RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Иманлы булыу – үҙе бәхет”

02.03.2018 “Иманлы булыу – үҙе бәхет”

“Иманлы булыу – үҙе бәхет”
Дауытовтар бәрәкәтле донъя көтә, динде лә онотмай

Иман бар ерҙә ҡот та булыр, тиҙәр. Был донъяның бары фани икәнлеген аңлап, уны әхирәткә әҙерлек кеүек ҡабул итеп, изге юлды үҙ иткән кешеләр көндән-көн арта бара. Иң мөһиме, халыҡ күңеленә иман нуры һалына, нығына. Килгән ауырлыҡтарҙа ла, һынауҙарҙы үткәндә лә Аллаһы Тәғәләгә һыйынып, сабырлыҡ һорап, һайлаған иман юлынан тайпылмайынса аҙаҡҡаса барғандар һәр кемгә өлгө булырлыҡ.

Хәйбулла районының Өфө ҡасабаһында йәшәүсе Нәзирә һәм Иштимер Дауытовтар – дин тип – донъяһын, донъя тип динен онотмай ғүмер итеүсе матур, иманлы ғаиләләрҙең береһе. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, улар­ҙың уңған, егәрле булыуын йорт-ҡураһы уҡ һөйләй. Ғаилә башлығының үҙ ҡулдары менән һалып сыҡҡан иркен, матур йорт ауыл йәме булып ултыра. Ихата-ҡаралтылар ҙа ныҡлы, һарай тулы мал, йыл һайын баҡсаһынан мул уңыш ала улар. Иштимер ағай тракторы менән ер һөрөп, бесән ташып, йәй көндәрендә табыш алһа, ҡышҡыһын умарта, семәрле һандыҡтар, тәҙрә яҡтары, ултырғыстар эшләп һата. Ә Нәзирә апай ҡул эштәренә маһир, аш-һыу оҫтаһы. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, байтаҡ умарта, ҙур йорт – быларҙың барыһы ла көнкүрештә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт тыуҙыра. Кемдәрҙер шул мәшәҡәттәрҙе атҡарғанда Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт йөҙөнән “шөкөр” тип әйтергә лә онотһа, Дауытовтар күптән инде дин юлында. Донъя көтөрлөк аҡыл, һаулыҡ, мөмкинлек һәм иман биргән Юғары көскә, Хоҙайға ышанып, ғибәҙәт ҡылып йәшәйҙәр. Был юлға, ышанысҡа улар мода артынан ҡыуып та (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа күңелдәре менән әҙер булмайынса, ислам диненең тәғлимәттәрен белмәйенсә, күрһәткес булыу, йә шул күрһәткәстәргә эйәреү өсөн генә мәсеттәргә йөрөгәндәр ҙә осрай), үҙ-үҙен эҙләп түгел, ә үҙ аҡылдары, ышаныстары менән килгән.
Әбйәлил районында совет дәүерендә лә ислам диненең көслө булыуы хаҡында ишетеп беләм. Иштимер ағай ҙа шул төбәктең Йәнекәй ауылында тыуып, егет ҡорона ингән кеше. Яңы Балапан ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында умартасы-тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Иманға килеү тарихын ул үҙе бәйән итте:
– Үҫмерлек йылдарында уҡ күңелемдә дингә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Нәҫелебеҙҙә уҡымышлылар күп булған, хатта ҡартатайҙарым араһында Зәйнулла ишандың шәкерттәре лә бар. Әрме хеҙмәтен үтергә саҡырыу килгәс, Аллаһы Тәғәләгә, көньяҡ республикаларға эләгергә яҙһын, тип ялбар­ҙым. Ул яҡтарҙа диндең көслө булыуын ишетеп белә инем, теләгем ҡабул булды: Ҡырғыҙстанға эләктем. Мосолман егеттәре менән танышып, төрлө темаға әңгәмә ҡора торғайныҡ. Тарихи музейҙар, боронғо мәсеттәргә экскурсияға йөрөнөк. Шул йылдарҙа миндә иман көсәйҙе, киләсәк тураһында уйлана башланым. 