RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изге ғәмәлдәрҙә, доғала үтһен!

29.11.2017 Изге ғәмәлдәрҙә, доғала үтһен!

Изге ғәмәлдәрҙә, доғала үтһен!
29 ноябрь – Мәүлит кисе

Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рәбиғел әүүәл айының 12-һендә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, халыҡ араһында абруй ҡаҙана, ышаныслы ир булып үҫә.
Мәүлит, Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә рәсүллулла йәшәгән за­мандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Бәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталиб ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның бәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, уға һәм Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклык ебәр­ҙек», – тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның бәйғәмбәремен», – тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уны: «Әссәләмәғәләйкүм, рәсүллуллаһ», – тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым, бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағас япраҡ ярҙы, гөлдәр сәскә атты. Һуңғы бәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтан ҡурҡты», – тип һөйләй.
Мәүлит тыуыу ваҡыты йәки тыуған көн тигәнде аңлата. Мөхәммәт бәйғәмбәр Рабиғел әүүәл айының 11-нән 12-се айына тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була.
Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып, табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?