02.02.2018 Динеңде интернет аша нығыт
йәки «Хәләл тауыҡ йомортҡалары» буламы?
Телефон, интернет, телевизор – быларҙың барыһы ла заман талабы. Уларҙы файҙаға ла, зыянға ла файҙаланырға мөмкин. Иманлы кеше был замана ҡаҙаныштарын үҙенең дине, намыҫы, тормошо һәм әхирәте өсөн тик файҙалы йүнәлештә генә ҡулланасаҡ. Һәр эштең үҙ яйы, тәртибе булған кеүек, интернеттың да үҙ әҙәбе бар.
Компьютерың Раббының бер рәхмәтеме, әллә бөгөнгө көндөң зәхмәтеме? Уныһы үҙеңдән тора.
Һеҙҙең иғтибарға башҡорт телендәге иң популяр «Әбйәлил» (http://nazir1965.com/) исемле дини сайттың авторы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Нәзир САБИТОВ Әбйәлил районының Таштимер ауылында йәшәй. Сығышы менән ошо уҡ ауыл кешеһе, Таштимер мәсетенең имам-хатибы.
– Һеҙ – бөгөн ислам ҡанундарын киң пропагандалаусы иң әүҙем интернет-ҡулланыусыларҙың береһе. Бик күптәр һеҙҙең сайт буйынса дин тәғлимәттәрен өйрәнә. Ҡайҙан мәғлүмәттәр алаһығыҙ?
– Мин интернетта ни бары өс йыл тирәһе, уға тиклем ишетеп кенә белә инем. “Ләлә-Тюльпан” мәсетендәге Рәсәй ислам университетының ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡый башлағас, ноутбук һатып алдым. Яйлап ҡына компьютерҙы өйрәнә башланым: яңы өлкә бик ҡыҙыҡ тойолдо, хатта интернет-блогер буйынса түләүле курстарҙа уҡыным. Тора-бара, сайттар астым. Сайт тигән һүҙ – интернетта мәғлүмәттәр һалынған бит. Блогер тигән һүҙ үҙ көндәлегеңде алып барыу һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе тикшереп һығымта яһап, анализлап фекеренде бүлешеү. Мин блогерҙан айырмалы рәүештә тик сайтҡа мәғлүмәттәр сығарам. Тәүҙә маҡсатым төрлө мәғлүмәт урынлаштырып, уҡырға кешеләр йәлеп итеп үҙ сайтыңа реклама биреүсе аша рекламалар урынлаштырып, аҡса эшләү ине. Беренсе сайтым рус телендә булды, интернетта конкуренция күп булыу сәбәпле, уның эшмәкәрлеген туҡтаттым. Шул уҡ ваҡытта дини ғилемем үҫә килә Мөхәммәд бәйғәмбәр, саллалаһү-ғәләйһис сәләмдең: “Бар булған ғилемегеҙҙе халыҡҡа еткерегеҙ”, – тигән хәҙисенән сығып, үҙ телебеҙҙә башҡортса сайт асып ебәрҙем. Әйткәндәй, бындай мәғлүмәти бизнес менән беҙҙең интернетта ни бары халыҡтың 15 проценты ғына шөғөлләнә, ә сит илдәрҙә интернет бик күптәрҙең ризығы. Бөгөн эш эҙләүселәр күп, бында ниндәй өлкәлә уңыштарға өлгәшергә булыуын яҙырмын иншалла. Тик һәр эштә түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Әлеге ваҡытта ниәтем халыҡҡа кәрәк мәғлүмәттәрҙе, бигерәк тә дин ғилемен еткереү, социаль селтәрҙә уҡыусыларым үҙ битенә ошо мәғлүмәттәрҙе ҡуйып башҡалар менән бүлешә башлаһалар, Аллаһы Тәғәләнең әжер-һауабына, ризалығына ирешерҙәр.