1984 йылда “Ағиҙел” журналында ғәрәп алфавиты баҫылып сыҡҡайны, шуның буйынса үҙ аллы уҡырға, яҙырға өйрәндем. 1994 йылда Ҡазан ҡалаһындағы данлыҡлы “Мөхә­мәҙиә” ислам институтына уҡырға индем һәм биш йыл буйы Төркиә, Ғәрәбстан ғалимдарынан дини белем алып, тыуған яҡҡа ҡайттым. Буласаҡ ҡатыным менән Баймаҡ ҡалаһында, “Әбүбәкир Әс-Саддыҡ” мәҙрәсәһендә уҡыған сағында таныштыҡ. Ул Хәйбулла районы ҡыҙы, шуға күрә ошо ерҙә нигеҙ ҡорорға булдыҡ.
Халҡыбыҙҙы, яҡташтарын иман юлына әйҙәү, тигән изге ниәт менән эш башлаған Дауытовтар тормошта күп кенә ҡаршылыҡҡа осрай. Ауылда мәсет төҙөүҙе ойошторған, балалар һәм өлкәндәр араһында дини белем таратҡан, үҙҙәренең тормошо менән күптәргә өлгө булған ғаиләне аңларға теләмәүселәр ҙә, көнләшеүселәр ҙә, хатта ҡаршы көрәш асыусылар ҙа була. Тик улар күңелдәрен төшөрмәй, Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына ышанып, һайлаған юлдарынан тайпылмай, эштәрен дауам итә.
Ярҙамсыллыҡ, алсаҡлыҡ, киң күңеллелек – мосолман кешеләренең күркәм сифаттары. Иштимер ағайға ла, Нәзирә апайға ла хас улар. Йылы һүҙ, аҡыллы кәңәш, ҡул көсө, ауыр хәлгә ҡалғандарға матди яҡтан ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер. Шуғалыр ҙа Иштимер ағайға тәбиғәт тарафынан тағы ла бер һәләт кешеләрҙе дауалау бирелгән: доға менән өшкөрөү, быуынды ултыртыу, һылау кеүек еңел булмаған халыҡ медицинаһы күптәргә ярҙам итә. Ә белеме буйынса медицина хеҙмәткәре булған Нәзирә апай хиджаманы (ҡан таҙартыу) өйрәнгән. Уларға кешеләр, ауырыған йән-тәненә шифа эҙләп, күрше ауылдарҙан ғына түгел, Ырымбур өлкәһенән дә, тирә-яҡ райондарҙан да килә.
– Һәр кешелә интуиция була, бары тик уны һиҙемләргә генә кәрәк. Доға, намаҙ шул хисте көсәйтә, тәрәнәйтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн кеше белер-белмәҫ көйө төрлө боҙомға, яман ниәттәргә ышана башланы. Махсус китаптар яҙҙырып алып, мосолмандарға хас булмаған йолаларҙы атҡарып, дошман күргән әҙәмдәренә яманлыҡ ҡылырға ниәт итәләр. Таяҡтың башы ике осло булған кеүек, был эштең дә аҙағы яман булырын улар башына ла килтермәй. Мосол­мандар өсөн сихыр менән булышыр­ға, кеше ҡарғарға ярамай. “Күңелегеҙгә гонаһ алмағыҙ, иман ҡасырмағыҙ!”– тип әйткем килә ундайҙарға. Беҙгә Аллаһы Тәғәлә ярҙамға Ҡөрьән-Кәримде ебәргән, доғалар уҡыйыҡ, намаҙға баҫайыҡ, хажға барайыҡ, хәйер-саҙаҡалар бирәйек. Бер-беребеҙгә асыу һаҡламайыҡ, кенә ҡыумайыҡ, – тигән теләктәрен еткерҙе Иштимер ағай гәзит уҡыусыларға.
Дауытовтарҙың иманлы йортонан китке килмәйенсә байтаҡ ваҡыт ултырҙым. Йорт хужаһының төрлө тормош осрағына вәғәздәрен тыңланым, хатта хажға барғанда алып ҡайтҡан (улар ике тапҡыр был сәхәр­ҙе үткән) зәм-зәм һыуын да татырға насип булды миңә. Күңелемде байытып, иман нурына йылынып ҡайттым сәфәремдән. Бына шундай изге эш атҡарған ғаилә йәшәй Өфө ҡасабаһында.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?