15.06.2018 Ҡөрьән уҡыусыларға мең сауап яҙылыр
Мөхәммәт бәйғәмбәргә дин ғәмәле, ислам тәртиптәре, ғибәҙәт хаҡында һорауҙар менән гел мөрәжәғәт иткәндәр. Бер мәл унан шулай тип һорағандар:
– Эй, Аллаһы Тәғәләнең илсеһе, әйт әле, Ҡөрьән уҡыуҙың күпме сауабы бар?
Мөхәммәт бәйғәмбәр шулай тип яуап биргән:
– Ҡөрьән – Алланың һүҙе. Күпме сауап бирәсәген Аллаһы Тәғәлә генә белә. Ҡөрьән уҡыу кешегә ҡараңғы ҡәберҙә – юлдаш, мизанда – сауап яғына тартҡан баҫым, Ҡиәмәттә – шәфәғәт, сират күперендә – иптәш, Йәннәткә юл күрһәтеүсе, унда бөйөк дәрәжәләргә күтәрелергә сәбәп, ҡайғылы күңелдәргә – шифа. Тимер тутыҡҡан кеүек йөрәктәр ҙә тутыға.
– Ә уны нимә таҙарта, ялтырата ала? – тип һорағандар унан.
– Ҡөрьән уҡыу һәм үлемде иҫкә төшөрөү, – тип яуап биргән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Хәҙистәр
- Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр.
- Өммәтемдең иң өҫтөн ғибәҙәте – Ҡөрьән уҡыу.
- Берәү Алла китабынан бер хәреф уҡыһа, уға бер хазина бирелер. Бер хазина эсендә ун сауап бар.
- Ҡөрьән уҡыған мөьмин ҡауынға оҡшай: еҫе лә хуш, тәме лә хуш.