Интернетта башҡорт телендә сайттар юҡ кимәлдә. Бөгөн теүәл һәм тотороҡло эшләп килгән саф башҡорт сайттары ул – киң матбуғат саралары ғына һәм уҡытыусылар тарафынан дәреслектәр асып онотолғандары. Үҙемдең профессиональ сайтты камиллаштырып, мәғлүмәттәр табып һәм үҙем белгәнде ҡушып, интернетҡа ҡуям. Дин ғилемен камиллаштырырға теләүселәр социаль селтәр аша минең менән аралаша. Йәштәрҙең генә түгел, оло быуындың да дини һорауҙары күп, хәләл һәм харам мәсьәләләре ҡалҡып сыға. Бөгөн йәмғиәт үҙен борсоған һорауға яуап табыр өсөн магазинға барып китап алмай, ә интернетты хуп күрә. Йәғни күптәр ҡағыҙҙан электрон форматҡа күсте. Заман уңайлыҡтарын дин өсөн дөрөҫ файҙаланғанда, бик күптәргә иман нурын өләшергә мөмкин. Мәҫәлән, вәғәздәрҙе, кәрәкле доғаларҙы ғына баҫтырып, бихисап кеше һинән күсереп үҙ диуарына элеп ҡуя – шулай итеп тарала, уларҙы халыҡ уҡый һәм ятлай. Әйткәндәй, диплом эшен дә дин һәм интернет темаһына арнамаҡсымын, тик уға ғилми етәксе табыу мәсьәлә тыуҙыра.
Маҡсатым – башҡорттарыбыҙ ҡоро намаҙ ғына уҡыусыларҙан булмаһын тип, рухи, әхлаҡ, ғилем яғынан үҫешкән булһын тигән фекерҙәмен. Диндең мәғәнәһе ғилемле булыуҙы аңлата. Әхирәткә күскәндә лә ни көткәнен халыҡ аңларға тейеш, үлеп кенә юҡҡа сығам, тип уйламаһын ине. Йән барлығын һәм һәр кемдең ошо донъялағы тормошо өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында яуап бирәсәген аңлаһа ине.
Аллаһы Тәғәлә дини ғәмәлдәрҙе үтәүҙе ҡыйын ҡылманым тигән. Ҡыйынлыҡ эҙләмәгеҙ, намаҙ уҡығыҙ, ураҙа тотоғоҙ, ябай кешегә артығы ла кәрәкмәй. Дин ғилемен һәм китабыбыҙ Ҡөрьән Кәримде ғүмер буйы өйрәнһәк тә осона сыға алмаясаҡбыҙ, уға ғәйәт ҙур мәғәнә һалынған. Бер бәләкәй генә “Фатиха” сүрәһен генә тәфсирләп бихисап китаптар яҙылған.
– Сайттың йөкмәткеһе хаҡында ла һөйләп үтегеҙсе?
– Дини категориянан тыш, сайтта үҙ ерлегебеҙҙә килеп сыҡҡан тарихтар хаҡында, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен, шулай уҡ мөнәжәттәр һәм таҡмаҡтар, риүәйәттәр һәм легендаларҙы бирергә тырышам. Тирә-яҡ ауылдар, уларҙың кешеләре, топонимик атамалар буйынса тарихты теркәйем. Район күләмендә уҙған дини сараларҙан фотолар, башҡорт телендә балалар өсөн матур әкиәттәрҙе, видеофильмдарҙы ҡараусылар ҙа бар. Сәләмәтлек хаҡында, хатта аш-һыу серҙәрен дә ҡуйырға тырышам. Һалаһы мәғлүмәт күп, һәр нәмәгә өлгөрөп булмай. Кәрәк мәғлүмәтте интернетта беҙҙең Башҡортостан энциклопедияһында уҡырға мөмкин.
Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр һәм вәғәздәр тупланмаһын әленән-әле яңыртып торам. Шуныһы ҡыуаныслы, дини рубрикалар, сайттың статистикаһына ҡарағанда, халыҡ өсөн иң ҡыҙыҡлыһы. Дин мәғлүмәтен төрлөсә аңлатып, төрлө мәҙһәбтәрҙең, хатта секталарҙың да китаптары һатыуҙа һәм интернетта бар. Шуға халыҡтың дингә килгәндә яңылышмауы бик хәйерле. Сайтҡа Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәй киңлектәренән һәм сит илдәрҙән инеүселәр күренә.
