RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡәҙер кисенең сауабын алырға яҙһын!

19.06.2017 Ҡәҙер кисенең сауабын алырға яҙһын!

Ҡәҙер кисенең сауабын алырға яҙһын!26 рамаҙан, шаршамбыла, 21 июндә, ҡояш байыу менән, Аллаһы Тәғәлә бойорһа, Ҡәҙер кисе башлана

Мөхәммәт бәйғәмбәр бер мәжлестә, сәхәбәләргә мөрәжәғәт итеп: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнөң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ», – тигән. Йәғни был изге кис 21, 23, 25, 27, 29-сы кистәрҙең береһендә булыуы ихтимал. Ошо мәлдәрҙә доғаны, дини ғәмәл үә ғибәҙәттәрҙе, изгелек үә игелектәрҙе айырыуса күберәк ҡылыу хәйерле.
Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Хәҙистәрҙә: «Ҡәҙер кисенә инанып, сауабын өмөт итеп ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тип әйтелә. Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын үтәү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу, доғалар ҡылыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ирешеү – быларҙың барыһы ла был кискә хөрмәт күрһәтеү ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.
Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттәрҙән дә артығыраҡтыр.
Ҡәҙер кисендә Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән күктәрҙән фәрештәләр төшә.
Был кистә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә фәрештәләр Алланан сәләм уҡыр.
Ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап таң атҡанға саҡлылыр.
Ҡәҙер кисе тураһында хәҙис-шәрифтәрҙә былай тип бойорола:
«Ҡәҙер кисендә бер тапҡыр «Иннә әңзәлнәһү» сүрәһен уҡыған башҡа замандарҙа Ҡөрьән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөлөр».
«Ҡәҙер кисендә бер тәсбих – «Соб­ханаллаһ», бер тәсбих – «Әлхәмдүллиллаһ», бер тәһлил «Аллаһу әкбәр» әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих һәм тәһлил әйтеүсенән ҡиммәтлелер».
«Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр «лә иләһә илләл лаһ» тип әйтеүсенең беренсеһендә гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер, икенсеһендә йәһәннәмдән ҡотолор, өсөнсөһөндә йәннәткә инер».
«Ҡәҙер кисендә «Әл-Ҡәҙер» (Ҡөҙрәт) сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән берен уҡыған кеүек булыр».
Ҡәҙер кисендә күк ҡабағы ла асыла, тиҙәр. Ул тик бәхетлеләргә генә күренә.
Рамаҙан айында күңелегеҙҙе зекерҙәр, тәсбихтәр, Ҡөрьән уҡыу менән биҙәгеҙ! Теләгәндәрегеҙ тормошҡа ашыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?