бөгөн модаға инеп китте. Ислам ваҡытлы никахтың барыһын да кире ҡаға һәм ғүмерлек никахты ғына таный.
– Һеҙҙе ишле ғаилә башлығы, инсафлы, тәрбиәле, рухлы ҡыҙҙарҙың атаһы булараҡ беләбеҙ.
– Аллаһы Тәғәлә йомшаҡ күңелле атайҙарға – ҡыҙ бала, ғәйрәтле атайҙарға ир бала бүләк итә. Шөкөр, ғаиләбеҙ ишле. Ғаиләлә бер бала булһа, ул туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен күрмәй, ата-әсә хеҙмәтен файҙаланып ҡына үҫә, тигән фекерҙәмен. Бар иғтибарҙы, хөрмәтте татыған был сабый эгоисҡа әйләнеп, олоғайғас та шул ярҙамды көтә. Ишле ғаиләләрҙә балалар бер-береһен яҡлап, берҙәм булып үҫә. «Яңғыҙҙың яны юғалһа ла табылмаҫ, күмәктең уғы юғалһа ла табылыр» тигән бик тапҡыр әйтем дә бар беҙҙең халыҡта. ҡыҙҙарыбыҙ Тәнзилә, Айгөл, Гүзәл йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне – юғары уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап, үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Кесебеҙ Миләүшә, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө нефть-техник университетында белем ала. ҡала мөхитендә үҫһәләр ҙә, ике телде лә берҙәй яҡшы беләләр. Тәрбиәнең эталоны юҡ, ул күп ҡырлы. Бәғер емештәребеҙгә тәрбиә биреү ғүмер буйына бара. Ғаиләлә ата-әсә мөғәмәләһе, татыулыҡ та – бала өсөн дәрес. Бала бәхетле булып үҫһен, ата-әсәһенә ҡыуаныс килтерһен өсөн, күңелендә рух тойғоһон үҫтереп, иман орлоҡтары һалып, мәрхәмәт һәм шәфҡәт менән үҫтерә белергә кәрәк.
Зөһрә ЙӘһҮҘина әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.