01.06.2018 Һынауҙарын да, еңеп сығыр көсөн дә бирер Хоҙай
Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Элек атай-әсәйҙәр йыш ҡунаҡ саҡырышты. Атайыбыҙ ныҡ эсте, ул иҫереп алһа, өйҙә гел һуғыш, ҡаңғырыш сыҡты. Үҫеп, башлы-күҙле булып бөттөк. Бала саҡта, шул араҡы минең табында бер ҡасан да булмаясаҡ, тип уйлай торғайным. Юҡ, әлеге шул ҡунаҡ, өмәләр эскелекһеҙ үтмәй. Ирем ныҡ эсә башланы. Уны бергә эскән иптәштәренән, эскелектән ҡасырам тип уйлап, ҡалаға күсеп киттек. Беҙҙең тормош мин уйлағанса ғына барманы. Кеше фатирында түләп торабыҙ, эшләп тә, эш хаҡын түләмәй тотҡарлайҙар. Ирем ҡалаға күскәс, бөтөнләй «егет»кә әйләнде. Бергә эшләгән, ирҙән айырылған ҡатын менән cыуалырға тотондо. Һөйәркәһенән эсеп ҡайтып: «Һин – ауыл бисәһе, исмаһам, минең менән ҡуша эсә лә белмәйһең», – тип мәсхәрәләй торғайны. Айырылайым, тиһәм, атай-әсәй, туғандарым, түҙ-түҙ, тип өгөтләнеләр. Эсеп, ҡул күтәрһә лә, балаларым атайлы булһын, ирҙән айырылған, тигән һүҙҙәрҙе ишетмәйем, тип түҙҙем. Түҙмәй, ҡайҙа барайым.
Нимә эшләргә лә белмәй, сыҙар әмәл ҡалмаған мәлдәремдә мәсеткә барып, ҡатын-ҡыҙҙар бүлмәһенә инеп, бер кем булмағанда илап-илап, күңелемде бушата инем. Яйлап намаҙға баҫтым, психологҡа йөрөнөм. Ҡөрьәнде өйрәнгәс, хәҙер шундай һығымтаға килдем: Хоҙай бер кемгә лә күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтар бирмәй. Һынауҙарҙы тик әҙәм балаһы аңлаһын өсөн ебәрә. Олоғайған көндәрендә туғандарымдың күбеһе намаҙға баҫты. Аллаға шөкөр, тим, ирем менән хәҙер араларыбыҙ яҡшырҙы, теге бисәһен онотто. Әммә һине йәберләүсене ғәфү итергә өйрәнергә, үҙеңде еңергә, ҡулға алырға шул тиклем күп көс кәрәк. Аллаһы Тәғәлә һынауҙарҙы күп бирҙе, еңеп сығырлыҡ көсөн дә йәлләмәне. Ул биргән ниғмәттәргә, булғанына шөкөр итеп, уның мәрхәмәтенә өмөт итеп йәшәйек, ҡылған гонаһтарыбыҙҙы кисереүен һорап, һәр көнөбөҙ өсөн рәхмәт әйтәйек. Раббыбыҙ, һис шикһеҙ, Уның ризалығы өсөн ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе күрер, доғаларыбыҙҙы ишетер…
Мәҙинә.
Өфө ҡалаһы.