05.10.2018 Ир һәм ҡатын хаҡы
Ғаилә тормошо менән йәшәүсе һәр ҡатын-ҡыҙ өҫтөндә оло бурыс – ир хаҡы, уға итәғәтле булыу. Хоҙай гүзәл заттың донъялағы һәм әхирәттәге дәрәжәһен, бәхетен иренә булған мөнәсәбәте менән бәйләгән.
Бер ваҡыт Мөхәммәт бәйғәмбәргә бер ханым килә. Бәйғәмбәр унан:
– Һинең ирең бармы? – тип һорай.
– Эйе, – тип яуап бирә ҡатын.
Алла илсеһе:
– Иреңә ҡарата мөғәмәләң нисек? – тип ҡыҙыҡһына.
– Мин уға булған хеҙмәтемдә һәм итәғәтемдә кәмселек килтермәҫкә тырышам, – тип яуап бирә. Шул ваҡыт бәйғәмбәр уға:
– Иреңә булған мөнәсәбәтеңә иғтибар ит, сөнки ул – һинең йәннәтең, һинең йәһәннәмең, – тип әйтә.
Ирегеҙгә итәғәт итеүегеҙ йәннәтле итһә, итәғәтһеҙ булыуығыҙ утҡа инеүгә сәбәп булыр. Ир – хужа, ҡатын – ҡабырға. Ғаиләлә ир – ир урынында, ҡатын ҡатын булып ҡалырға тейеш. Аңлашылмаусанлыҡтар тыуғанда ла ҡатын иренә: “Ул – хужа. Һуңғы һүҙҙе хәләл ефетем әйтергә тейеш”, – тип, юл ҡуйырға бурыслы. Ир ҙә: “Өйҙә кем хужа?” – тип өҫтәл һуғырға түгел, хужалығын ҡайғыртыусы булараҡ, ҡатынына юл ҡуйырға өйрәнһен. Бәйғәмбәребеҙ: “Ҡатын-ҡыҙ ҡабырғанан яралған, һинең өсөн ул бер ҡасан да тураймаҫ. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың рәхәтен күргең килһә, кәрәклегенә ҡарамай ғына күр. Уны турайтырға тотонһаң, һындырырһың. Һындырыуың – талаҡ ҡылыуың”, – тип иҫкәрткән. Аллаһы Тәғәлә илсеһе был һүҙҙәре менән гүзәл заттың үҙенә генә хас психологияһын аңлата. Ҡатындар бер ҡасан да донъяға ирҙәр кеүек ҡарамаясаҡ. Шуға ла ирҙәр уларҙың донъяларын күрә, аңлай белергә, хөрмәт итергә өйрәнергә тейеш. Хужаның юл ҡуя белеүе, ҡайһы бер ирҙәр уйлағанса, уның көсһөҙлөк билдәһе булып тормай.
Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән лайыҡлыраҡ ир юҡ, ләкин ул йыш ҡына ҡатыны Ғәйшәнең йәшлеген аңлап, уның ҡайһы бер ҡылыҡтарын ғәфү иткән. Бер ҡасан да ҡул күтәрмәгән.
Ерҙә хаталанмаған кеше юҡ. Шуға күрә динебеҙ кешенең яман сифаттарын түгел, ә яҡшы сифаттарын күрә белергә өйрәтә. Аллаһы Тәғәлә лә: “Ҡатындарығыҙ менән яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Әгәр ҙә уларҙа берәй нәмәне оҡшатмаһағыҙ ҙа, әммә сабыр итһәгеҙ, Алла һеҙгә күп хәйерлек бирер”, – тигән.
Фудайл ибн Ғийәд риүәйәттәре буйынса, имам Әбү Бәкер ибн әл-Лүбәдтең итәғәтһеҙ ҡатыны була. Ул теләһә ниндәй һүҙҙәр әйтеп, ирен аҙаплай. Бер көндө: “Һин – зинасы! Хеҙмәтсе ҡатын менән йөрөйһөң!” – тип ҡысҡыра. Быны ишетеп торған шәкерттәр имамға, был ҡатыныңды айырып ебәр, тип кәңәш бирә. Имам: “Айырһам, икенсе бер мосолман уның менән интегер, тип ҡурҡам. Бәлки, уның яуызлығы сәбәпле, Аллаһы Тәғәлә мине ҙур бәләнән һаҡлар. Атаһының ышанысын аҡламаҫмын, тип тә ҡурҡам. Өйләнер ваҡыт еткәс, бер нисә кешенән ҡыҙын һоратып барҙым, бирмәнеләр. Ә ул ҡыҙын Хоҙай ризалығы өсөн бирҙе. үтенесемде кире ҡаҡмай, ҡайным миңә шулай изгелек ҡылды. Мин талаҡ әйтеп, ҡыҙын айырып, уға рәхмәт әйтәйемме? Һәр кешенең тормошонда михнәте була. Минең михнәтем – улдыр”, – тип яуаплай.
Ни сәбәпле хөрмәткә лайыҡ ғалим тормошондағы кәмһетеүҙәргә сабыр иткән?
Имам ғаиләһендәге өс нәмәгә иғтибар йүнәлтә.
1. Әгәр ҙә ул үҙенә килгән һынауҙан баш тартһа, ҡәрҙәшенә килергә мөмкин. Үҙеңә теләгәнде ҡәрҙәшеңә телә, үҙеңә теләмәгәнде теләмә.
2. Әҙәм балаһының иңенә төшкән һынауҙарҙы ниғмәт булараҡ күрә белеү. Бәлки, ҡатыны аша килгән һынауҙарға сабыр итеүе менән Хоҙай уны ҙур бәләләрҙән һаҡлағандыр.
3. Үҙеңә ҡарата эшләнгән изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтарыу. Ҡатынының атаһы имамдың үтенесен кире ҡаҡмаған икән, ул да изгелек менән уға яуап бирергә тейеш. Ғаилә тормошо үҙ эсенә ир менән ҡатынды ғына түгел, башҡа туғандарҙың, ҡәрҙәштәрҙең дә хаҡын ала. Тормошта аҡыл ҡыҙыулыҡтан, сабырһыҙлыҡтан алда йөрөргә тейеш.