08.09.2017 Зөлхизә айындағы бөйөк көндәр
Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был ергә тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылыр өсөн килтергән. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт Раббыһына рәхмәтле булырға, Унан ярҙам һорарға, Уға доға ҡылырға, намаҙ уҡырға һәм мөмкинселеге булғанда ураҙа тоторға тейеш. Бер Аллаға ғына табыныу – беҙҙең бурыс. Әммә йылдың ҡайһы бер төндәрендә һәм көндәрендә кеше ғибәҙәтен тағы ла нығыраҡ көсәйтергә бурыслы.
Раббыбыҙ әжер-сауаптарыбыҙҙы арттырыр һәм иманыбыҙҙы көсәйтер өсөн, айырым бер төндәргә һәм көндәргә лайыҡлы дәрәжә биргән. Быға Алланың оло хикмәте һалынған. Әҙәм балаһы онотоусан, уға ғибәҙәттәренә ҡарата вайымһыҙлыҡ күрһәтеү хас. Шуға күрә беҙ ошо билдәләнгән ваҡыттарҙа ғибәҙәтебеҙҙе тағы ла нығыраҡ арттырырға, күберәк сауап алып ҡалырға тырышырға тейешбеҙ.
Йылдың иң яҡшы төндәре булып рамаҙан айының һуңғы ун төнө иҫәпләнә. Сөнки был төндәрҙең береһе – изге Ҡәҙер төнө. Ә көндәрҙең иң яҡшыһы – зөлхизә айының тәүге ун көнө. Йәғни ошо төндәрҙә һәм көндәрҙә беҙ ғибәҙәттәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.
Билдәле булыуынса, зөлхизә айының туғыҙынсы көнө – Ғәрәфәт көнө, унынсыһы – Ҡорбан байрам. Ғәрәфәт көнөндә ҡылынған доға иң яҡшы доғаларҙың береһе булып тора. Шуның өсөн хаж ҡылыусылар был көндө доғаға бик күп ваҡыт бүлергә тырыша. Ә хаж ҡыла алмаусылар өсөн Ғәрәфәт көнөндә ураҙа тотоу бик сауаплы ғәмәл булып иҫәпләнә. Сөнки хәҙистә килеүенсә, был көндәге ураҙа үткән йылдың һәм киләһе йылдың гонаһтарынан арыныу мөмкинлеге бирә.
Ҡорбан байрамына килгәндә, ул мосолмандар өсөн бик оло көн. Был көндө мосолман Алла ризалығы өсөн ҡорбан салып, Уның әжер- сауаптарына ирешә, яҡындары менән иң оло ике байрамдың береһен билдәләй.
Ҡорбан салырға ниәт иткән кеше бер нәмәне иҫенән сығарырға тейеш түгел – зөлхизә айы башланыу менән уға тырнаҡтарын һәм сәсен ҡырҡырға ярамай.
Хәҙистә әйтелеүенсә, Алла был айҙың тәүге ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәрҙе башҡа көндәрҙәге ғәмәлдәргә ҡарағанда нығыраҡ ярата. Шуға күрә, был ваҡытты изге эштәр менән доғала үткәрергә тырышырға кәрәк.
Был көндәрҙә ниндәй ғәмәлдәр ҡылырға була һуң? Уларҙың бер нисәүһен һанап китеү урынлы булыр. Әммә бер нәмәне оноторға ярамай: ниндәй генә ғәмәл булмаһын, ул ихлас күңелдән Алла ризалығы өсөн ҡылынырға тейеш. Уларҙы кеше һине маҡтаһын йәки һиңә көнләшеп ҡараһын, был ниндәй тәҡүәле, тип уйлаһын өсөн эшләргә ярамай.
Динебеҙҙең биш нигеҙенең береһе булып торған бөйөк хаж ғәмәле тап зөлхизә айының тәүге ун көнөндә ҡылына. Был көндәрҙә ғөмрә (кесе хаж) эшләргә лә мөмкин.
Шулай уҡ күп тапҡыр “Лә иләһә иллә-лаһ”, “Аллаһү әкбәр” һәм “Әлхәмдүлилләһ” һүҙҙәрен ҡабатлау сауаплы эш һанала. Йәғни һәр ваҡыт Алланың берлеген таныуыңды зикерҙәр аша белдерәһең, Уны бөйөк итәһең һәм маҡтау һүҙҙәрен әйтәһең. Бының менән бер рәттән, гонаһтарың өсөн тәүбә ҡылырға ла онотмау зарур. Сөнки ҡылған гонаһтарыңды танып, Раббыңдан ғәфү үтенеп, башҡа уларға әйләнеп ҡайтмаҫҡа ниәтләү ҙә – мәртәбәле ғәмәл.
Шулай уҡ был көндәрҙе Ҡөрьән уҡып үткәрергә, саҙаҡа таратырға, нәфел намаҙҙары уҡырға ла була. Күрше-тирәңә, туған-тыумасаңа, атай-әсәйеңә яҡшы мөғәмәлә күрһәтеү, уларға йылы һүҙ әйтеү, хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү һәм хәлдәрен белеү ҙә әжер-сауаптарыңды арттырыу өсөн сәбәп булыр.
Зөлхизә айының тәүге туғыҙ көнөн ураҙала үткәреү ҙә – бик яҡшы ғәмәл. Туғыҙ көн үк булмаһа ла, ошо көндәрҙә бер нисә тапҡыр ураҙа тотоу хәйерле.
Әлбиттә, ошо изге көндәрҙе оҙатҡанда үҙен ысын мосолман тип иҫәпләгән кеше дин ҡәрҙәштәре менән бергә ҡыуанысын бүлешеү, Аллаға ғибәҙәттә булыу өсөн мәсеткә йүнәлә.
Аллаһы Тәғәлә барабыҙға ла ошо көндәрҙе бәрәкәтле итеп үткәрергә яҙһын һәм Үҙенең әжер-сауаптарына ирештерһен. Амин.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.