RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иманға ҡайтыу йәштәре

11.01.2011 Иманға ҡайтыу йәштәре

йәки Бисмиллалы аштың иҫ киткес тәмен белегеҙ
Көҙҙөң сыуаҡ, ҡояшлы көндәрен дә ҡатын үҙенең тормошоноң ҡырҡа үҙгәреүенә бәйләне. Ап-аҡ болоттар­ҙың күк йөҙөндә төрлө булып йөҙөүенә ҡарап рәхәтлек кисерҙе, шарҡылдап көлдө. Йортоноң ал­дында үҫеп ултырған саған ағастары ла уға ҡарап йылмайғандай булды. Тик өйөнөң, төҫтәре уңып, янындағы ике ҡатлы кирбес йорт янында бер байғош һымаҡ ултырыуын күреп, ҡатындың күңеле болоҡһоно. “Йә инде, үҙем генә түгел, өйөм дә таушалып бөткән. Ә бит уның да нур бөркөп ултырған сағы бар ине”, – тип уйланы ул.
Эйе, ҡасандыр был өй беҙ, бала-саға, өсөн дә иҫ киткес булып күренә ине. Тәҙрә төбөндәге төрлө аллы-гөллө сәскәләр күҙҙе ҡамаштыра, ә унда бешергән тәмлекәстәрҙең еҫе! Бер ул үҫтергән Һылыу апай (беҙ уны шулай йөрөтә торғайныҡ) ире менән урамдан ҡултыҡлашып үтеп китһә, артынан оҙаҡ ҡына ҡарап ҡала инек. Сөнки әсәйҙәребеҙҙең оҙон толомо эргәһендә (ҡәҙерле кешеләребеҙ беҙҙе ғәфү итә күрһен) был апайҙың ҡырҡтырып, бөҙрәләтелгән, һары сәстәре әкиәт ҡыҙыныҡы төҫлө күренә.
Үрләү өсөн ауыр һәм ҡатмарлы юл үтергә тура килһә, түбән тәгәрәүе күҙ асып йомған арала була. Был ғаиләне ҡасан ҡара һөрөм ҡапланы икән? Күрәһең, тормош мәғәнәһе булған берҙән-бер улдары ситкә сығып киткәс, ата-әсә юғалып ҡалғандыр. Һөйөклө балалары хат яҙып та мәшәҡәтләнмәгән, тиҙәр. Ә уның бер мәрйәгә өйләнгәнен ата-әсә телефон аша ғына ишетә. Юҡ, һәр кемдеке кеүек, улдарының да матур, мул табынлы туй мәжлесе була. Тик унда донъялағы иң ғәзиз кешеләренә генә урын табылмай.
Был оятты ғаилә башлығы күтәрә алмай. Тәүҙә ҡатынына: “Һин уны шундай эшкинмәгән итеп тәрбиәләнең!”– тип ҡул күтәрә, унан эсә башлай. Икеһе лә эшләп йөрөгәс, аҡса бар. Тәүҙә йыш ҡына ҡунаҡ йыялар, үҙҙәре лә мәжлес уртаһында йөрөргә ярата.
Кешенең һаулығы нисек кенә ныҡ булмаһын, көн дә иҫерткес эсемлектәр менән ағыулаһаң, ул ҡаҡшай. Ғаилә башлығы ауырып, түшәккә ята. Ошо саҡта Һылыу апайҙың ғүмер буйы яратҡан, ҡәҙерләп кенә йәшәгән ирен тышҡа сығарып ташлауы ҡаты бәғерле кешеләрҙең дә йөрәген семеткеләп ала. Аяғына баҫа алмаған йорт хужаһының аҙарынып ҡысҡырыуын күршеһе ишетеп ҡалмаһа, ул шунда туңып үлгән булыр ине, моғайын. Ысынлап та, ҡатынды ен алмаштырғандай була. Ул ауырып ятҡан ирен туҡмай, мыҫҡыл итеп йортона ирҙәр йыя, улар менән мәжлес ҡора. Табиптарҙың ауырыу иренә эсергә ҡушмағанын белеп, юрамал уның ауыҙына, шаҡарып, араҡы ҡоя. Был ғибрәтле хәл нимә менән барып бөткән булыр ине, әммә ағаһының ниндәй хәлдә йәшәгәнен белеп ҡалған һеңлеһе уны алып ҡайтып китә. Ире, ҡатыны һатып эсеп бөтмәһен өсөн, йорт йыһаздарын алдырта. ҡотһоҙ, һыуыҡ йортта яңғыҙы ҡалған ҡатын шашынып эсә башлай. Туғандары, дуҫтары, таныштары уны урамда урап үтә. Һәр саҡ һылыу, матур ҡатындың күҙ алдында ҡарасҡыға әүерелеүен күреп, был хәлде ғибрәт итеп һөйләйҙәр.
