13.04.2018 Алланың рәхмәте яуа торған ай
Рәжәб айы – ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Изге мөбәрәк айҙарҙың өсәүһе рәжәб, шәғбан, рамаҙан бер-бер артлы килә. Был айҙа Рәғәиб кисәһе көнө бар. Был кисәлә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бин (ҡыҙы) Ваһаб никахлашҡан, ҡауышҡан көнө.
Был изге айҙың 27-се кисендә бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм күккә күтәрелә, Аллаһы Тәғәлә менән осраша. Беҙгә ошо көндө биш ваҡыт намаҙ фарыз була. Был айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡиғалар күп. Шуға ла мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп, изге, тип һанай.
Рәжәб айында беҙ нәфел ураҙалары тотабыҙ, саҙаҡалар бирәбеҙ, күңелдәребеҙҙе сафландырабыҙ. Ошо изге айҙарҙа тәүбәгә килеү бик сауаплы. Сөнки һәр кемдең ҡылған гонаһтары бар. Уларҙы иҫкә төшөрөп «әстәғәфирулла»ны күп тапҡыр әйтеп, гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә һәр саҡ тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе. Сөнки ул – ғәфү итеүсе һәм рәхимле. Йәш саҡта наҙанлыҡ арҡаһында уҡымай ҡалған намаҙҙарыбыҙҙы, ҡалған ураҙаларыбыҙҙы ла ошо изге миҙгелдәрҙә үтәү хәйерле, сөнки был – Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт айҙары, ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул ителә торған сағы.
Кем һәр изге айҙың өс көнөндә: кесе йомала, йомала һәм шәмбелә ураҙа тотһа, уға ике йыллыҡ ғәмәл-ғибәҙәт әжере яҙылыр. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Рәжәб – Алла айы. Кем был ваҡытта ысын күңелдән һәм Аллаһы Тәғәлә ризалығына өмөтләнеп, бер көн ураҙа тотһа, ул ҡабул булыр. Кем рәжәб айының беренсе биш көнөндә ураҙа тотһа, уның Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында Ожмахҡа инергә хаҡы булыр. Бер көн ураҙа тотоусыға мең йыл ураҙа тотҡан кеүек һәм мең ҡол азат иткән сауаптар яҙылыр. Кем был айҙа саҙаҡа бирһә (изгелек ҡылһа), мең динар саҙаҡа биргән кеүек булыр. Хоҙай ул кешенең тәнендә булған һәр сәс бөртөгөнә меңешәр әжер яҙыр, меңләгән дәрәжәгә күтәрер, меңләгән гонаһын юйыр. Раббыбыҙ һәр көн ураҙаһы һәм һәр биргән саҙаҡаһы өсөн мең хаж һәм мең ғүмрә әжерен яҙып, Әхирәттә ошо бәндәгә меңләгән һарай төҙөр», – тигән.
Әлеге айҙа Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн «Ихлас» сүрәһен күп итеп уҡырға кәрәк. Айырым хөрмәт булһын өсөн һәр көн 11 тапҡыр «Ихлас», тәүхид, истиғфар һәм салауатты уҡырға тырышырға кәрәк. Шулай уҡ һәр көн башында һәм һуңында етешәр тапҡыр «Фатиха» менән 100 мәртәбә «Ихлас» сүрәләрен уҡыу бик сауаплы эш.
Ошо айҙың 1-се һәм 10-сы көндәре, 11-се һәм 20-се һәм 21-се менән 30-сы көндәре араһында бер тапҡыр ҡылынасаҡ ун рәҡәғәт Хәжәт намаҙы бар. Барыһының да ҡыланышы бер үк. Был намаҙҙарҙы аҡшамдан һуң да, йәстүнән һуң да үтәргә була. Йома кисәһе, дүшәмбе кисәләрендә һәм айырым тәхәджүд ваҡытында ҡылыу өҫтөн. Был 30 рәҡәғәтлек намаҙҙы ҡылыусылар бәхеткә ирешер, тип әйтелә.
Аллаһы Тәғәлә: «Рәжәб айында мин асыуымды бикләп ҡуйырмын, рәхмәтем ямғыр кеүек яуыр», – тип әйткән.
Ошо мөбәрәк айҙа изге ғәмәл-ғибәҙәттәрегеҙгә әжер-сауап 100 мәртәбә артыр. Башҡа саҡта өйрәнгән һәм уҡыған Ҡөрьәндең бер хәрефенә – ун сауап булһа, тимәк, изге айҙарҙа өйрәнгән бер хәрефебеҙгә мең сауап яҙылыуы мөмкин. Ә рамаҙан айында иһә бер хәрефкә ете меңгә тиклем өҫтәлә.
Изге рәжәб, шәғбан, рамаҙан айҙарында, яман эштәребеҙҙән һаҡланып, изге эштәрҙе күберәк башҡарһаҡ, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте беҙгә лә булыр. Телебеҙҙе, күңелебеҙҙе таҙартып, изге ғәмәлдәрҙә булайыҡ!
Нәзир САБИТОВ,
Таштимер ауылы имам-хатибы.
Әбйәлил районы.