– Тәүгә мәсеткә килеүсегә дин әһелдәре, ундағы кешеләр һынсыл ҡарап, киҫәтеү яһарға ғына тора төҫлө. Йәнәһе, был намаҙ тәртибен беләме, дөрөҫ эшләйме, тип һәр хәрәкәтен энә күҙәүенән үткәрәләр. Был дөрөҫмө?
– Аллаһы Тәғәлә беҙҙең намаҙға мохтаж түгел, беҙ үҙебеҙ намаҙға, Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итергә, шөкөр итергә мохтаж. Намаҙ уҡый башларға теләүсегә мин көнлөк биш намаҙҙан түгел, ә бер намаҙҙан башларға кәңәш итәм. Аят-сүрәләрҙе ятлап, иманығыҙ нығына килә намаҙ һанын арттырырға, фарызға ҡушып сөннәтен дә уҡырға мөмкин. Күҙәтеүҙәр буйынса, шунда уҡ биш намаҙына тотонған кеше тиҙ арала ялҡа башлай, тора-бара бөтөнләй ҡул һелтәп тә ҡуя. “Ниңә мәсетегеҙ тулы түгел?” – тигән һорауҙы имамдарға бик йыш ишетергә тура килә. Кеше иманға үҙе килмәйенсә, уның башына мәжбүри һеңдерергә ярамай. Ай-вайына ҡарамай, көсләшеп түгел, ә ипле генә итеп намаҙға саҡырығыҙ. Дингә саҡырыуҙа артыҡ ныҡышып тырышыу кәрәкмәй, кешенең ҡаршылашып кире китеүе бар. Бында кеше үҙе был ғәләмәт донъяға ни өсөн килгәнен йөрәк-күңел аша аңларға тейеш. Үкенескә күрә, совет быуынына ныҡлап атеизм һеңгән. Бала саҡтан “Мин кем?” тигән һорау борсоно. Мәрхүмә әсәйем байтаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләне. Беҙ, туғандар, уға матбуғат таратырға ярҙам итә торғайныҡ. Ул ваҡыт ниндәй генә гәзит-журналы булманы, һәр береһен уҡырға өлгөрә инем. Тәүҙә мәктәп, артабан училище, ауыл китапханаларын тулыһынса уҡып сыҡтым – эҙләнеүҙәремә яуап табырға теләнем. Апаруҡ ваҡыт үтеп, байтаҡ һыу аҡҡас, тормош мәғәнәһен аңлай башланым, был донъяға ни өсөн килгәнемде төшөндөм.
– Ваҡыт етмәүгә, шарттар булмауға һылтанып та намаҙ уҡымаусылар бар, бигерәк тә эшләп йөрөүселәр араһында...
– Яйын табырға була. Мин, мәҫәлән, төҙөүсе, төҙөлөштә намаҙ уҡырға шарттар юҡ, әлбиттә. Үҙ сослоғоңдан тора барыһы ла, иртән аяҡты йыуып, ситек кейергә була, артабан намаҙ ваҡыты килеп еткәс тәййәмүм алып, мәсех ҡылыу ҙа етә. Намаҙҙың сөннәтен уҡымай фарызын үтәргә була. Һәр ер намаҙлыҡ, мунса һәм бәҙрәфтән башҡа, ҡар өҫтөндә лә, ҡара ерҙә лә уҡығыҙ. Бер нәмәгә лә ҡарамай, намаҙ уҡырға тырышығыҙ, ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙың сауаптарын уйлап һөйөнөгөҙ. Артыҡ ҡыланыуҙан, мәҫәлән, тәһәрәт алғанда, һаулыҡҡа зыян килтерерҙәй ныҡ һыуыҡ һыуҙан һаҡланығыҙ. Тәһәрәтте ҡомған тотоп бәҙрәфкә барып алған истинжә менән бутамағыҙ.
