18.05.2018 Ҡөрьән – хәҡиҡәттең үҙе
Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында йәшәүсе Гөлсөм Шәмсетдинова ҡабарынҡы ғәрәп хәрефтәре менән «Алла» һүҙе яҙылған тауыҡ йомортҡаһын ҡулыма килтереп тотторғас, төрлө йылда Ер шарының төрлө урынында булған илаһи яҙмаларға бәйле мөғжизәләрҙе иҫкә төшөрҙөм...
2009 йылда Дағстанда Якубовтар ғаиләһендә тәненә Ҡөрьән аяттары яҙылған бала тыуа. Ғалимдар: «Был мөғжизәне хәҙерге фән аңлата алырлыҡ түгел», – тип яуап бирә.
Аллаһы Тәғәләнең ғәрәпсә, Ҡөрьән телендә үҙенең барлығын белдереүен, изге китапта бәндәгә ике донъяла ла бәхетле булыу юлын күрһәтеүен аңлайбыҙ. Раббыбыҙ бойорғандарҙы һәм тыйғандарҙы һанға һуҡмай, юлдан яҙып йөрөгәндәрҙе был фани донъяла ла, Әхирәттә лә күрәсәк ғазаптары, уңышһыҙлыҡтары, бәхетһеҙлектәре тураһында киҫәтә.
Беҙ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә индерелгән Ҡөрьән менән генә ғәмәл ҡылабыҙ, шуның буйынса йәшәйбеҙ, дауаланабыҙ.
Ҡөрьән – Алла хөкөмдәренән төҙөлгән илаһи китап, хәҡиҡәттең үҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың бер өлөшө был ысын хәҡиҡәтте, дөрөҫлөктө аңламай, дин ҡанундарын белергә лә теләмәй.
Көндәлек тормошобоҙҙа иманға битараф кешеләрҙең күплеге эскелек, ваҡытһыҙ үлем, боҙоҡ ғаиләләр, бәхетһеҙ, тәрбиәһеҙ балалар, үҙ-үҙен үлтереү, енәйәтселек, йәмғиәттәге башҡа әшәке күренештәрҙе тыуҙыра.
Ябай халыҡ араһындағы был кире күренештәргә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Ә бына мәсеттәребеҙҙәге ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе, муллалар араһындағы тупаҫ мөнәсәбәттәрҙе иғтибарға алһаҡ, динебеҙгә әйтеп бөткөһөҙ зыян килтерәбеҙ.
«Кешеләргә ҡарата нәфрәтегеҙ һеҙҙе ғәмһеҙлек гонаһына алып бармаһын», – тип әйтелә «Маидә» сүрәһендә (8-се аят). Шул уҡ сүрәнең 16-сы аятында Аллаһы Тәғәлә тыныслыҡҡа, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа, тура юлдан барырға өйрәтә.
Бөтә булған мөғжизәле яҙмаларҙың Ҡөрьән телендә (хәҙерге ғәрәп теле түгел) бирелеүе изге китапты тик шул телдә генә уҡырға икәнлеген аңлата. «Беҙ – тиелә аятта, – Ҡөрьәнде үҙебеҙ индерҙек һәм үҙгәртеүҙән дә уны үҙебеҙ һаҡларбыҙ» («Әл-Хижр», 9-сы аят).
Беҙ Ҡөрьәнде фәҡәт ғәрәп хәрефтәре менән генә уҡырға тейешбеҙ. Хаталы уҡыу ҙа – гонаһ.
Дин белгесе Рәүил Үтәбай Кәрими әйтеүенсә, дүрт мәҙһәбтең дә ғалимдары ғәрәп теле булмаған шрифт-алфавиттарҙы Ҡөрьән уҡыуҙа файҙаланыуҙы тыйған. Аңлауыбыҙса, транскрипция менән уҡыуҙың интонацияһы ла, мәҡәме лә дөрөҫ булмай.
Совет осоронан бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған Ҡөрьән уҡыусы муллаларҙың ялҡытҡыс тауышы ҡолаҡҡа һеңеп ҡалған. Мәсеткә йөрөмәй, юғарыла әйтелгәнсә, үҙ аллы уҡырға өйрәнгән муллаларҙың яңы быуыны күренә башланы.
Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән кешелек өсөн изге Ҡөрьән төшөрөлгән.
Нурлы, серле, моңло Ҡөрьәндең 114 сүрәһенең һәр береһенең күп төрлө мәҡәме, моңо бар. Уны уҡыуҙың, өшкөрөүҙең көсө Ҡөрьән тыңлаған, өшкөрөлгән кешенең йәненә барып етә алыуына, тәьҫиренә бәйләнгән. Ҡайһы бер кеше хис-тойғо, фекер йөрөтөү көсө һәм рухи һиҙемлеге менән Алланың бөтә мөғжизәһен тойоп, аңлап тора.
Шулай итеп, мөғжизәле йомортҡа – ул осраҡлылыҡ түгел. Беҙ изге Ҡөрьәнгә таянып дөрөҫ йәшәү рәүешен мөмкин тиклем дин ҡәрҙәштәребеҙгә еткерергә тейешбеҙ.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с.: «Ғилем өйрәнеү һәр мосолман ир һәм ҡатынға фарыз», – тип өйрәткән. Шуның өсөн иман килтереү һәм ғибәҙәттә тейешле ғилемде һәр мосолман өйрәнергә бурыслы.
Аллаһы Тәғәлә алған ғилемдәребеҙ һәм ҡылған ғибәҙәттәребеҙ менән риза булһын! Иншалла!
Мөхәммәт хәҙрәт ИСМӘҒИЛЕВ.
Дәүләкән районы.