RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мохтаждарға ярҙам итәйек, кәрәк саҡта һорай ҙа беләйек

14.08.2017 Мохтаждарға ярҙам итәйек, кәрәк саҡта һорай ҙа беләйек

Мохтаждарға ярҙам итәйек, кәрәк саҡта һорай ҙа беләйекБәлә-ҡаза кешегә һорап килмәй. Бер ниндәй хәүеф янамаған кеүек тойол­һа ла, уйламаған ерҙән бәндә һынау алдына баҫа. Тормоштоң төрлө аңлашылмаусанлығы арҡаһында ла ауыр хәлгә ҡалғандар була. Ундайҙар мохтаж кешеләр иҫәбенә инә. Ә мосолман өммәтенән булғандарға мохтажлыҡ кисергәнгә ярҙам итеү ҙур сауап һанала.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты 2016 йылдың февраль айында янғында зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Мәрхәмәтле изге йылмайыу” (“Добрая улыбка милосердия”) акцияһы ойошторҙо. Хәҙер инде был оҙайлы акция ҙур проект булараҡ эшен киңәйтеп, ауыр хәлгә тарыған, мохтажлыҡ кисергән барлыҡ кешегә ярҙам ҡулы һуҙа. Ярҙамсыл, игелекле, башҡалар­ҙың мохтажлығына битараф булмағандар ҙа акцияға ҡушыла ала.
– Был акция Диниә назаратының баш мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов башланғысы менән старт алды. Төрлө бәлә-ҡазаға осраған йәки мохтажлыҡ кисергән кешеләр ярҙам һорап, иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итә ине. Тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү өсөн махсус ярҙам ойоштора башланы. Бер нисә генә кеше барлыҡ ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итә алмай. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигән кеүек, республиканың киң күңелле бәндәләре бергәләшеп тотонғанда, мохтаждар­ҙың да һаны кәмей. Йылдан ашыу эшләгән арала беҙҙең акция ярҙамында 200-ләп ғаилә һәм кеше ярҙам алды, – ти акция координаторы Данил Сөләймәнов. – Кейем-һалым, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек (ярма, консерва, шәкәр, он, үҫемлек майы), балаларға уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, көнкүреш химияһы, һауыт-һаба ҡабул итәбеҙ. Кейемдәрҙең өр-яңы булыуы мотлаҡ түгел, бары тик таҙа һәм ҡулланырлыҡ булһын. Янғында зыян күреүселәргә йорт йыһаздары ла кәрәк, тик уларҙы бер урындан икенсеһенә күсереү мәшәҡәтле. Бәләкәй өҫтәл, тумба, ултырғыстар, көнкүреш техникаһына ла һорау бар.
Акцияның “Бәйләнештә” сайтында асыҡ төркөмө бар, унда башҡарылған эштәр яҙыл­ған, фотолар ҡуйылған. Тик күп кеше ярҙам иткәнен йәки алғанын белдерергә тырышмай. Шуға күрә исем-шәрифтәр йыш ҡына аталмай ҡала. Аллаһы Тәғәлә барыһын да күрә, белә, башҡарылған изгелектәр ерҙә ятып ҡалмаҫ, иншалла. Күп балалы ғаиләләр, етемдәр, ҡараусыһыҙ йәки йәшәр урынһыҙ ҡалғандар, һаулығы насарайғандар – былар­ҙың барыһына ла мәрхәмәтле йылмайыуҙан өлөш сыға. Диниә назараты бинаһында килтерелгән әйберҙәр өсөн айырым бүлмә бирелгән, ә йәштәр бүлеген республика Башлығы Рөстәм Хәмитов микроавтобус менән бүләкләгән. Ярҙам кәрәкле урын­ға (килеп алырлыҡ мөмкинлектәре булма­ғандар­ға) уның ярҙамы менән барып етә. “Мәрхәмәтле изге йылмайыу” акцияһына мосолман студенттарҙы туплаған “Рух” клубы ағзалары ла (етәксеһе Фәнис Абдрахманов) әйберҙәр йыйырға ярҙам итә. Быйыл диплом алған сит ил студенттары тыуған яҡтарына ҡайтып киткәндә кейемдәрен, көнкүреш әйберҙәрен күпләп тапшырған.