– “Хәләл” һүҙе иҡтисади брендҡа әйләнде. Хатта тауыҡ йомортҡаларын да хәләл тип тәҡдим итәләр. Дөрөҫмө был?
– Бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла хәләл индустрияһы – йылдам үҫешкән тармаҡ. Беҙҙең республикала ла хәләл ризыҡ етештереүселәр бик күп. “Хәләл” стандарт комитеты таныҡлығын алыу – барлыҡ етештереү циклы тикшерелгән һәм мосолмандарға ашарға ярай тигән талаптарға яуап бирә тигәнде аңлата. Ашаған аҙығында тыйылған ҡушымталар булмаған, хәләл мал-тыуар, ҡош-ҡорт мосолман ҡанундары буйынса салынырға тейеш. Уйлап ҡараһаң магазин тулы итле консервалар, колбасалар ҡайҙа етештерелгән? Мосолман илендәме? Бер харам йотом намаҙыңды юҡ итә. Кешенең йөрәген ҡарайта һәм Аллаға килеүҙе алыҫайта. Шул арҡала бик күптәр был ҡыуаныстан мәхрүм. Хәҙерге мәлдә бындай хәләл продукциялар етештереүҙе бик күптәр аңлай башланы, шул арҡала бит табыштары арта. Мәҫәлән, беҙҙең Магнитогорск ҡалаһы эргәһендәге бер берекмәгә ҡараған ҡош-ҡорт фабрикаһында үҫтерелгән тауыҡтар хәләл, сөнки унда имамдар тауыҡ сала торған конвейерҙарҙы “Бисмилләһи Аллаһү Әкбәр” тип эшләтеп ебәрәләр. Продукциялары Ҡаҙағстанға сыға, ул мосолман иле иҫәбендә. Был талаптарҙы үтәүҙе беҙҙең Башҡортостан мөфтиәте күҙәтә.
Әгәр йомортҡа һала торған тауыҡҡа хәрәм нәмә ашатмаһалар: үлек мал ҡалдығы, сусҡа һөйәге онтағы, составында спирт ҡушылған аҙыҡ булмаһа – ул хәләл тип атала. Шуға ла һатыуҙағы “хәләл йомортҡалар”ға аптырамағыҙ.
Ғөмүмән, аҙыҡ-түлек һатып алғанда һәр хәләл продукция менән ныҡлап танышып сығыу артыҡ булмаҫ – ҡайһы ойошма тарафынан, ҡасан “хәләл” таныҡлығы бирелгән? Сертификатлауҙы үтә алмаған ойошмаларҙың да был бренд аҫтында кешеләрҙе алдауы бар. Ни тиһәң дә, “хәләл” һүҙе һатып алыусының ышанысын тиҙерәк яуларға ярҙам итә, был һүҙ аҫтында, йәнәһе, тауарҙары сифат гарантияһына яуап бирә.
Минең Силәбе өлкәһендә йәшәүсе ҡаҙаҡ фермер танышым, үҙенең ит продукциялары, колбаса етештереү буйынса эшен тулыһынса хәләл производствоға ҡорған. Үҙе, диндар кеше булараҡ, һәр процесты контролдә тота, бынан тыш, “Хәләл” стандарт комитеты хеҙмәткәрҙәре бик йыш килеп тикшереүҙәр уҙғара.
– Хәләл итте һуйыу тәртибе ниндәй? Ҡорбан салғанда, бигерәк тә ҡала ерендәгеләр, был эште мотлаҡ мулла ярҙамында үтәргә кәрәк, тип һанай.
– Үҙен мосолманға һанаған кеше сала. Имам-муллаларҙың эше һәр бер дини эштә башҡаларҙы өйрәтеп-күҙәтеп тороу. Тәһәрәтләнеп, ихластан, “Бисмилләһи Аллаһү Әкбәр” тип әйтеп, изге ниәтен башҡара ала. Ошо урында шуны телгә алыу урынлы булыр: ҡорбан итенең һөйәктәрен ни эшләтергә кәрәклеген сайтта уҡығыҙ.