Һылыу апайҙың урам буйлап болғаңлап, әшәке һүҙҙәр һөйләп килеүен күреп, бала сағымдың иң яҡты, матур хәтирәләре юҡҡа сыҡҡандай тойолдо. Ә күҙҙәре!.. ҡасандыр мәрхәмәтле зәңгәр күҙҙәр танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Мәғәнәһеҙ, шул уҡ ваҡытта йөрәк әрнеүе сағылған яралы ҡараш ине ул.
Йәйгеһен уның эсеүен ташлауы тураһындағы хәбәр бар таныштарын урап үтте. “Булмаҫ, ташлаһа ла, киренән эскегә һалышасаҡ”, – тине ҡатынды тик иҫерек күреп өйрәнгән кешеләр. “Хоҙай түҙемлек бирһен. Был эшһөйәр, сабыр бала шайтанынан ҡотолор ул”, – тип ҡыуанды уны килен булып төшкәндән алып белгән ололар.
Белмәйем, “ҡотолдо” тиеүем иртәрәк булырмы икән? Әммә быйыл был йортҡа иман ҡайтҡандай булды. ҡапҡа, тәҙрә яңаҡтары, рәшәткәләргә матур йәшел, зәңгәр төҫ ҡунды. ҡорғандар кершәндәй ағарып, быялаларҙа нур уйнап китте. Урамдағы инәйҙәр Һылыу апайға буяу, башҡа кәрәк-яраҡтарын бирҙе. Ураҙа ваҡытында ҡатынды ауыҙ асырға саҡырғас, ул бик оҙаҡ илаған, тиҙәр. Йәмле тормошҡа, иманға ҡайтыу, кешелек тойғолары яңынан уяныу йәштәре булғандыр, күрәһең. Инәйҙәр уның йортона барып, аят та уҡып ҡайтҡан. Кешеләрҙең, бигерәк тә ололарҙың, уны үҙ ҡурсыуы аҫтына алыуы, был йорт тирәһендә өйрөлөп йөрөгән теләһә ниндәй эскеселәрҙе ҡыуып ебәреүе лә ҡатынға яңы тормош башларға ярҙам иткәндер, моғайын.
“Быйыл, минең эшем күп булғас – өйҙө эстән-тыштан һыларға, буярға, сүп-сарҙан таҙартырға кәрәк, Хоҙай Тәғәлә йәйҙе лә оҙайтты. Иптәшем ғәфү итеп, ризалыҡ бирһә, уны ла алып ҡайтыр инем. Ә улым... Ысынлап та, уның ата-әсәһен үҙ тормошонан кәрәкмәгән әйбер кеүек сығарып ташлауы беҙҙе юлдан яҙҙыр­ғайны. Ә бәлки, был тормошҡа ҡул һелтәп, аҙғынлыҡҡа баҫырға һылтау ғына булғандыр? Улыбыҙҙың Ер шарының бер мөйөшөндә имен-һау, етеш йәшәүе үҙе бер бәхет бит”, – ти яңынан тыуған кеше.
Айныҡ тормош ҡәҙерен белгән ҡатын, “ер туңмаҫ элек” тип, кишер, һуған, редис сәсә, ҡулына сүкеш-балта тотоп, кәртә-ҡураны йүнәтә. Шул уҡ инәйҙәрҙең ярҙамы менән эшкә урынлаша алды. Унда ла йүгереп бара ла, йортона ашҡынып ҡайтып, тағы эшкә тотона.
Тик тормош юлдашының әле лә рәнйеүе, уны ғәфү итмәүе, эсеүен бөтөнләйгә ташлауына ышанмауы ғына күңеленән урғылып сыҡҡан йырҙарҙы моңһоулыҡҡа сорнай. Әлбиттә, ир кеше ғаилә фажиғәһендә үҙе лә ғәйепле икәнен аңларға тейеш. Сөнки ауыр мәлдә ул беренсе булып рюмкаға үрелгән, ҡатынын йыуатыу, уға терәк булыу урынына, ҡул күтәргән, туҡмаған.
Яңы тормош башлаған, ысынлап та, һылыуланып киткән Һылыу апай йүгерә-атлай үҙенә ярҙам ҡулы һуҙған инәйҙәргә һыу ташып бирә, юл ыңғайында магазинға ла инеп сыға. “Гонаһтарым күп минең, бәлки, уларҙың фатихаһы ярлыҡар? Был инәйҙәр миңә бисмиллалы аш-һыуҙың иҫ киткес тәмен ҡайтарҙы”, – ти ул.
Эйе, эскелек кеүек сирҙән үҙ аңы менән ҡотолғандар бик һирәк. Бәлки, Һылыу апайҙы түҙемлеге, ихтыяр көсө өсөн ире ғәфү итер, ә өҙөлөп көткән улы, ниһайәт, ишеген шаҡыр?..

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?