Мосолман халҡы баҫалҡылығы, оялсанлығы менән айырылып тора. Ярҙам һорап, бик һирәк мөрәжәғәт итәләр, күп осраҡта уларҙың хәлен күршеләре йәки таныштары еткерә. Данил Әбүзәр улы һәм Диниә назараты хеҙмәткәрҙәре яңылыҡтар аша янғын йәки башҡа бәләгә тарығандар тураһында ишетһә, урындағы хакимиәт аша бәйләнешкә сыға. “Йәшлек” гәзите аша “Мәрхәмәтле изге йылмайыу” акцияһын ойоштороусылар ике яҡтан да мөрәжәғәт көтә. Ярҙам итергә мөмкинлектәре булғандар мәрхәмәтлелеккә теләк белдерһә, ярҙам көткәндәр мохтажлығын әйтһә, матур бәйләнеш булыр ине. Сауап та артыр, ихтыяж да кәмер. Акция координаторы Данил Сөләймәнов гәзит уҡыусыларҙың ярҙамына өмөт итеүен йәшермәй:
– Балалары үҫеп, бәләкәсәйеп ҡалған кейем-һалым, артып ҡалған көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ҡулланылмаған һауыт-һаба һәр йортта тиерлек табыла. Ә уларҙы алырлыҡ мөмкинлеге булмаған кешеләр арабыҙҙа етерлек. Мосолмандарҙа “Исраф булмаһын” тигән хәҙис бар. Кәрәкмәгән, артыҡ әйбер­ҙәр­ҙе мохтаждарға таратайыҡ. Аллаһы Тәғәлә яуап итеп, үҙегеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар. Ярҙам алып барған ғаиләләр менән аралашып торабыҙ, күптәренең хәле аяныслы. Дин төрлө булһа ла, Алла бер, ниндәй генә кеше мөрәжәғәт итһә лә, баш тартҡаныбыҙ юҡ. Ярҙам һорауҙан да оялмаһаҡ ине. Район ерендә йәшәүселәр өсөн мәсеттәрҙә ҡабул итеү һәм ярҙам күрһәтеү пункттары ойошторола башланы, тимәк, аралар алыҫ булыуы ҡамасау булмаясаҡ. Тағы ла Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалы янында йортһоҙҙарҙы ашатыу ойошторолған, беҙ унда барып кейемдәр таратырға ниәтләйбеҙ. Танышып, аралашып, теләктәре һәм мөмкинлектәре булғандарҙы эшкә урынлаштырыу йүнен дә күрергә ине.
Эш тигәндән, республика мосолмандары Диниә назараты халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн төрлө йүнәлештә эштәр башҡара. Әлеге ваҡытта эшһеҙҙәргә ярҙам итеү өсөн, йәштәр бүлеге етәксеһе Тимур Вәлитов идеяһы менән, кадрҙар агентлығы асыу процесы бара. Мосолман йәштәренә, күп балалы әсәйҙәргә, әҙ тәьмин ителгән ғаилә ағзаларына, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә эш табыу ауырға тура килә, тимәк, улар киләсәктә мәғлүмәти ярҙам аласаҡ. Тағы ла театр, концерт берекмәләре, кинотеатрҙар етәкселәре менән төрлө тамашаға саҡырыу ҡағыҙҙары менән тәьмин итеүгә килешеү төҙөлгән. Балалар йорттары, приют тәрбиәләнеүселәренә спектаклдәр, фильмдар күрһәтелә, байрамдар ойошторола. Шулай уҡ акция сиктәрендә “Эврен” кафеһында, “Борай фермеры” магазинында, “Ихлас” мәсетендә махсус йәшниктәр ҡуйылған. Ундағы йыйылған аҡсаға башлыса ҡаты ауырыуҙарға дарыуҙар һәм махсус аҙыҡ-түлек алына.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр. Меңдәрсә һум сығармайынса ла кемгәлер ярҙам итә алабыҙ икән, яҡшылыҡ эшләүҙән баш тартмайыҡ. Мөмкинлеге булғандар, шулай уҡ ярҙамға мохтаждар ҙа Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 103-сө йорт адресы буйынса килә ала. Белешмәләр өсөн телефон һандары: 8-967-749-16-11, 8-962-534-42-57.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?