Күптәрҙе хәләл продукцияның башҡаларҙан нимә менән айырылып тороуы ҡыҙыҡһындыра. Хәләл ит, мәҫәлән, сусҡа ите булмауҙан тыш, салған ваҡытта малдың барлыҡ ҡаны ағыҙылғаны була. Ҡан менән зыянлы матдәләр ҙә ағып төшә. Салына торған малдың тулаған ваҡытында ҡанында ағыулы мәтдәләр барлыҡҡа килә, ҡандың составында ген ауырыуҙары һәм башҡа вирустар бар һәм ҡан егерме минуттан һуң боҙола башлай, зарарлы бактериялар үрсей. Ҡанлы ризыҡ ашау харам. Шулай уҡ мал-тыуар ризығында тыйылған ингридиенттар, дарыуҙар булмаҫҡа тейеш. Харам ашағандар төрлө ауырыуҙарға, ҡатындар бала табыу һәләтенә һәм бик күп зыянға дусар ителә.
– Рәсәйҙә хәләл косметика етештереүсе компаниялар юҡ кимәлдә. Ғөмүмән, хәләл косметика ниндәй булырға тейеш? Мосолман ҡатын-ҡыҙына буянырға ярамай, тип тыйыусылар бик күп.
– Эйе, тормошобоҙҙа хәләл төшөнсәһе көндән-көн нығыраҡ тарала. Хәләл медицина, бөҙрәхана хеҙмәттәре, ислам банкингы, мосолман кейемен етештереү һәм ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына юл ярыусы хәләл косметика, сөнки уны етештереүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бөгөн косметика баҙары химияға ҡоролған – уларҙың составын уҡып, иҫең китер. Мосолмандарға тәбиғи үҫемлек майҙарынан етештерелеп, шәриғәт ҡанундарына яуап биргән хәләл косметиканы, әлбиттә, ҡулланырға мөмкин. Дин буйынса тыйылған спирт, желатин, ҡайһы бер майҙар һәм башҡа шик тыуҙырған матдәләрҙән һаҡланырға кәрәк. Мәҫәлән, сусҡа майы һәм һөйәге, хайуан ҡаны, нефть химияһы (бензол, фенол, формалин), цинк компоненттары ҡушылған әйберҙәрҙән алыҫ тороғоҙ. Көндәлек ҡулланылышта булған кер һабынын алып ҡарайыҡ, уның сусҡа һөйәгенән булыуы ла мөмкин бит. Шуға күрә, иғтибарлы булырға кәрәк. Әйткәндәй, хәләл косметика саралары Европа илдәрендә көндән-көн популярлыҡ яулай. Хатта исламдан алыҫ тороусылар ҙа хәләл косметикаға өҫтөнлөк бирә.
Беҙҙең башҡорт мосолман ҡатын-ҡыҙы буянмаһа ла бик матур һәм һылыу. Уларҙы күреү менән башҡорт гүзәлдәре тип, ғорурланып китәһең. Самаһын ғына белеп косметика ҡулланһындар. Динебеҙҙә ҡатын күркәм һәм тыйнаҡ, иренә күренер өсөн генә биҙәнһен ине. Беҙҙең башҡорт ирҙәренең психологияһына килгәндә, саманан артыҡ биҙәнгәндәр кире тәьҫир итә һәм уларҙы насар ғәҙәтле ҡатын итеп уйлайҙар. Мосолман ҡатын-ҡыҙына кейем кейгәндә лә сит ил мосолмандары стилендәге, уларҙың климаты, халҡы ғөрөф-ғәҙәтенән сыҡҡан формалар килешһеҙ. Бик матур, үҙебеҙҙең башҡорт стиленә яраҡлаштырып, үҙ тәбиғәт климатына ҡарап кейемдәр тегергә һәм кейергә һеҙгә кем ҡаршы?
Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.